Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса фильмдың трейлерын эшләгәндәр 🔥
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы Республика көнөнә яһалма интеллект видеолары конкурсы иғлан иткәйне. Ҡатнашыусыларҙың береһе "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән фильмға трейлер эшләп ҡараған.
Трейлерҙың авторы Шамил Хәмитов.

Ғәжәп шәп килеп сыҡҡан!
Трейлерҙың авторы Шамил Хәмитов.
🔥17❤4😎3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы Фларид Бирғәлин "Ҡурай" йырына клип төшөргән, тип хәбәр иткәйнек инде.
Әйткәндәй, Фларид 2022 йылдың көҙөнән алып вокалист Махсус хәрби операцияла I фронт ижади бригадаһында хеҙмәт итә.
Клип режиссеры - Батыр Ғәлимов. Сценарий авторы - Әлиә Ғәлимова.
Бына тулы яҙмаһын күрегеҙ! 🔥
Әйткәндәй, Фларид 2022 йылдың көҙөнән алып вокалист Махсус хәрби операцияла I фронт ижади бригадаһында хеҙмәт итә.
Клип режиссеры - Батыр Ғәлимов. Сценарий авторы - Әлиә Ғәлимова.
❤8🔥3👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ел-бауырлап осҡан ҡоштар
Аксарлаҡ түгел микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?
Буранбай ИСҠУЖИН һүҙҙәре.
Юлай ҮҘӘНБАЕВ музыкаһы.
Видео: Ильяс Әлбәков.
Аксарлаҡ түгел микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?
Буранбай ИСҠУЖИН һүҙҙәре.
Юлай ҮҘӘНБАЕВ музыкаһы.
Видео: Ильяс Әлбәков.
❤15🔥7👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Оло инәй менән Кендек...
Тиҙҙән. 20.10.2025"
- тип яҙған М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов.
Көтәбеҙ 🤩
❤10👍3💘1
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында үткән "Берҙәмлектә - көс" түңәрәк өҫтәлендә күтәрелгән төп мәсьәләләр тураһында.
❤8👏2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Атайсал" фильмының тәүге кадрҙарын күрһәттеләр.
🎬Фильмдың тизеры киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде.
📍 Фильмдың режиссеры һәм идея авторы - Рөстәм Шәйхетдинов;
🔹Сценарий авторы - Шәүрә Шәкүрова;
🔹Оператор - Вячеслав Ложковой;
🔹Ҡуйыусы рәссам — Әлиә Байрамғолова;
🔹Реквизит буйынса рәссам — Айгөл Байрамғолова;
🔹Композитор — Марат Татурас;
🔹Кастинг-директор — Елизавета Сакаева.
- тип яҙған фильмды төшөрөүселәр.
"Атайсал" фильмын матди яҡтан күтәрмәләп, 1000 һумдан күберәк аҡса күсергән кешенең исем-шәрифе титрҙарға яҙыласаҡ, ти. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт бында.
Тағы бер шәп башҡорт фильмы килеп сыҡмаҡсы🔥

"Атайсал" фильмын 2024 йылда төшөрә башланылар - Баймаҡ районында Денис Өмөтбаевтың йәйләүендә.Был фильм тыуған ер, өлкән һәм йәш быуын араһындағы мөнәсәбәттәр генә түгел, ә башҡорт аты тураһында ла.
📍 Фильмдың режиссеры һәм идея авторы - Рөстәм Шәйхетдинов;
🔹Сценарий авторы - Шәүрә Шәкүрова;
🔹Оператор - Вячеслав Ложковой;
🔹Ҡуйыусы рәссам — Әлиә Байрамғолова;
🔹Реквизит буйынса рәссам — Айгөл Байрамғолова;
🔹Композитор — Марат Татурас;
🔹Кастинг-директор — Елизавета Сакаева.
⚡"Беҙҙең фильмда 200-ҙән ашыу башҡорт аты ҡатнашты, беҙ "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттарҙың халыҡ-ара фестивале рухын күрһәттек, шул иҫәптән "Ауҙарыш"ты ла - унда беҙҙең геройҙар һәм республиканың 400-ҙән ашыу кешеһе милли кейемдәрҙә ҡатнашты. Ә 2025 йылдың 6 сентябрендә ысын фестиваль сиктәрендә актерҙарыбыҙ Аттар парадында ҡатнашты.
Беҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фонды ярҙамын алдыҡ (12,8 млн һум) һәм үҙебеҙҙең аҡсаны һалдыҡ (6,9 млн һум). Әммә бюджетты ҡаплау өсөн тағы ла 1 миллион һум тирәһе аҡса кәрәк. Шуға инвесторҙар һәм партнерҙар ҡатнаша ала",
- тип яҙған фильмды төшөрөүселәр.
"Атайсал" фильмын матди яҡтан күтәрмәләп, 1000 һумдан күберәк аҡса күсергән кешенең исем-шәрифе титрҙарға яҙыласаҡ, ти. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт бында.
Тағы бер шәп башҡорт фильмы килеп сыҡмаҡсы🔥
❤12🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ йыры🎶
🔹Уның турала бик бай кеше булған, 5 меңдән ашыу йылҡы тотҡан, башҡа малы иҫәпһеҙ-һанһыҙ булған, тип һөйләйҙәр. Бөгөн Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы Ҡолой ауылына нигеҙ һалған.
🔹Мөхәмәтҡолой Көсөков 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Парижға етеп, полковник дәрәжәһендә ҡайтҡан. Өс ҡатынынан биш ҡыҙы һәм туғыҙ улы булған, ти.
💯Ҡолой кантонға бағышланған йырҙың бер нисә төрө бар.
🔹Берәүҙәрендә уны яуыз, ҡанһыҙ кеше тип ҡылыҡһырлайҙар, икенсеһендә алдынғы ҡарашлы һәм яҡшы кеше тип күрһәтелә. Арғаяш районы халҡы уны яҡшы яҡтан хәтерләй.
🔹Йыр айырыуса Урал аръяғы башҡорттары араһында киң билдәле.
📍 Видеола: БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡарыуында "Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ йыры.
Был оҙон көй 5-се Башҡорт кантоны начальнигы Мөхәмәтҡолой Көсөковҡа арналған. Ул 1763 йылда тыуған, 1800 йылдан алып 25 йыл дауамында кантон булған.
🔹Уның турала бик бай кеше булған, 5 меңдән ашыу йылҡы тотҡан, башҡа малы иҫәпһеҙ-һанһыҙ булған, тип һөйләйҙәр. Бөгөн Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы Ҡолой ауылына нигеҙ һалған.
🔹Мөхәмәтҡолой Көсөков 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Парижға етеп, полковник дәрәжәһендә ҡайтҡан. Өс ҡатынынан биш ҡыҙы һәм туғыҙ улы булған, ти.
💯Ҡолой кантонға бағышланған йырҙың бер нисә төрө бар.
🔹Берәүҙәрендә уны яуыз, ҡанһыҙ кеше тип ҡылыҡһырлайҙар, икенсеһендә алдынғы ҡарашлы һәм яҡшы кеше тип күрһәтелә. Арғаяш районы халҡы уны яҡшы яҡтан хәтерләй.
🔹Йыр айырыуса Урал аръяғы башҡорттары араһында киң билдәле.
📍 Видеола: БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡарыуында "Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ йыры.
👍10❤5🔥2💔1
📌 IT донъяһын бушлай ас!
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан һәм Сбербанктың берҙәм "Мәктәп 21" проекты бойомға ашырыла башланы.
Йүнәлештәр төрлө: бэкенд, фронтенд, мобиль разработка, GameDev, киберхәүефһеҙлек, Data Science, системалы һәм бизнес-анализ, DevOps, юғары көсөргәнешле сервистарҙы өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү, ПО һынау (QA).
❓Күпме уҡыталар?
Төп белем 9 айҙан 2 йылға тиклем бирелә - барыһы ла һайлаған йүнәлештән тора.
❓Нисек уҡырға инергә?
🔹 21-school.ru сайтында Өфө ҡалаһын һайлап, ғариза яҙығыҙ
🔹Алгоритмик фекерләү, логика, хәтерҙе һынаған онлайн уйынды үтегеҙ
🔹Документтарығыҙҙы тапшырығыҙ
🔹"Бассейн" һайлап алыу интенсивын Өфөлә үтегеҙ.
📍 Мәктәп адресы: Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 32/2б йорт.
☎ Һорауҙар буйынса: +7 (347) 216-21-21 телефон һандарына йәки электрон почта аша ufa@21-school.ru мөрәжәғәт итергә мөмкин.

18 йәш тулған һәм заманса цифрлы технологияларҙы өйрәнеү теләге бар икән, ҡатнаша алаһығыҙ.❓Нимәгә өйрәтәләр?
Йүнәлештәр төрлө: бэкенд, фронтенд, мобиль разработка, GameDev, киберхәүефһеҙлек, Data Science, системалы һәм бизнес-анализ, DevOps, юғары көсөргәнешле сервистарҙы өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү, ПО һынау (QA).
❓Күпме уҡыталар?
Төп белем 9 айҙан 2 йылға тиклем бирелә - барыһы ла һайлаған йүнәлештән тора.
❓Нисек уҡырға инергә?
🔹 21-school.ru сайтында Өфө ҡалаһын һайлап, ғариза яҙығыҙ
🔹Алгоритмик фекерләү, логика, хәтерҙе һынаған онлайн уйынды үтегеҙ
🔹Документтарығыҙҙы тапшырығыҙ
🔹"Бассейн" һайлап алыу интенсивын Өфөлә үтегеҙ.
✅ Ике аҙналыҡ һайлап алыу һынауҙары ("бассейндар") 17 ноябрҙә һәм 8 декабрҙә башлана. Шуға ғаризаны ошо арала уҡ бирергә кәрәк.
📍 Мәктәп адресы: Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 32/2б йорт.
☎ Һорауҙар буйынса: +7 (347) 216-21-21 телефон һандарына йәки электрон почта аша ufa@21-school.ru мөрәжәғәт итергә мөмкин.
❤8👍3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡәҙерлегеҙгә ебәрегеҙ 🥰
Видео: Тимур Ямалов "Йүгерә болот".
Видео: Тимур Ямалов "Йүгерә болот".
❤14🔥7🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Дарман" халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында "Ғәзиз ерем" бейеүе🔥
Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин ҡуйған.
💯Әйткәндәй, 21 октябрҙә Милли бейеү көнө билдәләнәсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 10 октябрҙә указ ҡабул итте.
Байрам башҡорт хореографы Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөнә тура килә.

❤10💯7🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурай моңо күңелдәрҙе күтәрһен!
Видео: Нурсолтан Зарипов.
❤11🔥4🥰3
📌Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл асылған.
Уның эргәһендә шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға арналған аллея булдырылған, һуғыш техникаһы ҡуйылған.
🔹Һәйкәлдең постаментында "Хәйбулла еренең аҫыл улдарына - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға" тип яҙылған.

Был йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү һәм яугирҙарыбыҙ хәтерен мәңгеләштереү өсөн мөһим.
❤10👍3🔥3👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
✅ Уны тәүгеләрҙән булып Сергей Рыбаков Орск өйәҙе Темәс ауылында, хәҙерге Баймаҡ районында, яҙып ала.
Ғалим алдында йырҙы ҡурайсы Бирғәли һәм йырсы Абдрахман Үҙәнбаев башҡара.
Ҡаһым Мырҙашевҡа Нуғай даруғаһы, Юрматы олоҫо, Айыусы ауылынан булған тиҙәр. Был хәҙерге Стәрлетамаҡ районында.
📍 Йырҙың ике төрлө легендаһы бар:
🔹 Ҡаһым үлгәндән һуң полкташтары уға арнап йыр сығарған;
🔹 Ҡаһым, көнсөлдәр тарафынан ағыуланып, үлер алдынан йыр сығарып, әсәһенә йырлаған.
🔥Йыр һүҙҙәре:
Ҡаһым түрә менгән һәр юрғаның, вай, кем,
Маңлайыңда булыр урайы.
Ҡаһым түрә яуап биргән саҡта, вай, кем,
Уң ҡулыңда булыр ҡурайы.
Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай, кем,
Бәкәлдәре уның аҡ ине.
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай, кем,
Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине.
📍 Видеола: "Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ көйөн БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡара, бейей - Айҙар Исхаҡов.

💯"Ҡаһым түрә" йыры Ҡаһым Мырҙашевҡа (1778-1813), 1812 йылғы Ватан һуғышын башҡорт полкы командирына бағышланған.

❤8🔥3🥰3👏1