Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.08K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт, бүрәт, тыва һәм ҡырғыҙ телдәрендә төрлө һүҙҙәр нисек яңғырай?

Һылыу ҡыҙҙар бик матур видео төшөргән. Шулай ҙа бында "мама" - башҡорт әҙәби телендә "әсәй" булыуын әйтеп китергә кәрәк. "Инәй" тип урындағы һөйләштәрҙә әйтәләр, әҙәби телдә "инәй" - "тётя" тигән мәғәнәлә ҡулланыла.

Тағы ла "әней" тип тә әйтәләр әле башҡорттар - юрматылар.

Туған телебеҙ бай шул!❤️

Әйткәндәй, ҡырғыҙҙар сәскәне "гүль" тиһә, беҙҙең "гөл"дө - өйҙә үҫтергән сәскәләрҙе улар нисек атап йөрөтә икән?

Видео: интернеттан.
9👍4🔥3🥰1
Милли бейеү көнөндә Башҡортостан Милли музейында бушлай оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Мотлаҡ ҡатнашығыҙ!
9👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был иҫ киткес мозаика Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы тораҡ пунктында, ниндәй бинала урынлашҡан?

Йәгеҙ, фараздарығыҙҙы яҙығыҙ!🔥


Дөрөҫ яуабын иртәгә әйтербеҙ.
12😍3
🔥Атайҙар һәм улдар - фотоларҙа кемдәрҙе таныйһығыҙ?

Бөгөн Атайҙар көнө, ошо уңайҙан барлыҡ ғаилә башлыҡтарын тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар изгелеген теләйбеҙ.🥰

Атайлы бала - арҡалы бала.

Был фотоһүрәттәр шуға бер дәлилдер.
7🔥5
Алтын көҙ ҙә елеп үтер инде,
Һары япраҡ елгә һибелә,
Ғүмер ҙә бит һиҙелмәйсә аға,
Үтер инде,үтер көҙө лә.

Шул ваҡытты тотоп торор инем,
Тотоп булмай,булмай туҡтатып,
Йырҙар тыуа,ошо миҙгелдәрҙе,
Кеше ғүмеренә оҡшатып.

Бала сағым - хәтфә йәшел үлән,
Морон төрткән кеуек яҙымда,
Муйыл сәскә атҡан йәшлегемә,
Атлап булмаҫ инде аҙым да.

Йәйҙәремдә минең бар булмышым,
Сәскә атып, биргән емешен,
Көҙгө моңдар тула күңелемә,
Балланмаған әле миләшем.

Яҙҙы уйлап хисләнә күңелем,
Йәмле йәйҙә тоям үҙемде,
Япраҡ ямғырында баҫып торам,
Ҡаршыларға,тиеп көҙөмдө.

Лариса ҒИРФАНОВА.
9👍2🥰2👏1
Өфө «Нур» татар дәүләт театрында билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» тип аталған спектакль әҙерләнә.

Махсус хәрби операцияға бағышланған спектакль-вербатим 6 ноябрҙә күрһәтеләсәк, тип хәбәр итә "Ағиҙел" журналы.
8👍3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бар шундай йорт 🏡

🔸Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы 1996 йылда асылған. Ул - XIX быуаттың 60-сы йылдарында генерал-майор Капитон Слотов төҙөткән мезонинлы ике ҡатлы ағас йорт.

🔹1923 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте был йортто Шәһит Хоҙайбирҙингә бүләк итә. Ул партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостанда Совет власын урынлаштырыусыларҙың береһе, БАССР-ҙың эске эштәр буйынса беренсе халыҡ комиссары була.

🔹Шәһит Әхмәт улы был йортта 1 йыл ғына йәшәп өлгөрә, ҡатыны һәм ҡыҙы 1960 йылға тиклем ошонда тора.

🔹Йорт-музейҙа 900-ҙән ашыу дана ҡомартҡы һаҡлана.


🔸Эш тәртибе:

🔹Шишәмбе - шәмбе 11:00 - 18:00.
🔹Йәкшәмбе, дүшәмбе - ял көндәре.
🔹 Айҙың һуңғы шишәмбеһе - санитар көн.
🔹Музей кассаһы эш көнө тамамланырҙан 1 сәғәт алда ябыла.
8🔥2👍1
BABY Ti - "Һиңә генә", ике өлөшөн дә бер юлы ҡарағыҙ, тыңлағыҙ 😉
🔥14🥰42
Хәйерле көндәр! 🍂Октябрь айы төрлө әһәмиәтле байрамдарға бай булды.

🔹Бөгөн, 20 октябрь, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө, шулай уҡ Халыҡ-ара ашнаҡсы көнө.

🔹Иртәгә, 21 октябрҙә беренсе тапҡыр Милли бейеү көнөн билдәләйбеҙ. Был туралағы указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ошо байрам уңайынан Өфөлә матур концерт һәм башҡа саралар көтөлә.

🔹25 октябрҙә, теүәл 135 йыл элек, билдәле башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Афзал Таһиров тыуған.

Афзал Мөхөтдин улы яҙыусы ғына түгел, ә 1931-1937 йылдарҙа республиканың иң юғары дәүләт органын - Башҡорт АССР-ның Үҙәк башҡарма комитетын етәкләгән кеше, 1932 йылдан СССР Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы булып һайлана.
1934-1937 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1936-1937 йылдарҙа Тел һәм әҙәбиәт Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтын етәкләй.
11
ҮҘЕМӘ ӘЙТКӘН ҺҮҘ

Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем,
Икенсеһен ергә өндәштем.
Шунан ары бүтәндәргә күпме
Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем".
Баҡһаң икән, аҡылдарға һыуһау,
Кәңәштәргә мохтаж үҙем бар,
Шул үҙемә бөгөн һүҙем бар:

Ғүмер уҙған һайын, беҙҙе алып,
Йылдар етеҙерәк сабыр ул,
Йылдар саба тиеп, сәбәләнмә,
Сабырыраҡ бул һин, сабыр бул.

Эйелеп-бөгөлөп барма һәр тарафҡа,
Бөгөлә икән, талдар бөгөлһөн;
Елберләмә һәр уҙғынсы елгә,
Елберләмә, уҫаҡ түгелһең.

Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма,
Миҙгел белеп үрел ҡашыҡҡа;
Елгә еленләгән һәр уйыңды
Илгә таратырға ашыҡма.

Ағыу менән дарыу бер үк заттан,
Тик самалар - төрлө саманан,
Самаларҙан сығып дан йырлама,
Һәм хөкөм дә итмә ҡабалан.

Айға менһәң, үрә һикермәй тор,
Ҡояш бар бит айҙан юғары;
Түргә төшһәң, "гүргә төштөм" тимә,
Унан сыҡҡан әҙәм юҡ әле.

Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә,
Еңеләйтер сара табыр бул.
Ауырына, хәйер, түҙерһең дә,
Еңеленә сыҙа, сабыр бул.

Мостай КӘРИМ.
12👍4💘2
📌Башҡорт егетенә етеүсе булмаған

Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курс студенты Вадим Харисов Төркмәнстанда үткән Химия буйынса халыҡ-ара олимпиадала иң юғары һөҙөмтә күрһәткән.

Ашхабад ҡалаһында ойошторолған олимпиадала Рәсәй, Беларусь, Бөйөк Британия, Әзербайжан, Әрмәнстан, Иран, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төркмәнстан университеттарынан 250 студент ҡатнашҡан.

🔥26 алтын миҙалдың 13-өн Рәсәй студенттары яулаған. Шуларҙың береһе Вадим Харисов.

Әйткәндәй, талантлы егетебеҙҙең быға тиклем Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны,Швейцария һәм Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара олимпиадаларҙан да 4 алтын миҙалы бар ине.


Бына шундай афарин йәштәребеҙ бар!
10👍4🔥2