Башҡорт донъяһы
663 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
284 links
Download Telegram
📌Халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ-ара конкурсы үтте.

Конкурс 35 бейеү коллективын һәм 800-ҙән ашыу һәләтле бейеүсене бер сәхнәлә тупланы. Унда Башҡортостан, Татарстан, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан ҡатнаштылар.


Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән БР Профессиональ хореографтары союзы ойошторҙо.

Конкурсанттар үҙ һәләттәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, улар өсөн башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе лә үтте.

🏆Гран-приҙы Өфө ҡалаһынан "Шатлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле яуланы.

Был коллектив быйыл 60- сы ижад миҙгелен аса. Етәкселәре Вероника Шакиров һәм Фәрхәт Хәкимов.

Еңеүселәр төрлө йәш категорияһында билдәләнгән:

📍Үҫмерҙәр төркөмө (10-14 йәш)
1-се урын — «Далан» Өлгөлө бейеү ансамбле (Ҡырмыҫҡалы ауылы)
2-се урын — «Шишмәкәй» балаларолголо балалар бейеү ансамбле (Салауат ҡалаһы)
3-сө урын — «Нардуған» йыр һәм бейеү ансамбле (Тубэнге Кама ҡалаһы, Татарстан)

📍 Өлкәндәр төркөмө (14-17 йәш)
1-се урын — «Далан» өлгөлө бейеү ансамбле (Ҡырмыҫҡалы ауылы)
2-се урын — «Ҡояшҡай» халыҡ бейеүҙәре театр-студияһы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы)
3-сө урын — «Нардуған» йыр һәм бейеү ансамбле (Тубэнге Кама ҡалаһы, Татарстан)

📍 Ҡатнаш төркөм (22 йәшкә тиклем)

1-се урын — «Аманат» Халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле (Өфө ҡалаһы)
2-се урын — «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле (Өфө ҡалаһы) һәм «Айтуған» халыҡ бейеү ансамбле (Өфө ҡалаһы)
3-сө урын — «Айгөл» Халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Силәбе ҡалаһы)

🔸 "Иң яҡшы балетмейстер эше" номинацияһында "Далан" Өлгөлө бейеү ансамбленең "Таштуғайҙа уйындар" бейеүен һалыусы Дамир Ибраһимов билдәләнгән.

🔸"Башҡорт бейеүен иң яҡшы башҡарыу" номинацияһында "Кем кемде" тигән башҡорт бейеүен башҡарған "Шатлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле бүләкләнгән.

"Был конкурс - Фәйзи Ғәскәровҡа хөрмәт һәм йолаларҙы тергеҙеү символы. Ул тәүге тапҡыр директор, ансамбль ветераны Рәфис Хәлимов башланғысы менән 80-се йылдарҙа ойошторолған булған. Беҙ шул конкурсҡа йән өрҙөк",

- ти Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры һәм художество етәксеһе, конкурстың жюри рәйесе Нәзир Байегетов.

Фото: интернеттан.
🔥8👍3👏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 12-19 октябрҙә Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙарының "Ҡолонсаҡ" беренсе халыҡ-ара фестивале үтә.

Сара тураһында "Сәләм" тапшырыуында М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов һәм театр актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рушанна Бабич.

Видео: "Сәләм" тапшырыуы.
8👍2👏2
📌AY YOLA төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова башҡорт телен етерлек кимәлдә белмәүе тураһында тәнҡиттәргә яуап биргән. Ҡыҙ башҡорт теле мөхитендә үҫмәүе һәм телде камил белеү – ул оло бәхет булыуы тураһында әйткән.

💯Адель телде яңы өйрәнә башлаусыларҙы хөкөм итергә ярамай, күтәрмәләргә һәм был башланғыста ярҙам итергә кәрәк, ти. Күптәрҙең ғәйепләп, йә мыҫҡыллап яҙған комментарийҙарын күреп, күңеленә бик ауыр алыуын һәм был кәртәне йырып сығыуы еңел булмауын да һөйләгән ул.

Эйе, беҙҙең төркөмдә лә тәүҙә үк “Һомай” йырын ҡуйғас, йәмһеҙ комментарийҙар яҙыусылар осрағыланы. “Һарай” түгел, йәнәһе.

Әммә тап ошо йыр һәм ошо һылыу ҡыҙ бөгөн бар донъяға башҡорт тигән халыҡ барлығы тураһында ауаз һалды түгелме?

Ошо хаҡта уйлап ҡараһаҡ, бер өндө яңылышыраҡ әйтеүе бик ҙур мәсьәлә лә түгел һымаҡ. Ҡабатлай-ҡабатлай төҙәлеп тә килә, етмәһә.

Ләкин был икенсе бер ҡатмарлы мәсьәләгә иғтибар йәлеп итте: башҡортлоҡ телде белеү менән генә билдәләнмәй, ә халыҡ мәнфәғәтенә эшләү менән.

Был турала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова шундай фекер белдергән:
“Халыҡты “ысын башҡорт”ҡа һәм быға ниндәҙер критерийҙар буйынса тап килмәүселәргә бүлмәйек. Халҡыбыҙға мөрәжәғәт итеп, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡасандыр бик дөрөҫ әйтте – үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кем башҡорт булырға хоҡуҡлы. Әйҙәгеҙ, туған телдәребеҙҙе яратайыҡ, өйрәнәйек, танытайыҡ, күп милләтле илебеҙҙә телдәр төрлөлөгөн һаҡлау өсөн барыһын да эшләйек”,

- тип яҙған Эльвира Ринат ҡыҙы сәхифәһендә.

💯Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа шуны өҫтәр инек: балаларға туған телде өйрәтеп үҫтереүҙе, туған мәҙәниәткә, халҡыңдың тарихына һәм рухи ҡиммәттәренә һөйөү тәрбиәләүҙе һәр ғаилә бөгөндән һәм үҙенән башлаһын.

Өлкәндәр йәштәргә был йәһәттән ярҙам итһен. “Телде өйрәтмәйһең”, тип әрләмәгеҙ, ә үҙегеҙ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә “внук-внучкам”, тимәгеҙ. Йышыраҡ башҡортса йырҙар тыңлағыҙ, китаптар уҡығыҙ, мәҙәни сараларға йөрөтөгөҙ һәм, әлбиттә, телефондарына башҡортса ҡушымталар ҡуйып бирегеҙ.

💯Ә инде башҡортлоҡ һәм телде белеү мәсьәләһенә килгәндә, телде камил белеп тә, үҙ халҡына тырнаҡ осондай ҙа файҙа килтермәгән әҙәмдәр бар.
🔥104👍3
📌БӘПЕМБӘ - әҙәби башҡорт телендә был сәскә нәҡ шулай атала.
Русса атамаһы - одуванчик.

Ә бына башҡорт теленең төрлө һөйләштәрендә уны нимә тип йөрөтәләр икән?



💯Әйҙәгеҙ, ҡайһы берҙәренә күҙ һалайыҡ:

🔹 БАҒАНАҠ - урта һөйләш
🔸БАПЫМБАШ - урта һөйләш
🔹БӘПЕМБӘП - урта һөйләш
🔸БАҒҮЛӘН - салйоғот, әй һөйләштәре
🔹БАППАҒҮЛӘН - әй һөйләше
🔸БӘҒҮЛӘН - әй һөйләше
🔹БАҒЫМБАҠ - арғаяш һөйләше
🔸БӘҒЕМБӘ - арғаяш һөйләше

📍Мәғлүмәт өсөн:
Әй, салйоғот һәм арғаяш һөйләштәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының төньяҡ-көнсығыш һөйләштәр төркөмөнә ҡарай.

Урта һөйләш башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡарай.

🔥Һеҙҙең яҡта был сәскәне нисек атайҙар? Яҙығыҙ!
92👍2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бында тормош ҡайнай...

📍 Асҡын районы, Әмир ауылы.

Видео: Салауат Юнысов.
13
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"HAZINA" этно-проекты "Ерем" йырының клибын күрһәтергә тамашасыларын йыйҙы.

Өфөлә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында "Минең Ерем" тип аталған ижади кисә ойошторолдо. Уның сиктәрендә Эллина Мөлөкова фотоһүрәттәренән күргәҙмә, рәссам Нелли Аҡсурина ярҙамында "Урал стихиялары" перфомансы, "Ерем" йырына төшөрөлгән яңы клип һәм ҡыҫҡа ғына концерт күрһәтелде.

🔥"Ерем" йыры - Башҡортостаныбыҙға дан йыры, ти һылыуҙар.

Был ижади кисә Башҡортостан Республикаһы көнөнә - 11 октябргә бағышланды. 💙🤍💚

Иғтибарығыҙға кисәнән күренештәр тәҡдим итәбеҙ.
9🔥4👏3🥰1
Ваҡыт үтер, томан таралыр 🤍

Хәйерле көн, төркөмдәштәр!


Фото: Елена Перминова.
11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта әле сәскә ата-ата һөйләрҙәр...


Ҡыҙғанысҡа күрә был матур видео авторын белмәйбеҙ, инәйҙәрҙе таныһағыҙ, яҙығыҙ! 🙏
👍94🔥1