Башҡорт донъяһы
664 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
284 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иртәгә! 🔥

Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбленә - 1 йыл, Ҡурай көнө тәүге тапҡыр билдәләнә.


Ошо айҡанлы күркәм сараға нсамблдең художество етәксеһе Азат Айытҡолов саҡыра.

Билет хаҡы 500 — 1500 һум
Касса: (347) 250-77-42
bashgf.ru
7🔥6👍2
Бөгөн, Өфөлә, "Атайсал"да, БУШЛАЙ! 🔥

Сәғәт 19:00, Кустарная урамы, 17.
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
HAZINA этно-проекты ятып тыңларлыҡ шул! 🥰 🤭

Республика көнө айҡанлы ойошторолған кисәнән бер мәҙәк күренеш 🩷
10🥰5👏2🤩1
📌 "Берҙәмлектә - көс!" - республикабыҙ яҙыусылары һәм журналистары бөгөн нәҡ шулай тип аталған ҡор йыйҙы.

Түңәрәк өҫтәлдең төп маҡсаты - ҡаҙаныштарҙы барлау һәм киләсәккә ижади пландар ҡороу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе барлау булды.

Осрашыуҙа БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто" директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, "Китап" нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова, Башҡортостан халыҡ яҙыусылары Марсель Сәлимов, Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова һәм Лариса Абдуллина сығыш яһаны.

Шағирә Кристина Андриянова С. Аксаков көндәре һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ә Рус телле яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе Светлана Чураева тәржемә өлкәһендәге уңыштар тураһында бәйән итте һәм барыһын да етеп килгән байрам менән тәбрикләп, Рауил Бикбаевтың шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

📍 Әҙиптәр йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү, үҙебеҙҙең ҡиммәттәрҙе һалып үҫтереү һәм ошо маҡсатта ең һыҙғанып ижад итеү мөһимлеген ҡат-ҡат телгә алды.


Шулай уҡ ижадташтар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса капиталь ремонтланған Яҙыусылар союзы бинаһын һоҡланып ҡарап сыҡты. Бында барыһы ла уйланып эшләнелгән, хатта бина башына ятасаҡ ҡар ҙа бер төймәгә баҫып ҡына иретелеп торасаҡ - бейеккә менеп ҡар көрәп йөрөү кәрәкмәйәсәк.

📍 Журналистар шунда уҡ "Өфө йукәләре" аллеяһын баһаланы һәм бында китаптар, баҫма матбуғат һалынған бушлай кәштә булдырырға тәҡдим итте.

Бына шулай бик эшлекле һәм йылы осрашыу булды бөгөн баш ҡала үҙәгендә.
💯7👍63
Ҡурай көнө менән! ❤️

🔺Был иҫтәлекле дата быйыл беренсе тапҡыр билдәләнә.
Уны булдырыу тураһында былтыр Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең тәүге концертында республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткәйне.

🔺Әйткәндәй, ҡурайыбыҙҙы бар донъяға танытҡан Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған көнө лә бөгөн, 10 октябрь, булып сыҡҡан!

🔹 Быға тиклем Йомабай Мөтиғулла улы 1891 йылдың 21 сентябрендә тыуған тип иҫәпләнә ине. Архивта табылған Метрика китабында Йомабай Мөтиғулла улы Иҫәнбаев 1890 йылдың 10 октябрендә тыуған тип теркәлгән.

🔹Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл.

🔹 Уның Парижға барып башҡорт ҡурайын бөтә донъяға танытып ҡайтыуына 100 йыл тулды - Бөтә донъя биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе сиктәрендә үткән концертта тамыры менән алып килгән ҡурайҙы ҡырҡып, "Байыҡ" халыҡ йырын башҡара.

Байрам менән! ❤️
14👏3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсыларыбыҙ беҙҙе байрам менән тәбрикләй.

М. Ғөбәйҙуллин исемендәге 2-се мотоуҡсылар батальонынан "Сәләх" ҡушаматлы яугир Ҡурай көнө һәм Республика көнө уңайынан моңло бүләк юллаған.💙🤍💚
14🔥4👏4👎3🤮1🤡1
Әбйәлил районы ҡаһарман улын онотмай! 🔥

💯Бөгөн Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст ҡуйылды.

🎖️Тамерлан Айсар улы Илһамов 1994 йылдың 22 июнендә Асҡар ауылында тыуған. Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемендәге гимназияла белем ала.

2022 йылдың февраленән үҙенең подразделениеһы составында Украинаның көнсығышында махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Тамерлан Илһамов етәкселек иткән һалдаттар 2022 йылдың июлендә һауанан һөжүм иткән дошмандың туғыҙ ракетаһын юҡ итә. Әммә прапорщик позицияһын үҙгәртергә ниәтләгәндә, уларға ике ракета тейә. Тамерлан Айсар улы хәрби иптәштәре менән бергә һәләк була, әммә үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, бөтә подразделениеның шәхси составын юғалтыуға юл ҡуймай.

🎖️Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. 2022 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Геройҙың Алтын Йондоҙон әсәһенә тапшырҙы.
🔥85👏2🤮1🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурай тауышы ниндәй йышлыҡта тирбәлә, 432 герц һәм 440 герц төҙөлөшө нимәһе менән айырыла?

Был турала Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов һөйләй.

Видео: Айгөл Вәлиева, БР Милли музейы хеҙмәткәре.
11👍4🔥2😁1
📌Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

💯Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә премияға лайыҡ булыусылар:

Андрей Стариков, Башҡортостандың Инфраструктур һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу фонды генераль директоры – “Көрәш һарайы” спорт әҙерлеге үҙәгенең архитектура проекты өсөн.

Әмир Мәжитов (Өфө сәнғәт институты деканы) һәм Йәлил Сөләймәнов (Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы) – “Ер хәтере. Урал көсө” исемле сәнғәт әҫәрҙәре серияһы өсөн.

Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе – “Ҡош булып ҡайтырмын” повестар йыйынтығы өсөн.

Сулпан Асҡарова, Башҡорт дәүләт филармонияһы баш режиссеры – театрлаштырылған “Салауат тоҡомдары” тамашаһы өсөн.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, 2023 йылдан алып Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыла. Һәр премияның күләме - 1 миллион һум.
👍6🔥43💩3🤮2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурай моңондай оҙон ғүмер теләйбеҙ!


Бына шундай матур теләк менән Йәмил Баймырҙин һәм Динар Абдуллин "Хәйбулла маршы" башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттергән.
16👍7🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аяҡтар үҙенән-үҙе тыпырлай💃

Ҡурай көнөнә концерт башланырға тора...
12🔥3🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәңге йәшә, ҠУРАЙ❣️
12🔥8🥰4
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ МЕНӘН!❤️

Республика халҡы өсөн иң мөһим байрамдарҙың береһе бөгөн. 1990 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән.

Әйткәндәй, был ваҡиғаға теүәл 35 йыл.


Күркәм байрам менән барыһын да тәбрикләйбеҙ һәм илгә именлек, аяҙ күк йөҙө, һәр кемебеҙгә һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!

Башҡортостан, алға! 💙🤍💚
13🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Барығыҙҙы ла Республика көнө менән тәбрикләйбеҙ!

Сәскә ат, Башҡортостан! 💙 🤍 💚
9🎉3😇2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостан халҡын Республика көнө менән Радий Хәбиров ҡотлаған.

"Миңә Башҡортостанда тыуыу бәхете тейҙе. Республикабыҙҙа үҫеү, йәшәү һәм эшләү.

Башҡортостаныбыҙ - ул күп быуатлы тарих, үҙенсәлекле мәҙәниәт, уникаль тәбиғәт. Ул көслө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Фән һәм инновациялар. Даими алға барыу һәм бейеклеккә ынтылыш.

Әммә иң мөһим байлығыбыҙ - бында йәшәгән кешеләр. Ҡаһарман геройҙар, баҫалҡы хеҙмәтсәндәр, талантлы артистар, шағирҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар.

Барлыҡ республика халҡына - уңыштар, һаулыҡ, изгелек һәм сәскә атыуҙы теләйем!

Республика көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Иң ҙур байлығыбыҙ – берҙәмлек. Бер төптән булһаҡ, бер һынау ҙа беҙҙе бөгә алмаҫ. Заман елдәренә бирешмәй, тағы ла көслөрәк була барырбыҙ. Байрам менән! Тыуған еребеҙгә, татыу халыҡтарыбыҙға яҡты өмөтлө киләсәк теләйем",

- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.
8🔥3🤮3🤡3🎉2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алыҫ араларҙан күңелдәрҙе йылытыр видео - "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙарынан ҡотлау һүҙҙәре.

Республикабыҙ, халҡыбыҙ һәм оло илебеҙ именлеге һағында булған барлыҡ уландарыбыҙ, тормош иптәштәребеҙ, атай-олатайҙарыбыҙ имен-һау булһын! ❤️
10👍5🥰2🤮2💩2