Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.1K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
Хәйерле иртә! 🌨️
8🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында үткән "Берҙәмлектә - көс" түңәрәк өҫтәлендә күтәрелгән төп мәсьәләләр тураһында.
8👏2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Атайсал" фильмының тәүге кадрҙарын күрһәттеләр.

🎬Фильмдың тизеры киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде.

"Атайсал" фильмын 2024 йылда төшөрә башланылар - Баймаҡ районында Денис Өмөтбаевтың йәйләүендә.

Был фильм тыуған ер, өлкән һәм йәш быуын араһындағы мөнәсәбәттәр генә түгел, ә башҡорт аты тураһында ла.

📍 Фильмдың режиссеры һәм идея авторы - Рөстәм Шәйхетдинов;
🔹Сценарий авторы - Шәүрә Шәкүрова;
🔹Оператор - Вячеслав Ложковой;
🔹Ҡуйыусы рәссам — Әлиә Байрамғолова;
🔹Реквизит буйынса рәссам — Айгөл Байрамғолова;
🔹Композитор — Марат Татурас;
🔹Кастинг-директор — Елизавета Сакаева.

"Беҙҙең фильмда 200-ҙән ашыу башҡорт аты ҡатнашты, беҙ "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттарҙың халыҡ-ара фестивале рухын күрһәттек, шул иҫәптән "Ауҙарыш"ты ла - унда беҙҙең геройҙар һәм республиканың 400-ҙән ашыу кешеһе милли кейемдәрҙә ҡатнашты. Ә 2025 йылдың 6 сентябрендә ысын фестиваль сиктәрендә актерҙарыбыҙ Аттар парадында ҡатнашты.

Беҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фонды ярҙамын алдыҡ (12,8 млн һум) һәм үҙебеҙҙең аҡсаны һалдыҡ (6,9 млн һум). Әммә бюджетты ҡаплау өсөн тағы ла 1 миллион һум тирәһе аҡса кәрәк. Шуға инвесторҙар һәм партнерҙар ҡатнаша ала",

- тип яҙған фильмды төшөрөүселәр.

"Атайсал" фильмын матди яҡтан күтәрмәләп, 1000 һумдан күберәк аҡса күсергән кешенең исем-шәрифе титрҙарға яҙыласаҡ, ти. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт бында.

Тағы бер шәп башҡорт фильмы килеп сыҡмаҡсы🔥
12🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ йыры🎶

Был оҙон көй 5-се Башҡорт кантоны начальнигы Мөхәмәтҡолой Көсөковҡа арналған. Ул 1763 йылда тыуған, 1800 йылдан алып 25 йыл дауамында кантон булған.


🔹Уның турала бик бай кеше булған, 5 меңдән ашыу йылҡы тотҡан, башҡа малы иҫәпһеҙ-һанһыҙ булған, тип һөйләйҙәр. Бөгөн Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы Ҡолой ауылына нигеҙ һалған.

🔹Мөхәмәтҡолой Көсөков 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Парижға етеп, полковник дәрәжәһендә ҡайтҡан. Өс ҡатынынан биш ҡыҙы һәм туғыҙ улы булған, ти.

💯Ҡолой кантонға бағышланған йырҙың бер нисә төрө бар.

🔹Берәүҙәрендә уны яуыз, ҡанһыҙ кеше тип ҡылыҡһырлайҙар, икенсеһендә алдынғы ҡарашлы һәм яҡшы кеше тип күрһәтелә. Арғаяш районы халҡы уны яҡшы яҡтан хәтерләй.

🔹Йыр айырыуса Урал аръяғы башҡорттары араһында киң билдәле.

📍 Видеола: БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡарыуында "Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ йыры.
👍105🔥2💔1
📌 IT донъяһын бушлай ас!

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан һәм Сбербанктың берҙәм "Мәктәп 21" проекты бойомға ашырыла башланы.

18 йәш тулған һәм заманса цифрлы технологияларҙы өйрәнеү теләге бар икән, ҡатнаша алаһығыҙ.

Нимәгә өйрәтәләр?
Йүнәлештәр төрлө: бэкенд, фронтенд, мобиль разработка, GameDev, киберхәүефһеҙлек, Data Science, системалы һәм бизнес-анализ, DevOps, юғары көсөргәнешле сервистарҙы өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү, ПО һынау (QA).

Күпме уҡыталар?
Төп белем 9 айҙан 2 йылға тиклем бирелә - барыһы ла һайлаған йүнәлештән тора.

Нисек уҡырға инергә?
🔹 21-school.ru сайтында Өфө ҡалаһын һайлап, ғариза яҙығыҙ
🔹Алгоритмик фекерләү, логика, хәтерҙе һынаған онлайн уйынды үтегеҙ
🔹Документтарығыҙҙы тапшырығыҙ
🔹"Бассейн" һайлап алыу интенсивын Өфөлә үтегеҙ.

Ике аҙналыҡ һайлап алыу һынауҙары ("бассейндар") 17 ноябрҙә һәм 8 декабрҙә башлана. Шуға ғаризаны ошо арала уҡ бирергә кәрәк.

📍 Мәктәп адресы: Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 32/2б йорт.

Һорауҙар буйынса: +7 (347) 216-21-21 телефон һандарына йәки электрон почта аша ufa@21-school.ru мөрәжәғәт итергә мөмкин.
8👍3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡәҙерлегеҙгә ебәрегеҙ 🥰

Видео: Тимур Ямалов "Йүгерә болот".
14🔥7🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Дарман" халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында "Ғәзиз ерем" бейеүе🔥

Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин ҡуйған.

💯Әйткәндәй, 21 октябрҙә Милли бейеү көнө билдәләнәсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 10 октябрҙә указ ҡабул итте.

Байрам башҡорт хореографы Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөнә тура килә.
10💯7🔥5
Тәбиғәт - иң яҡшы рәссам🩷

📸Елена Перминова фотоһы.
❤‍🔥10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурай моңо күңелдәрҙе күтәрһен!


Видео: Нурсолтан Зарипов.
11🔥4🥰3
📌Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл асылған.

Уның эргәһендә шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға арналған аллея булдырылған, һуғыш техникаһы ҡуйылған.

🔹Һәйкәлдең постаментында "Хәйбулла еренең аҫыл улдарына - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға" тип яҙылған.

Был йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү һәм яугирҙарыбыҙ хәтерен мәңгеләштереү өсөн мөһим.
10👍3🔥3👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Уны тәүгеләрҙән булып Сергей Рыбаков Орск өйәҙе Темәс ауылында, хәҙерге Баймаҡ районында, яҙып ала.
Ғалим алдында йырҙы ҡурайсы Бирғәли һәм йырсы Абдрахман Үҙәнбаев башҡара.

💯"Ҡаһым түрә" йыры Ҡаһым Мырҙашевҡа (1778-1813), 1812 йылғы Ватан һуғышын башҡорт полкы командирына бағышланған.

Ҡаһым Мырҙашевҡа Нуғай даруғаһы, Юрматы олоҫо, Айыусы ауылынан булған тиҙәр. Был хәҙерге Стәрлетамаҡ районында.

📍 Йырҙың ике төрлө легендаһы бар:

🔹 Ҡаһым үлгәндән һуң полкташтары уға арнап йыр сығарған;

🔹 Ҡаһым, көнсөлдәр тарафынан ағыуланып, үлер алдынан йыр сығарып, әсәһенә йырлаған.

🔥Йыр һүҙҙәре:

Ҡаһым түрә менгән һәр юрғаның, вай, кем,
Маңлайыңда булыр урайы.
Ҡаһым түрә яуап биргән саҡта, вай, кем,
Уң ҡулыңда булыр ҡурайы.

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай, кем,
Бәкәлдәре уның аҡ ине.
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай, кем,
Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине.


📍 Видеола: "Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ көйөн БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡара, бейей - Айҙар Исхаҡов.
8🔥3🥰3👏1
📌 Иртәгә, 16 октябрҙә, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан шағирҙары, яҙыусылары, ғалимдары һәм уйлап табыусылары хәтеренә арналған кисә ойошторола.


"Мин фронтҡа китәм, иптәштәр..." тип атала был сара, Мостай Кәримдең шиғри һүҙҙәренән алынған.

Концертта Еңеүгә өлөш индергән күренекле мәҙәниәт һәм фән хеҙмәткәренең тормош юлы, ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләйәсәктәр. Бик рухлы, тәрбиәүи сара буласаҡ.

📍Ленин урамы, 50
💳Пушкин картаһы ярай
9👍4👏3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә халыҡ йолалары һәм заман технологияларын берләштергән "ЭтноКод: Донъялар киҫелеше" проекты үткәйне.

Сара "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә үтте һәм зал тулы тамашасы йыйҙы.

Уны 2025 йылда халыҡ ижады өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы грантына ойошторҙолар.

Видео: "Атайсал" мәҙәни үҙәге.
10👍3🔥3
📌Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрациялай башланылар. Һәм беҙ шуға бәйле халыҡ араһында бихисап уйҙырма хәбәр таратырға, күңелгә шом һалырға теләгән кешеләрҙең мәғлүмәти һөжүменә дусар булдыҡ. Был кемгә кәрәк?

Яуаптар - Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау булйынса Күҙәтеү советы һәм БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимур Вәлитовтың сираттағы сығышында.
https://t.me/valitovTV/99
8👍3🤡3💯2🖕1
Был донъяла бөтәһе лә шартлы:
Шартлы - дандар, шартлы - алтындар.
Ярай әле, Ерҙең бер ҡөҙрәте -
Икмәк тигән төҫһөҙ алтын бар.

Алтын, данхыз йәшәп булалыр ул,
Йәшәп ҡара бер көн икмәкһеҙ!..
Тапап йөрөгән ҡара тупраҡта
Үҫкән шул икмәкһеҙ - имгәк һин!


Хәким ҒИЛӘЖЕВ.

📍 Бөтә донъя икмәк көнө билдәләнә бөгөн.


Беҙҙе икмәкле иткән, тимәк, йәшәү көсө биргән барлыҡ кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ.

Бәләкәй бойҙай бөртөгөнән алып, өҫтәлгә килеп ултырғанға тиклем тырышлыҡ һалған һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. 💛
11👍2🥰1💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һоҡланыуҙан һоҡ теймәһен аҡҡоштай ҡыҙҙарыбыҙға! 🦢

"Һомай" ансамбле башҡарыуында Регина Агилова ҡуйған "Аҡҡош" бейеүе😍

Видео: Регина Агилова.
18🥰6❤‍🔥3