This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бында тормош ҡайнай...
📍 Асҡын районы, Әмир ауылы.
Видео: Салауат Юнысов.
❤13
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"HAZINA" этно-проекты "Ерем" йырының клибын күрһәтергә тамашасыларын йыйҙы.
Өфөлә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында "Минең Ерем" тип аталған ижади кисә ойошторолдо. Уның сиктәрендә Эллина Мөлөкова фотоһүрәттәренән күргәҙмә, рәссам Нелли Аҡсурина ярҙамында "Урал стихиялары" перфомансы, "Ерем" йырына төшөрөлгән яңы клип һәм ҡыҫҡа ғына концерт күрһәтелде.
Иғтибарығыҙға кисәнән күренештәр тәҡдим итәбеҙ.

🔥"Ерем" йыры - Башҡортостаныбыҙға дан йыры, ти һылыуҙар.Был ижади кисә Башҡортостан Республикаһы көнөнә - 11 октябргә бағышланды. 💙🤍💚
Иғтибарығыҙға кисәнән күренештәр тәҡдим итәбеҙ.
❤9🔥4👏3🥰1
Ваҡыт үтер, томан таралыр 🤍
Фото: Елена Перминова.
Хәйерле көн, төркөмдәштәр!
Фото: Елена Перминова.
❤11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта әле сәскә ата-ата һөйләрҙәр...
Ҡыҙғанысҡа күрә был матур видео авторын белмәйбеҙ, инәйҙәрҙе таныһағыҙ, яҙығыҙ! 🙏
👍9❤4🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Кисә тағы бер матур клип тамашасы иғтибарына тәҡдим ителгән: "Тауыштар" вокаль проектының "Уралым" башҡорт халыҡ йырына төшөргән клибы.
Был проектта Рим Рәхимов, Азамат Дауытов, Айтуған Вәлмөхәмәтов һәм Альберт Зәйҙуллин ҡатнаша. Улар йырҙы аккомпаниментһыҙ башҡара.
❓Кем күрҙе?

❤12🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иртәгә! 🔥
Ошо айҡанлы күркәм сараға нсамблдең художество етәксеһе Азат Айытҡолов саҡыра.
Билет хаҡы 500 — 1500 һум
Касса: (347) 250-77-42
bashgf.ru
Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбленә - 1 йыл, Ҡурай көнө тәүге тапҡыр билдәләнә.
Ошо айҡанлы күркәм сараға нсамблдең художество етәксеһе Азат Айытҡолов саҡыра.
Билет хаҡы 500 — 1500 һум
Касса: (347) 250-77-42
bashgf.ru
❤7🔥6👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
HAZINA этно-проекты ятып тыңларлыҡ шул! 🥰 🤭
Республика көнө айҡанлы ойошторолған кисәнән бер мәҙәк күренеш 🩷

❤10🥰5👏2🤩1
📌 "Берҙәмлектә - көс!" - республикабыҙ яҙыусылары һәм журналистары бөгөн нәҡ шулай тип аталған ҡор йыйҙы.
✅ Түңәрәк өҫтәлдең төп маҡсаты - ҡаҙаныштарҙы барлау һәм киләсәккә ижади пландар ҡороу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе барлау булды.
Осрашыуҙа БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто" директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, "Китап" нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова, Башҡортостан халыҡ яҙыусылары Марсель Сәлимов, Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова һәм Лариса Абдуллина сығыш яһаны.
Шағирә Кристина Андриянова С. Аксаков көндәре һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ә Рус телле яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе Светлана Чураева тәржемә өлкәһендәге уңыштар тураһында бәйән итте һәм барыһын да етеп килгән байрам менән тәбрикләп, Рауил Бикбаевтың шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
Шулай уҡ ижадташтар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса капиталь ремонтланған Яҙыусылар союзы бинаһын һоҡланып ҡарап сыҡты. Бында барыһы ла уйланып эшләнелгән, хатта бина башына ятасаҡ ҡар ҙа бер төймәгә баҫып ҡына иретелеп торасаҡ - бейеккә менеп ҡар көрәп йөрөү кәрәкмәйәсәк.
Бына шулай бик эшлекле һәм йылы осрашыу булды бөгөн баш ҡала үҙәгендә.

📍 Әҙиптәр йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү, үҙебеҙҙең ҡиммәттәрҙе һалып үҫтереү һәм ошо маҡсатта ең һыҙғанып ижад итеү мөһимлеген ҡат-ҡат телгә алды.
Шулай уҡ ижадташтар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса капиталь ремонтланған Яҙыусылар союзы бинаһын һоҡланып ҡарап сыҡты. Бында барыһы ла уйланып эшләнелгән, хатта бина башына ятасаҡ ҡар ҙа бер төймәгә баҫып ҡына иретелеп торасаҡ - бейеккә менеп ҡар көрәп йөрөү кәрәкмәйәсәк.
📍 Журналистар шунда уҡ "Өфө йукәләре" аллеяһын баһаланы һәм бында китаптар, баҫма матбуғат һалынған бушлай кәштә булдырырға тәҡдим итте.
Бына шулай бик эшлекле һәм йылы осрашыу булды бөгөн баш ҡала үҙәгендә.
💯7👍6❤3
Ҡурай көнө менән! ❤️
🔺Был иҫтәлекле дата быйыл беренсе тапҡыр билдәләнә.
Уны булдырыу тураһында былтыр Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең тәүге концертында республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткәйне.
🔹Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл.
🔹 Уның Парижға барып башҡорт ҡурайын бөтә донъяға танытып ҡайтыуына 100 йыл тулды - Бөтә донъя биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе сиктәрендә үткән концертта тамыры менән алып килгән ҡурайҙы ҡырҡып, "Байыҡ" халыҡ йырын башҡара.
Байрам менән! ❤️

🔺Әйткәндәй, ҡурайыбыҙҙы бар донъяға танытҡан Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған көнө лә бөгөн, 10 октябрь, булып сыҡҡан!🔹 Быға тиклем Йомабай Мөтиғулла улы 1891 йылдың 21 сентябрендә тыуған тип иҫәпләнә ине. Архивта табылған Метрика китабында Йомабай Мөтиғулла улы Иҫәнбаев 1890 йылдың 10 октябрендә тыуған тип теркәлгән.
🔹Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл.
🔹 Уның Парижға барып башҡорт ҡурайын бөтә донъяға танытып ҡайтыуына 100 йыл тулды - Бөтә донъя биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе сиктәрендә үткән концертта тамыры менән алып килгән ҡурайҙы ҡырҡып, "Байыҡ" халыҡ йырын башҡара.
Байрам менән! ❤️
❤14👏3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсыларыбыҙ беҙҙе байрам менән тәбрикләй.
М. Ғөбәйҙуллин исемендәге 2-се мотоуҡсылар батальонынан "Сәләх" ҡушаматлы яугир Ҡурай көнө һәм Республика көнө уңайынан моңло бүләк юллаған.💙🤍💚
❤14🔥4👏4👎3🤮1🤡1