Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.08K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
📌М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 106-сы ижад миҙгеле “Ай тотолған төндә” спектакле менән асылды.

Кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса йәнә яңыртып ҡуйылған спектакль тамашасыһын һөйөндөрҙө.


🔥Тәүге тапҡыр ул театр сәхнәһендә 1964 йылдың 21 мартында – 61 йыл элек балҡый. Ул саҡта режиссеры Шәүрә Мортазина була, төп ролдәрҙә Зәйтүнә Бикбулатова (Тәңкәбикә), Илшат Йомағолов (Аҡъегет), Дәриға Фәйзуллина (Зөбәржәт), Рәғиҙә Янбулатова (Шәфәҡ), Ғәзим Туҡаев (Дәрүиш), Шамил Рәхмәтуллин (Диуана) уйнай.

💯1967 йылда пьесаның авторы Мостай Кәримгә, ҡуйыусы режиссёр Шәүрә Мортазинаға, рәссам Ғәлиә Имашеваға, Тәңкәбикә ролен уйнаған артист Зәйтүнә Бикбулатоваға К.С.Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы бирелә.

Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов был пьесаны 2011 йылда сәхнәләштергәйне һәм бына, яңы һулыш, яңы ҡараш менән ул йәнә сәхнәлә!

Был юлы ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Рәмис Хәкимов, хормейстер – Анель Сиргебаева, балетмейстер – Ринат Абушахманов, рәссам-яҡтыртыусы - Сергей Гаевой, режиссер ассистенты – Хөрмәтулла Үтәшев.

Төп ролдәрҙә:
Аҡъегет — Линар Бәйетов
Зөбәржәт — Сабина Кирәева
Тәңкәбикә — Сара Буранбаева һәм Алһыу Ғәлина.

Спектаклдең башҡа серҙәрен асып тормайбыҙ, үҙегеҙ барып ҡарағыҙ!
11🔥3👍1
📌Милли бейеү көнө – Башҡортостанда тәүге тапҡыр билдәләнә.

🔥21 октябрҙә, Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөндә республикабыҙҙа Милли бейеү көнө билдәләнә.
Был байрам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән үткәрелә – 10 октябрҙә тейешле указ ҡабул итте.

Милли бейеү көнөндә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында матур байрам концерты ойоштороласаҡ. Унда башҡорт бейеү сәнғәтенең алтын фондына ингән, тарихыбыҙҙы һәм халыҡтың йолаларын сағылдырған бейеүҙәр буласаҡ.

Сығыш яһайҙар:
Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле
Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле
Учалы филармонияһының “Уралтау” бейеү ансамбле
Нефтекама филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамбле
Сибай концерт-театр берләшмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең бейеү театры

💯Йәш быуын исеменән ошо арала үткән Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ-ара халыҡ бейеүҙре ансамблдәре конкурсында Гран-при яулаған “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә оҫталығын күрһәтәсәк.

Беренсе Милли бейеү көнөндәге сағыу тамашанан ятып ҡалмаҫ өсөн билеттарҙы ошонан алырға мөмкин: gaskarov-ensemble.ru/buy/
Пушкин картаһы ла эшләй.
9👍3🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Заманса юғары белем биреү үҙәге ҡайҙа? Әлбиттә, Башҡортостанда!🔥

Донъя кимәлендәге университеттар кампусы селтәрен булдырыу программаһы 2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса бойомға ашарыла башланы.
Өфөләге проект 8 еңеүсенең береһе булды🔥


💯Вуз-ара кампустың беренсе өлөшө - IQ-парк 2024 йылда асылды. Унда республиканың төп 5 нигеҙ университеты лабораториялары, индустриаль партнерҙар офистары һәм донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге урынлашҡан.

💯Геном үҙәге быйыл асылды. Бында генетиканы өйрәнеү өсөн бар шарттар булдырылған. Юғары I-белгестәр әҙерләүсе "Мәктәп-21" ҙә ошонда урынлашҡан.

💯Сиратта - 4,3 мең кешелек студенттар ятағы төҙөү. Унда уҡытыу-фәнни комплексы, лабораториялар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа уңайлыҡтар буласаҡ.

Видео: Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусы макеты.
6👍3🔥1
Зауыҡ 😍

Фотола Миңлегөл һәм Рөстәм Дәүләтовтарҙың ҡул эше - сулпы.


Ялдарығыҙ матур үтһен!
10👍4
АУЫЛ ЫРЫМДАРЫ 😁
💯 Кемдер йортон ремонтлай башлаһа, тимәк, тиҙҙән уларҙа туй була.
Көтөүҙөң беренсе көнөндә ниндәй йорттан ҡырҡылған һарыҡтар сыға, шул йортта йәшәүселәр – иң эшлекле.
Кемдең картуфлығында ҡый үҫмәй, шуның ейәндәре күп.
Күршең ул тиклем күп еләкте ҡайҙан йыйғанын әйтһә, тимәк, ул урында башҡа еләк юҡ.
Сағыу төҫтәргә буялған ауылда, ғәҙәттә, быйыл “һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үткән була.
Ауылда һәр өй эргәһендә еңел машина ултырһа, тимәк, ул ауылға автобус йөрөмәй.
Ауылдың һәр өйөндә трактор булһа, тимәк, унда эш юҡ.
Унда йәшәмәһәң дә ауылдың бөтә яңылыҡтарын белһәң, тимәк, ауылдың чатын асҡандар.
Йәй көнө ауыл бала-саға менән тула икән, тимәк, унда ҡарт-ҡоро ғына ҡалған.
Ҡыш йортҡа юл ни тиклем тар көрәлгән – унда шул тиклем өлкән йәштәге кеше йәшәй.
Ауыл урамында тауыҡтар иркен йөрөһә, тимәк, унда уҫал эттәр юҡ.
Кемдер аҙна уртаһында мунса яҡһа, тимәк, уларға йә ҡунаҡ килә, йә үҙҙәре ҡунаҡҡа йыйына.
Ямғыр яуһын тип доға ҡылһалар, тимәк, был – Урал аръяғы

Интернеттан.
9😁5🔥2
📌 "Сәләмәтлек поездары" ете йыл йөрөй!

Республикабыҙҙың төпкөл ауылдары халҡы ла алдынғы белгестәргә - кардиолог, онколог, невролог, рентгенолог, теш һәм күҙ табиптарына күренә ала.

Халыҡҡа юғары квалификациялы медицина ярҙамы "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" проекты арҡаһында күрһәтелә.


Ошо йылдар эсендә табиптар бригадалары 2,5 меңдән ашыу ауылда булған, 800 мең кешене ҡабул иткән һәм күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарған.

"Райондарға килгән һайын халыҡ "сәләмәтлек поездары" эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерә. Табиптар яҡшы, ысын, кешегә кәрәкле эш эшләй, тип билдәләйҙәр. Шуға райондарға йыш йөрөгән медицина хеҙмәткәрҙәрен беренсе тапҡыр бергә йыйҙыҡ. Тәү сиратта улар ысынлап та ярҙам иткән кешеләр исеменән рәхмәт әйтергә һәм, әлбиттә, республика нисек ярҙам итә алыуы тураһында һөйләшеү өсөн. Ниндәй йүнәлештәрҙе нығытыу өсөн",

- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостан халҡына кәрәкле был проект мотлаҡ дауам ителәсәк.

Ә һеҙ "сәләмәтлек поездарына" йөрөгәнегеҙ бармы? Нисек баһалайһығыҙ?
6🔥4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт, бүрәт, тыва һәм ҡырғыҙ телдәрендә төрлө һүҙҙәр нисек яңғырай?

Һылыу ҡыҙҙар бик матур видео төшөргән. Шулай ҙа бында "мама" - башҡорт әҙәби телендә "әсәй" булыуын әйтеп китергә кәрәк. "Инәй" тип урындағы һөйләштәрҙә әйтәләр, әҙәби телдә "инәй" - "тётя" тигән мәғәнәлә ҡулланыла.

Тағы ла "әней" тип тә әйтәләр әле башҡорттар - юрматылар.

Туған телебеҙ бай шул!❤️

Әйткәндәй, ҡырғыҙҙар сәскәне "гүль" тиһә, беҙҙең "гөл"дө - өйҙә үҫтергән сәскәләрҙе улар нисек атап йөрөтә икән?

Видео: интернеттан.
9👍4🔥3🥰1
Милли бейеү көнөндә Башҡортостан Милли музейында бушлай оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Мотлаҡ ҡатнашығыҙ!
9👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был иҫ киткес мозаика Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы тораҡ пунктында, ниндәй бинала урынлашҡан?

Йәгеҙ, фараздарығыҙҙы яҙығыҙ!🔥


Дөрөҫ яуабын иртәгә әйтербеҙ.
12😍3
🔥Атайҙар һәм улдар - фотоларҙа кемдәрҙе таныйһығыҙ?

Бөгөн Атайҙар көнө, ошо уңайҙан барлыҡ ғаилә башлыҡтарын тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар изгелеген теләйбеҙ.🥰

Атайлы бала - арҡалы бала.

Был фотоһүрәттәр шуға бер дәлилдер.
7🔥5