Башҡорт донъяһы
663 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
285 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 12-19 октябрҙә Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙарының "Ҡолонсаҡ" беренсе халыҡ-ара фестивале үтә.

Сара тураһында "Сәләм" тапшырыуында М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов һәм театр актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рушанна Бабич.

Видео: "Сәләм" тапшырыуы.
8👍2👏2
📌AY YOLA төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова башҡорт телен етерлек кимәлдә белмәүе тураһында тәнҡиттәргә яуап биргән. Ҡыҙ башҡорт теле мөхитендә үҫмәүе һәм телде камил белеү – ул оло бәхет булыуы тураһында әйткән.

💯Адель телде яңы өйрәнә башлаусыларҙы хөкөм итергә ярамай, күтәрмәләргә һәм был башланғыста ярҙам итергә кәрәк, ти. Күптәрҙең ғәйепләп, йә мыҫҡыллап яҙған комментарийҙарын күреп, күңеленә бик ауыр алыуын һәм был кәртәне йырып сығыуы еңел булмауын да һөйләгән ул.

Эйе, беҙҙең төркөмдә лә тәүҙә үк “Һомай” йырын ҡуйғас, йәмһеҙ комментарийҙар яҙыусылар осрағыланы. “Һарай” түгел, йәнәһе.

Әммә тап ошо йыр һәм ошо һылыу ҡыҙ бөгөн бар донъяға башҡорт тигән халыҡ барлығы тураһында ауаз һалды түгелме?

Ошо хаҡта уйлап ҡараһаҡ, бер өндө яңылышыраҡ әйтеүе бик ҙур мәсьәлә лә түгел һымаҡ. Ҡабатлай-ҡабатлай төҙәлеп тә килә, етмәһә.

Ләкин был икенсе бер ҡатмарлы мәсьәләгә иғтибар йәлеп итте: башҡортлоҡ телде белеү менән генә билдәләнмәй, ә халыҡ мәнфәғәтенә эшләү менән.

Был турала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова шундай фекер белдергән:
“Халыҡты “ысын башҡорт”ҡа һәм быға ниндәҙер критерийҙар буйынса тап килмәүселәргә бүлмәйек. Халҡыбыҙға мөрәжәғәт итеп, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡасандыр бик дөрөҫ әйтте – үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кем башҡорт булырға хоҡуҡлы. Әйҙәгеҙ, туған телдәребеҙҙе яратайыҡ, өйрәнәйек, танытайыҡ, күп милләтле илебеҙҙә телдәр төрлөлөгөн һаҡлау өсөн барыһын да эшләйек”,

- тип яҙған Эльвира Ринат ҡыҙы сәхифәһендә.

💯Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа шуны өҫтәр инек: балаларға туған телде өйрәтеп үҫтереүҙе, туған мәҙәниәткә, халҡыңдың тарихына һәм рухи ҡиммәттәренә һөйөү тәрбиәләүҙе һәр ғаилә бөгөндән һәм үҙенән башлаһын.

Өлкәндәр йәштәргә был йәһәттән ярҙам итһен. “Телде өйрәтмәйһең”, тип әрләмәгеҙ, ә үҙегеҙ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә “внук-внучкам”, тимәгеҙ. Йышыраҡ башҡортса йырҙар тыңлағыҙ, китаптар уҡығыҙ, мәҙәни сараларға йөрөтөгөҙ һәм, әлбиттә, телефондарына башҡортса ҡушымталар ҡуйып бирегеҙ.

💯Ә инде башҡортлоҡ һәм телде белеү мәсьәләһенә килгәндә, телде камил белеп тә, үҙ халҡына тырнаҡ осондай ҙа файҙа килтермәгән әҙәмдәр бар.
🔥104👍3
📌БӘПЕМБӘ - әҙәби башҡорт телендә был сәскә нәҡ шулай атала.
Русса атамаһы - одуванчик.

Ә бына башҡорт теленең төрлө һөйләштәрендә уны нимә тип йөрөтәләр икән?



💯Әйҙәгеҙ, ҡайһы берҙәренә күҙ һалайыҡ:

🔹 БАҒАНАҠ - урта һөйләш
🔸БАПЫМБАШ - урта һөйләш
🔹БӘПЕМБӘП - урта һөйләш
🔸БАҒҮЛӘН - салйоғот, әй һөйләштәре
🔹БАППАҒҮЛӘН - әй һөйләше
🔸БӘҒҮЛӘН - әй һөйләше
🔹БАҒЫМБАҠ - арғаяш һөйләше
🔸БӘҒЕМБӘ - арғаяш һөйләше

📍Мәғлүмәт өсөн:
Әй, салйоғот һәм арғаяш һөйләштәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының төньяҡ-көнсығыш һөйләштәр төркөмөнә ҡарай.

Урта һөйләш башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡарай.

🔥Һеҙҙең яҡта был сәскәне нисек атайҙар? Яҙығыҙ!
92👍2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бында тормош ҡайнай...

📍 Асҡын районы, Әмир ауылы.

Видео: Салауат Юнысов.
13
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"HAZINA" этно-проекты "Ерем" йырының клибын күрһәтергә тамашасыларын йыйҙы.

Өфөлә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында "Минең Ерем" тип аталған ижади кисә ойошторолдо. Уның сиктәрендә Эллина Мөлөкова фотоһүрәттәренән күргәҙмә, рәссам Нелли Аҡсурина ярҙамында "Урал стихиялары" перфомансы, "Ерем" йырына төшөрөлгән яңы клип һәм ҡыҫҡа ғына концерт күрһәтелде.

🔥"Ерем" йыры - Башҡортостаныбыҙға дан йыры, ти һылыуҙар.

Был ижади кисә Башҡортостан Республикаһы көнөнә - 11 октябргә бағышланды. 💙🤍💚

Иғтибарығыҙға кисәнән күренештәр тәҡдим итәбеҙ.
9🔥4👏3🥰1
Ваҡыт үтер, томан таралыр 🤍

Хәйерле көн, төркөмдәштәр!


Фото: Елена Перминова.
11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта әле сәскә ата-ата һөйләрҙәр...


Ҡыҙғанысҡа күрә был матур видео авторын белмәйбеҙ, инәйҙәрҙе таныһағыҙ, яҙығыҙ! 🙏
👍94🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Кисә тағы бер матур клип тамашасы иғтибарына тәҡдим ителгән: "Тауыштар" вокаль проектының "Уралым" башҡорт халыҡ йырына төшөргән клибы.

Был проектта Рим Рәхимов, Азамат Дауытов, Айтуған Вәлмөхәмәтов һәм Альберт Зәйҙуллин ҡатнаша. Улар йырҙы аккомпаниментһыҙ башҡара.

Кем күрҙе?
12🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иртәгә! 🔥

Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбленә - 1 йыл, Ҡурай көнө тәүге тапҡыр билдәләнә.


Ошо айҡанлы күркәм сараға нсамблдең художество етәксеһе Азат Айытҡолов саҡыра.

Билет хаҡы 500 — 1500 һум
Касса: (347) 250-77-42
bashgf.ru
7🔥6👍2
Бөгөн, Өфөлә, "Атайсал"да, БУШЛАЙ! 🔥

Сәғәт 19:00, Кустарная урамы, 17.
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
HAZINA этно-проекты ятып тыңларлыҡ шул! 🥰 🤭

Республика көнө айҡанлы ойошторолған кисәнән бер мәҙәк күренеш 🩷
10🥰5👏2🤩1
📌 "Берҙәмлектә - көс!" - республикабыҙ яҙыусылары һәм журналистары бөгөн нәҡ шулай тип аталған ҡор йыйҙы.

Түңәрәк өҫтәлдең төп маҡсаты - ҡаҙаныштарҙы барлау һәм киләсәккә ижади пландар ҡороу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе барлау булды.

Осрашыуҙа БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто" директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, "Китап" нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова, Башҡортостан халыҡ яҙыусылары Марсель Сәлимов, Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова һәм Лариса Абдуллина сығыш яһаны.

Шағирә Кристина Андриянова С. Аксаков көндәре һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ә Рус телле яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе Светлана Чураева тәржемә өлкәһендәге уңыштар тураһында бәйән итте һәм барыһын да етеп килгән байрам менән тәбрикләп, Рауил Бикбаевтың шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

📍 Әҙиптәр йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү, үҙебеҙҙең ҡиммәттәрҙе һалып үҫтереү һәм ошо маҡсатта ең һыҙғанып ижад итеү мөһимлеген ҡат-ҡат телгә алды.


Шулай уҡ ижадташтар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса капиталь ремонтланған Яҙыусылар союзы бинаһын һоҡланып ҡарап сыҡты. Бында барыһы ла уйланып эшләнелгән, хатта бина башына ятасаҡ ҡар ҙа бер төймәгә баҫып ҡына иретелеп торасаҡ - бейеккә менеп ҡар көрәп йөрөү кәрәкмәйәсәк.

📍 Журналистар шунда уҡ "Өфө йукәләре" аллеяһын баһаланы һәм бында китаптар, баҫма матбуғат һалынған бушлай кәштә булдырырға тәҡдим итте.

Бына шулай бик эшлекле һәм йылы осрашыу булды бөгөн баш ҡала үҙәгендә.
💯7👍63
Ҡурай көнө менән! ❤️

🔺Был иҫтәлекле дата быйыл беренсе тапҡыр билдәләнә.
Уны булдырыу тураһында былтыр Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең тәүге концертында республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткәйне.

🔺Әйткәндәй, ҡурайыбыҙҙы бар донъяға танытҡан Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған көнө лә бөгөн, 10 октябрь, булып сыҡҡан!

🔹 Быға тиклем Йомабай Мөтиғулла улы 1891 йылдың 21 сентябрендә тыуған тип иҫәпләнә ине. Архивта табылған Метрика китабында Йомабай Мөтиғулла улы Иҫәнбаев 1890 йылдың 10 октябрендә тыуған тип теркәлгән.

🔹Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл.

🔹 Уның Парижға барып башҡорт ҡурайын бөтә донъяға танытып ҡайтыуына 100 йыл тулды - Бөтә донъя биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе сиктәрендә үткән концертта тамыры менән алып килгән ҡурайҙы ҡырҡып, "Байыҡ" халыҡ йырын башҡара.

Байрам менән! ❤️
14👏3🔥2