📌 "Салауат: өн аралаш ете төш" проекты сиктәрендә Салауат ҡалаһының үҙәк майҙаны һәм уға терәлеп торған Беренсе май урамында ремонт гөрләй.
Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ул Салауат ҡалаһына эш сәфәрендә төҙөкләндереү барышы менән танышты.
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.
✅ Шулай уҡ Салауат балалар художество мәктәбендә лә эш ҡайнай. Уны "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтлайҙар.
Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ул Салауат ҡалаһына эш сәфәрендә төҙөкләндереү барышы менән танышты.
"Эштәрҙе ноябргә тамамлайбыҙ. Был урын ҡала халҡын тартып торор нөктәгә әүерелер, осрашыуҙар, ял һәм ижад итеү урыны булыр тип ышанам",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.
✅ Шулай уҡ Салауат балалар художество мәктәбендә лә эш ҡайнай. Уны "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтлайҙар.
❤8🔥2👍1
📌 "Мөғжизәләр яланы"нда - учалылар!
🔥Тапшырыуҙа Динара һәм Дим Мөжәүировтар балалары Дилара һәм Динислам менән ҡатнашты.
💯Уларҙың ижад яратҡан матур башҡорт ғаиләһе булыуын яҡташтары яҡшы белә. Дим Рәфҡәт улы - ҡурайсы, Динара Рәис ҡыҙы - "Ирәмәл" ижад үҙәген етәкләй, оҫта балаҫ һуғыусы. Ҡыҙҙары Дилара - бейеүсе, 7-се класта белем ала, улдары Динислам 4-се класта уҡый һәм етмеш төрлө һөнәргә эйә булырлыҡ егет - бейеү, барабан һуғыу, шахмат, көрәш менән мауыға.
- ти "Яйыҡ" Учалы район гәзитенә биргән интервьюһында Динара ханым.
💯Тәүҙә улар тапшырыуға саҡырылыуҙарына ышанмай, аҙаҡ тырышыр әҙерләнә башлай.
Бейеү оҫтаһы Гөлиә Кәримова Дилараға “Ләү, ләү, ләүсәтин”де өйрәтә, юғары талаптарға тура килгән фонограмманы Илгиз Йомағужин яҙҙыртып бирә. Һуңынан сәхнәлә ҡыҙсыҡ бик тә килештереп тыпырҙатһа, Дим Рәфҡәт улы ҡурай тарта, Динислам барабан һуға, ә Динара Рәис ҡыҙы ғаилә ансамбленә ҡумыҙҙа уйнап ҡушыла.
Бына шулай, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Башҡортостан данын арттырып ҡайтты.💙🤍💚
📍 Улар тураһында "Яйыҡ" гәзитендә тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.
📍 Кемдәр 10 октябрҙә күрһәтелгән тапшырыуҙы ҡарамаған, бында.
Үткән йомала, Ҡурай көнөндә һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнән алда Учалы районы Уральск ҡасабаһынан Мөжәүировтар Якубовичтың үҙендә ҡунаҡта булды.
🔥Тапшырыуҙа Динара һәм Дим Мөжәүировтар балалары Дилара һәм Динислам менән ҡатнашты.
💯Уларҙың ижад яратҡан матур башҡорт ғаиләһе булыуын яҡташтары яҡшы белә. Дим Рәфҡәт улы - ҡурайсы, Динара Рәис ҡыҙы - "Ирәмәл" ижад үҙәген етәкләй, оҫта балаҫ һуғыусы. Ҡыҙҙары Дилара - бейеүсе, 7-се класта белем ала, улдары Динислам 4-се класта уҡый һәм етмеш төрлө һөнәргә эйә булырлыҡ егет - бейеү, барабан һуғыу, шахмат, көрәш менән мауыға.
“Мөғжизәләр яланы” үҙемде хәтерләй башлағандан алып ғаиләмдең иң яратҡан телетапшырыуы булды, йома һайын экран алдына йыйылыр инек. Айырыуса мәрхүм атайым йотлоғоп ҡараны, уйынсыларҙан да алда яуапты тапҡан осраҡтары йыш булды. Үкенес, ғүмере саҡ ҡына оҙонораҡ булһа, яҡындарының да “Мөғжизәләр яланында” сығыш яһауын күҙәтеү уға ныҡ ҡыуаныслы булыр ине.... Үҙемдең ғаиләлә лә был традиция дауам итте. Шулай, берҙе ата-әсәм беҙгә ҡунаҡҡа килгәндәрендә, ошо тапашырыу башланғас, үҙем дә абайламаҫтан балаларҙан ниңәлер һорай ҡуйҙым – ә һеҙҙең үҙегеҙҙең дә ҡатнашҡы килмәйме? Улар, әлбиттә, ҡуш ҡуллап риза",
- ти "Яйыҡ" Учалы район гәзитенә биргән интервьюһында Динара ханым.
💯Тәүҙә улар тапшырыуға саҡырылыуҙарына ышанмай, аҙаҡ тырышыр әҙерләнә башлай.
Бейеү оҫтаһы Гөлиә Кәримова Дилараға “Ләү, ләү, ләүсәтин”де өйрәтә, юғары талаптарға тура килгән фонограмманы Илгиз Йомағужин яҙҙыртып бирә. Һуңынан сәхнәлә ҡыҙсыҡ бик тә килештереп тыпырҙатһа, Дим Рәфҡәт улы ҡурай тарта, Динислам барабан һуға, ә Динара Рәис ҡыҙы ғаилә ансамбленә ҡумыҙҙа уйнап ҡушыла.
Леонид Аркадьевичҡа күстәнәстәрҙе бөтә район менән әҙерләйҙәр, һәр кем ихлас ярҙам итә.🔥
Бына шулай, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Башҡортостан данын арттырып ҡайтты.💙🤍💚
📍 Улар тураһында "Яйыҡ" гәзитендә тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.
📍 Кемдәр 10 октябрҙә күрһәтелгән тапшырыуҙы ҡарамаған, бында.
❤11🔥5🥰2
❓Нимәне хәтерләтә?
✅ Ә ысынында, был - вешенка бәшмәге.
Атамаһы ла шулай "Орнаменталь вешенка".
📍 Яңы арт-объект Өфөләге Октябрь проспектында, "Артерия" үҙәге эргәһендә урынлашҡан Ҡала халҡы аллеяһында ҡуйылған.
Бында тағы ла "Брутовик", "Ҡан тамырлы һары бәшмәк" (лисичка), "Симфоник һарыҡ бәшмәге" (сыроежка), һәм "Өсбосмаҡтар" тигән арт-объекттар бар.
Барып күрегеҙ, исемдәре генә ней тора🔥
Бер ҡараһаң, башҡорттарҙың ҡусҡар биҙәгенә оҡшаш, бер ҡараһаң, ниндәйҙер көслө йән эйәһе кеүек...
✅ Ә ысынында, был - вешенка бәшмәге.
Атамаһы ла шулай "Орнаменталь вешенка".
📍 Яңы арт-объект Өфөләге Октябрь проспектында, "Артерия" үҙәге эргәһендә урынлашҡан Ҡала халҡы аллеяһында ҡуйылған.
Бында тағы ла "Брутовик", "Ҡан тамырлы һары бәшмәк" (лисичка), "Симфоник һарыҡ бәшмәге" (сыроежка), һәм "Өсбосмаҡтар" тигән арт-объекттар бар.
Сиратта - "Нефть йөнтәҫ бәшмәге" (волнушка).
Барып күрегеҙ, исемдәре генә ней тора🔥
❤10🔥2🤔1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥"Мин - Салауат ҡыҙы" 🔥
ZAHRA исеме менән сығыш яһаусы йәш йырсы яңы йырын сығарырға әҙерләнә. Иртәгә, 17 октябрҙә, тулыһынса ишетергә мөмкин, тигән.
Видео: ZAHRA - Зөһрә Мөхәрәмова.
ZAHRA исеме менән сығыш яһаусы йәш йырсы яңы йырын сығарырға әҙерләнә. Иртәгә, 17 октябрҙә, тулыһынса ишетергә мөмкин, тигән.
Видео: ZAHRA - Зөһрә Мөхәрәмова.
👍11❤5🔥3
Байрам менән, һаулығыбыҙ һағында торған һәм һәр сөскөргән-бышҡырған һайын ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған участка терапевтары!🌷
Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, рәхмәтле һәм тиҙ арала йүнәлеп китер пациенттар, ғаилә бәхете һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ! 🥰
Бигерәк тә ауыл дауаханаларында эшләгән табиптарыбыҙға рәхмәт - ҡайсаҡ һеҙ ауырыу кешенең берҙән-бер өмөтө, таянысы.
Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, рәхмәтле һәм тиҙ арала йүнәлеп китер пациенттар, ғаилә бәхете һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ! 🥰
❤8🔥3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡты хәтерләткән был видеоны төркөмдәшебеҙ Дилара Яҡшымбәтова ебәргән🥰
Ат егеп, көҙгө урманға барыу үҙе бер ғүмер инде ул...
❤10👍5🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ниһайәт, "Тауыштар" вокаль проектының Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнап сығарған "Уралым" клибын тулыһынса ҡарай алаһығыҙ!
🔹 Төп ролдәрҙә: Рим Рәхимов, Азамат Дауытов, Айтуған Вәлмөхәмәтов, Альберт Зәйҙуллин.
🔹Икенсе пландағы ролдәрҙә: Айым Рәхимова, Альсана Рәхимова
🔹Төшөрөүсе команда:
Production E7E-media
Режиссер: Батыр Ғәлимов
Оператор: Илнур Хәмиҙуллин
Монтаж/VFX: Батыр Ғәлимов
Администратор: Регина Ҡәҙербаева
Гример: Ләйсән Ғәлиева
Образдар: Роберт Хәмиҙуллин Юлай Ғәлиуллин
- тип яҙған ижади команда.
Тәндәр земберләп китте был "Тауыштар"ҙан❤️🔥

"Тауыштар" проектына күрһәткән ышанысы һәм ярҙамы өсөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа, Ғәзиз Ғәлин, Рәфис Мырҙабаевҡа рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ",
- тип яҙған ижади команда.
Тәндәр земберләп китте был "Тауыштар"ҙан❤️🔥
❤8👍4❤🔥1
📌М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 106-сы ижад миҙгеле “Ай тотолған төндә” спектакле менән асылды.
🔥Тәүге тапҡыр ул театр сәхнәһендә 1964 йылдың 21 мартында – 61 йыл элек балҡый. Ул саҡта режиссеры Шәүрә Мортазина була, төп ролдәрҙә Зәйтүнә Бикбулатова (Тәңкәбикә), Илшат Йомағолов (Аҡъегет), Дәриға Фәйзуллина (Зөбәржәт), Рәғиҙә Янбулатова (Шәфәҡ), Ғәзим Туҡаев (Дәрүиш), Шамил Рәхмәтуллин (Диуана) уйнай.
💯1967 йылда пьесаның авторы Мостай Кәримгә, ҡуйыусы режиссёр Шәүрә Мортазинаға, рәссам Ғәлиә Имашеваға, Тәңкәбикә ролен уйнаған артист Зәйтүнә Бикбулатоваға К.С.Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы бирелә.
Төп ролдәрҙә:
Аҡъегет — Линар Бәйетов
Зөбәржәт — Сабина Кирәева
Тәңкәбикә — Сара Буранбаева һәм Алһыу Ғәлина.
⚡Спектаклдең башҡа серҙәрен асып тормайбыҙ, үҙегеҙ барып ҡарағыҙ!
Кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса йәнә яңыртып ҡуйылған спектакль тамашасыһын һөйөндөрҙө.
🔥Тәүге тапҡыр ул театр сәхнәһендә 1964 йылдың 21 мартында – 61 йыл элек балҡый. Ул саҡта режиссеры Шәүрә Мортазина була, төп ролдәрҙә Зәйтүнә Бикбулатова (Тәңкәбикә), Илшат Йомағолов (Аҡъегет), Дәриға Фәйзуллина (Зөбәржәт), Рәғиҙә Янбулатова (Шәфәҡ), Ғәзим Туҡаев (Дәрүиш), Шамил Рәхмәтуллин (Диуана) уйнай.
💯1967 йылда пьесаның авторы Мостай Кәримгә, ҡуйыусы режиссёр Шәүрә Мортазинаға, рәссам Ғәлиә Имашеваға, Тәңкәбикә ролен уйнаған артист Зәйтүнә Бикбулатоваға К.С.Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы бирелә.
Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов был пьесаны 2011 йылда сәхнәләштергәйне һәм бына, яңы һулыш, яңы ҡараш менән ул йәнә сәхнәлә!Был юлы ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Рәмис Хәкимов, хормейстер – Анель Сиргебаева, балетмейстер – Ринат Абушахманов, рәссам-яҡтыртыусы - Сергей Гаевой, режиссер ассистенты – Хөрмәтулла Үтәшев.
Төп ролдәрҙә:
Аҡъегет — Линар Бәйетов
Зөбәржәт — Сабина Кирәева
Тәңкәбикә — Сара Буранбаева һәм Алһыу Ғәлина.
⚡Спектаклдең башҡа серҙәрен асып тормайбыҙ, үҙегеҙ барып ҡарағыҙ!
❤11🔥3👍1