Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
ҮҘЕМӘ ӘЙТКӘН ҺҮҘ

Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем,
Икенсеһен ергә өндәштем.
Шунан ары бүтәндәргә күпме
Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем".
Баҡһаң икән, аҡылдарға һыуһау,
Кәңәштәргә мохтаж үҙем бар,
Шул үҙемә бөгөн һүҙем бар:

Ғүмер уҙған һайын, беҙҙе алып,
Йылдар етеҙерәк сабыр ул,
Йылдар саба тиеп, сәбәләнмә,
Сабырыраҡ бул һин, сабыр бул.

Эйелеп-бөгөлөп барма һәр тарафҡа,
Бөгөлә икән, талдар бөгөлһөн;
Елберләмә һәр уҙғынсы елгә,
Елберләмә, уҫаҡ түгелһең.

Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма,
Миҙгел белеп үрел ҡашыҡҡа;
Елгә еленләгән һәр уйыңды
Илгә таратырға ашыҡма.

Ағыу менән дарыу бер үк заттан,
Тик самалар - төрлө саманан,
Самаларҙан сығып дан йырлама,
Һәм хөкөм дә итмә ҡабалан.

Айға менһәң, үрә һикермәй тор,
Ҡояш бар бит айҙан юғары;
Түргә төшһәң, "гүргә төштөм" тимә,
Унан сыҡҡан әҙәм юҡ әле.

Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә,
Еңеләйтер сара табыр бул.
Ауырына, хәйер, түҙерһең дә,
Еңеленә сыҙа, сабыр бул.

Мостай КӘРИМ.
12👍4💘2
📌Башҡорт егетенә етеүсе булмаған

Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курс студенты Вадим Харисов Төркмәнстанда үткән Химия буйынса халыҡ-ара олимпиадала иң юғары һөҙөмтә күрһәткән.

Ашхабад ҡалаһында ойошторолған олимпиадала Рәсәй, Беларусь, Бөйөк Британия, Әзербайжан, Әрмәнстан, Иран, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төркмәнстан университеттарынан 250 студент ҡатнашҡан.

🔥26 алтын миҙалдың 13-өн Рәсәй студенттары яулаған. Шуларҙың береһе Вадим Харисов.

Әйткәндәй, талантлы егетебеҙҙең быға тиклем Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны,Швейцария һәм Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара олимпиадаларҙан да 4 алтын миҙалы бар ине.


Бына шундай афарин йәштәребеҙ бар!
10👍4🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оло инәй һәм Кендек 💘

🎬Видео: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабич менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов.
9🥰4🙏1💘1
📌 Мәскәүҙә Башҡортостандан белем алған беренсе курс студенттары өсөн БашПерваш - 2025 сараһы ойошторолған.

Уны Башҡортостандың РФ Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары берлеге үткәргән.

Йәштәргә бер-береһен танып белергә, дуҫлыҡ ептәре һуҙырға ярҙам иткән мөһим сарала Башҡортостандың Рәсәй Президенты эргәһендә тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин, Студенттар һәм аспиранттар берлегенең етәксеһе Айһылыу Ишбаева, Мәскәү ҡалаһының Йәмәғәт бәйләнештәре һәм йәштәр сәйәсәте комитетының "Мәскәү йәштәре" проекты буйынса бүлек етәксеһе Павел Голубев сығыш яһаған.


🔹Ҡунаҡтар өсөн сағыу концерт ойошторолған, "Алтын ай" Мәскәү башҡорт бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаған, йәштәр квест үткән - Мәскәүҙең тарихи урындары менән танышҡандар.

🔹Шулай уҡ "Иң яҡшы беренсе курс студенты - 2025" конкурсының еңеүселәре билдәләнгән.
5🔥5👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уфтанма!
Уфтанма – бит һинең ул уҙған ғүмерең
Уйнап-көлөп кенә уҙмаған.

Һиңә насип булган аҡ бәхет, ҙур шатлыҡ,
Яҡты көн әле бит уҙмаған.
Һиңә насип булган аҡ бәхет, ҙур шатлыҡ,
Яҡты көн әле бит уҙмаған.

Уфтанма, ғүмерҙәр яҙ кеүек үтә, тип,
Сал сәсең күрһәң дә уфтанма.

Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә,
Уфтанма, уфтанма, уфтанма.
Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә,
Уфтанма, уфтанма, уфтанма.

Видео: Илшат Абдрахманов
7👍3🔥2🥰1🙏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл тулыу айҡанлы мәғлүмәт туплаған арала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2020 йылда төшөргән видеоһын табып алдыҡ.

🍃Республика етәксеһе Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырынан өҙөк һөйләгән.

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
Нисә быуат шул япраҡты
Ҡайындан өҙмәк булып,
Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ,
Утта көйҙөрмәк булып,
Нисә диңгеҙ аръяғынан
Ниндәй елдәр иҫмәгән,
Ниндәй йәшен уйнамаған,
Ниндәй ҡырау төшмәгән.
Шул япраҡты ашар булып,
Нисә төрлө ҡорт һырыған,
Ҡайһы «милләт», ҡайһы « дәүләт »,
Йә «өммәт» затлы булған.
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән
Ғорур ҡайын – әсәнән,
Әсәһенең һуты менән,
Көсө менән йәшәгән.
Бөгөнгө яҙ килде илгә
Елдәр, дауылдар аша.
Ҡайындың шат япраҡтары,
Тыңла, нисек шаулаша!

Картаға ҡарап, еремде:
- Бер япраҡ саҡлы, - тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным-илем!
Бер сигең Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең,
Бөркөт ҡанатын талдырыр
Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
Һыуҙарың көмөш. Тупрағың
Торғаны алтын һинең,
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең!

Донъя картаһында ерем
Бер япраҡ саҡлы ғына,
Ә быуаттар төпкөлөнә
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Ошо изге ерҙән уҙған
Күпме быуын яҙмышы -
Һауаларға ашҡан даны,
Һыуға һеңгән һағышы.
Был тупраҡҡа сәмле тарих
Ҡандар менән яҙылған,
Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе -
Ташҡа тамға һалынған.
«Эйгән башты ҡылыс сапмай», -
Тиһә лә иҫке мәҡәл,
Баш эймәгән ғорур халҡым,
Теҙ сүгеп йәшәмәгән.
…Бик хәйерсе булған халҡым,
Тик хәйер һорашмаған,
Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға
Арҡаға тоҡ аҫмаған,
Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин
Күршелә ил баҫмаған.
Кем уға ҡорал күтәрһә,
Шуны яуҙа тураған.
Дошманының атын һорап,
Затын һорап тормаған.
Кисәгең дә, бөгөнөңдәй,
Күңелемә яҡын минең,
Утты, һыуҙы кисеп үткән
Ҡаһарман халҡым минең!
👍75🤮4💩3🔥2
МИЛЛИ БЕЙЕҮ КӨНӨ МЕНӘН! ❤️
Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Милли бейеү көнө билдәләнә. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, төбәк халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрәләр.

📍 Әйткәндәй, 21 октябрь көнө юҡҡа һайланмаған - бөгөн билдәле башҡорт хореографы Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө.

🔹Ул 1912 йылда Бөрө ҡалаһында тыуған. Граждандар һуғышы осоронда етем ҡала һәм балалар йорттарында тәрбиәләнә. Әммә хыялы уны яйлап Мәскәү ҡалаһына СССР-ҙың Ҙур театры эргәһендәге хореография техникумына алып килә. Уны тамамлағас, Башҡортостанға әйләнеп ҡайта, СССР Халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле солисы була һәм Башҡортостанда шундай уҡ коллектив тупларға хыяллана. Ниһайәт, 1939 йылда шундай ижади төркөм туплана һәм 20 мартта тәүге концертын бирә. Бөгөн ул нигеҙ һалыусы бөйөк бейеү оҫтаһының исемен ғорур йөрөтә һәм бар донъяға башҡорт бейеүен таныта.

📍 Бөгөн байрам уңайынан "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында ҙур тамаша көтөлә. Ул ғына ла түгел, һәр мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеһында байрамға арналған саралар ойошторола.
8🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт бейеүҙәрендә рух сағыла ❤️‍🔥

Видео: Илгизәр Йәнтүрин.
🔥143👏3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥"Зарифа" - башҡорт ансамбленең беренсе бейеүе.

Шулай уҡ "Зарифа" бейеүе - беренсе күмәк бейеү.


Фәйзи Ғәскәров Мәскәү - Өфө поезында ҡайтып килгәнендә ошо бейеүҙе һалырға ниәтләгән, тиҙәр.

Башҡорт АССР-ның 20 йыллығына әҙерлек башлана һәм 1939 йылдың 20 мартында "Зарифа" бейеүен тәүге тапҡыр сәхнәлә башҡаралар.

Бейеүселәр Хазина Мағазова менән Ирек Ибраһимов тәүге солистар була.

💯"Зарифа" бейеүе ошондай уҡ атамалы башҡорт ҡыҫҡа көйөнә һалынған - йырҙы 1894 йылда Сергей Рыбаков Верхнеурал өйәҙе Аҡымбәт ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы Ташбулат ауылы) яҙып ала.
Йыр риүәйәте буйынса, уны Ҡушый ауылынан (хәҙерге Әбйәлил районы) Зарифа исемле бейеүсе ҡатын сығарған.
🔥139😍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Бейеүҙәрендә башҡорттар йырҙа йырланылған һүҙҙәрҙе хәрәкәттәре аша күрһәтергә тырыша",

- тигән рус ғалимы һәм сәйәхәтсе Иван Лепехин.

🔥Видео: HAZINA этно-проекты концертында йырға ҡушылып бейегән башҡорт һылыуҙары.
9🥰2😍1
📌 Иртәгә, 22 октябрҙә, булған хәлгә таянып ижад ителгән спектакль күрһәтелә.

📍 Сәрүәр Сурина пьесаһы буйынса ҡуйылған "Зәйтүнә" спектаклен Салауат дәүләт башҡорт драма театры алып килә. Коллектив М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә уйнаясаҡ.

Был спектакль булған хәлгә нигеҙләнгән һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.

🔹Башҡортостандың Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған Зәйтүнә Әлибаева үҙ теләге менән 1942 йылдың майында фронтҡа китә. Ул 44-се һауаны күҙәтеү һәм элемтә батальонына тәғәйенләнә. 9 августа хаҡта торған ҡыҙ немец разведкаһының ҡаты һөжүменә дусар була.

🔹20 йәшлек Зәйтүнә Ҡалмыҡстандың Садовое ауылы эргәһендә вафат була.

🔹Батыр башҡорт ҡыҙы тураһында спектаклдең режиссеры Рафаэль Ғәйнуллинға Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов бәйән итә. Ҡалмыҡстанда Зәйтүнә Әлибаеваның исеме онотолмаған, һәр кем уның батырлығы хаҡында белә.

🔹15 октябрҙә спектаклде Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙының яҡташтары баһалай алды.
Башҡортостан Башлығы указы менән уға һынмаҫ рухы һәм күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң легендар генерал Миңлеғәли Шайморатов ордены бирелде.

Был юғары награда геройҙың һеңлеһе Лилиә Саяхова ҡулына тапшырылды.

📍 Бына шундай тарихлы спектакль көтә Өфө ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын.
9👍4🔥3