Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
Аяҙ күк йөҙө һәм уңышлы көн теләйбеҙ! 🥰

📍 Өфө, Урмансылар паркы.
11🔥2🥰1
📌 РЕСПУБЛИКА КӨНӨ: Өфөләге саралар
11 октябрҙә Башҡортостанда Республика көнө - республиканың Юғары Советы дәүләт суверенитеты тураһында иғлан иткән көн билдәләнә. Был ваҡиғаға быйыл теүәл 35 йыл.

Байрам көнө Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башлана. Совет майҙанында "шайморатовсылар" рәтенә алыу сараһы үтә.

Өфө тарих музейында сәғәт 11-ҙә "Өфө - Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы" лекцияһы була, республика тарихы буйынса викторина һәм "Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары" лекцияһы ойошторола.

📍 Байрам саралары сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана:

🔹"Республикам - минең ҡыуанысым" - Дим паркы;
🔹"Сәскә ат, Республикам!" - Беренсе май паркы;
🔹"Сәскә ат, туған Башҡортостан!" - С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы;
🔹"Республиканы яратам!" - Тулҡын паркы;
🔹"Мин был ерҙе Ватан тием" - Ҡашҡаҙан паркы;
🔹"Башҡортостан - бишегем" - С. Орджоникидзе исемендәге майҙан;
🔹"Край моңдары" - И. Якутов исемендәге парк.

Байрам сараларына бәйле баш ҡалала юлдар сикләнә.
Һүрәттә ҡарағыҙ.
👍83👏1
📌Республика Хәрби Дан музейында клип төшөргәндәр.

Бында Сибай концерт-театр берләшмәһе артисы, 1-се фронт бригадаһында хеҙмәт итеүсе Фларид Бирғәлин башҡарған "Ҡурай" йырына клип төшөрөлгән.

Клип режиссеры - Батыр Ғәлимов, сценарий авторы - Әлиә Ғәлимова.

🎬Клипта төп герой ҡурайҙа уйнап үткәндәрҙең ишеген аса һәм төрлө осорҙа йәшәгән ҡурайсылар менән осраша. Унда "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосындағы дәүер, 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоро сағылыш таба.

"Күберәк кешеләр беҙҙең милли уйын ҡоралы тураһында белеүен теләйем. Бынан тыш, нәҡ ҡурай ата-бабаларыбыҙға Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ярҙам иткән. Ул саҡта уйын ҡоралын бәреп төшөрөлгән немец самолеттары һәм танкыларының баҡыр торбаларынан эшләгәндәр, ә моң эмоциональ кимәлдә ярҙам иткән: халыҡ көйҙәре һалдаттарға тыуған ер, ғаилә һәм тыныслыҡ тураһында хәтерләткән. Нәҡ шул уларға рух ныҡлығы һәм Еңеүгә ышаныс биргән",

- ти Фларид Бирғәлин.

📍 Музыкаль клип 10 октябрҙә - Ҡурай көнөндә киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителә.
🔥10👍31
📌Был шәп малай йырлай-йырлай киноға төшкән ти бит әле!

Билдәле йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит
"Бер яндан осҡан уҡтар" фильмында

төшкән. Ҡуйыусы режиссеры - Роман Пожидаев, сценарий авторы - Зөһрә Бураҡаева.

Видео: Дамир Тайыпов.
13👍6🔥3
Шәжәрәңде беләһеңме?
Конкурста ҡатнаш!


Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы һәм БР Милли архивы сираттағы "Минең шәжәрәм" асыҡ ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсына эштәр ҡабул итә.

🔥Нәҫел-нәсәбеңде белеү, тарихҡа иғтибар тыуҙырған был конкурс 2017 йылдан алып ойошторола.

Быйыл уның төп темаһы - "Башҡортостан - геройҙар ере. Ватан һағында". Унда Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡатнаша алалар.

Конкурста түбәндәге номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнә:

🔹 Ата-бабаларым Ватан һағында
🔹Яҡташтарым - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар
🔹Башҡортостан - геройҙар төбәге (тауышлы видеопрезентация).

Ғаризалар 2026 йылдың 1 мартында тиклем ҡабул ителә.


📍 Ҡатнашыусылар йәш буйынса:
🔹7-11 класс уҡыусылары,
🔹урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары,
🔹юғары уҡыу йорттары студенттары,
🔹35 йәшкә тиклемге йәштәр.

💌Почта: shezhere.rodoslovnaya@yandex.ru

Конкурс Положениеһы: clck.ru/3EQTWE
8🔥4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Стәрлетамаҡта Перу индеецы менән үҙебеҙҙең башҡорт егете Динар Абдуллин моңло сығыш яһаған.

🔥Улар "Кондор осоуы" тигән Перу көйөн башҡарған.


🔹Был көйҙө 1913 йылда Даниэль Роблес ижад иткән. 2004 йылда көй Перуҙың милли ҡаҙанышы һәм мәҙәни мираҫы тип таныла.

🔹Музыканттар көйҙө ҡурайҙа һәм сампоньола уйнағандар. Сампоньо - ул көпшәләрҙе бергә ҡушып яһалған Перу музыка ҡоралы.
🔥107👏3🥰2
Ҡот һәм ырыҫ килһен йортоғоҙға! ❤️

Көньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡыҙы кейемдәрен оҫтабикә Гөлсөм Хөсәйенова теккән.

Фото: Людмила Камнева.
7💯5🥰3
📌Халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ-ара конкурсы үтте.

Конкурс 35 бейеү коллективын һәм 800-ҙән ашыу һәләтле бейеүсене бер сәхнәлә тупланы. Унда Башҡортостан, Татарстан, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан ҡатнаштылар.


Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән БР Профессиональ хореографтары союзы ойошторҙо.

Конкурсанттар үҙ һәләттәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, улар өсөн башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе лә үтте.

🏆Гран-приҙы Өфө ҡалаһынан "Шатлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле яуланы.

Был коллектив быйыл 60- сы ижад миҙгелен аса. Етәкселәре Вероника Шакиров һәм Фәрхәт Хәкимов.

Еңеүселәр төрлө йәш категорияһында билдәләнгән:

📍Үҫмерҙәр төркөмө (10-14 йәш)
1-се урын — «Далан» Өлгөлө бейеү ансамбле (Ҡырмыҫҡалы ауылы)
2-се урын — «Шишмәкәй» балаларолголо балалар бейеү ансамбле (Салауат ҡалаһы)
3-сө урын — «Нардуған» йыр һәм бейеү ансамбле (Тубэнге Кама ҡалаһы, Татарстан)

📍 Өлкәндәр төркөмө (14-17 йәш)
1-се урын — «Далан» өлгөлө бейеү ансамбле (Ҡырмыҫҡалы ауылы)
2-се урын — «Ҡояшҡай» халыҡ бейеүҙәре театр-студияһы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы)
3-сө урын — «Нардуған» йыр һәм бейеү ансамбле (Тубэнге Кама ҡалаһы, Татарстан)

📍 Ҡатнаш төркөм (22 йәшкә тиклем)

1-се урын — «Аманат» Халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле (Өфө ҡалаһы)
2-се урын — «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле (Өфө ҡалаһы) һәм «Айтуған» халыҡ бейеү ансамбле (Өфө ҡалаһы)
3-сө урын — «Айгөл» Халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Силәбе ҡалаһы)

🔸 "Иң яҡшы балетмейстер эше" номинацияһында "Далан" Өлгөлө бейеү ансамбленең "Таштуғайҙа уйындар" бейеүен һалыусы Дамир Ибраһимов билдәләнгән.

🔸"Башҡорт бейеүен иң яҡшы башҡарыу" номинацияһында "Кем кемде" тигән башҡорт бейеүен башҡарған "Шатлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле бүләкләнгән.

"Был конкурс - Фәйзи Ғәскәровҡа хөрмәт һәм йолаларҙы тергеҙеү символы. Ул тәүге тапҡыр директор, ансамбль ветераны Рәфис Хәлимов башланғысы менән 80-се йылдарҙа ойошторолған булған. Беҙ шул конкурсҡа йән өрҙөк",

- ти Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры һәм художество етәксеһе, конкурстың жюри рәйесе Нәзир Байегетов.

Фото: интернеттан.
🔥8👍3👏3