Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ай ҡыҙыбыҙ "Домашний"ҙағы сериалда!
Барыбыҙға "Ай ҡыҙы" башҡорт сериалында төп ролде башҡарыусы булараҡ билдәле актриса Эльмира Саматова "Домашний" телеканалында күрһәтелгән сериалда уйнай. Ул төп ролдәрҙең береһен - үгәй әсә образын һынландыра.
Был турала БСТ каналының "Яңылыҡтар" сюжетында.

🔹«Любовь по принуждению» тип исемләнгән сериал киң тамашасыға сентябрь аҙағында күрһәтелде.
Был турала БСТ каналының "Яңылыҡтар" сюжетында.
👍10❤5🔥3
📌 "Күҙ нуры"н барып күрҙегеҙме?
Юҡ икән, мотлаҡ барығыҙ!
Өфөләге "Урал" этноүҙәгендә Әлфинә Ғәбиҙуллина, Гөлсөм Хөсәйенова, Гөлсәсәк Өмөтбаева, Таңһылыу Ҡарағолованың ҡул эштәренән торған күргәҙмә эшләй.
✅ Ҡасанға тиклем: 17-се октябрь
📍 Ҡайҙа: "Урал" этноүҙәге - Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56
❤12🔥1
📌Хәтерегеҙҙәме, иртәгә!
🔥Унда нимә көтә:
1. Ташлама менән гәзит-журналдарға яҙылыу.
2. Квитанцияларҙы лотереяла уйнатыу.
3. Шәп әртистәр сығышы: Ринат Рамаҙанов, Илнур Лоҡманов, Рәил Өмөтбаев һәм башҡалар!
4. Сағыу фотозона, йәрминкә!
📍Башлана: сәғәт 11:00
Матбуғат йорто алдында.
7 октябрҙә дәррәү генә Матбуғатҡа яҙылыусы көнөнә барабыҙ!
🔥Унда нимә көтә:
1. Ташлама менән гәзит-журналдарға яҙылыу.
2. Квитанцияларҙы лотереяла уйнатыу.
3. Шәп әртистәр сығышы: Ринат Рамаҙанов, Илнур Лоҡманов, Рәил Өмөтбаев һәм башҡалар!
4. Сағыу фотозона, йәрминкә!
📍Башлана: сәғәт 11:00
Матбуғат йорто алдында.
❤7👍3🔥3
📌 РЕСПУБЛИКА КӨНӨ: Өфөләге саралар
✅ Байрам көнө Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башлана. Совет майҙанында "шайморатовсылар" рәтенә алыу сараһы үтә.
✅ Өфө тарих музейында сәғәт 11-ҙә "Өфө - Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы" лекцияһы була, республика тарихы буйынса викторина һәм "Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары" лекцияһы ойошторола.
📍 Байрам саралары сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана:
🔹"Республикам - минең ҡыуанысым" - Дим паркы;
🔹"Сәскә ат, Республикам!" - Беренсе май паркы;
🔹"Сәскә ат, туған Башҡортостан!" - С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы;
🔹"Республиканы яратам!" - Тулҡын паркы;
🔹"Мин был ерҙе Ватан тием" - Ҡашҡаҙан паркы;
🔹"Башҡортостан - бишегем" - С. Орджоникидзе исемендәге майҙан;
🔹"Край моңдары" - И. Якутов исемендәге парк.
⛔Байрам сараларына бәйле баш ҡалала юлдар сикләнә.
Һүрәттә ҡарағыҙ.
11 октябрҙә Башҡортостанда Республика көнө - республиканың Юғары Советы дәүләт суверенитеты тураһында иғлан иткән көн билдәләнә. Был ваҡиғаға быйыл теүәл 35 йыл.
✅ Байрам көнө Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башлана. Совет майҙанында "шайморатовсылар" рәтенә алыу сараһы үтә.
✅ Өфө тарих музейында сәғәт 11-ҙә "Өфө - Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы" лекцияһы була, республика тарихы буйынса викторина һәм "Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары" лекцияһы ойошторола.
📍 Байрам саралары сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана:
🔹"Республикам - минең ҡыуанысым" - Дим паркы;
🔹"Сәскә ат, Республикам!" - Беренсе май паркы;
🔹"Сәскә ат, туған Башҡортостан!" - С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы;
🔹"Республиканы яратам!" - Тулҡын паркы;
🔹"Мин был ерҙе Ватан тием" - Ҡашҡаҙан паркы;
🔹"Башҡортостан - бишегем" - С. Орджоникидзе исемендәге майҙан;
🔹"Край моңдары" - И. Якутов исемендәге парк.
⛔Байрам сараларына бәйле баш ҡалала юлдар сикләнә.
Һүрәттә ҡарағыҙ.
👍8❤3👏1
📌Республика Хәрби Дан музейында клип төшөргәндәр.
Бында Сибай концерт-театр берләшмәһе артисы, 1-се фронт бригадаһында хеҙмәт итеүсе Фларид Бирғәлин башҡарған "Ҡурай" йырына клип төшөрөлгән.
✅ Клип режиссеры - Батыр Ғәлимов, сценарий авторы - Әлиә Ғәлимова.
🎬Клипта төп герой ҡурайҙа уйнап үткәндәрҙең ишеген аса һәм төрлө осорҙа йәшәгән ҡурайсылар менән осраша. Унда "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосындағы дәүер, 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоро сағылыш таба.
- ти Фларид Бирғәлин.
📍 Музыкаль клип 10 октябрҙә - Ҡурай көнөндә киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителә.

"Күберәк кешеләр беҙҙең милли уйын ҡоралы тураһында белеүен теләйем. Бынан тыш, нәҡ ҡурай ата-бабаларыбыҙға Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ярҙам иткән. Ул саҡта уйын ҡоралын бәреп төшөрөлгән немец самолеттары һәм танкыларының баҡыр торбаларынан эшләгәндәр, ә моң эмоциональ кимәлдә ярҙам иткән: халыҡ көйҙәре һалдаттарға тыуған ер, ғаилә һәм тыныслыҡ тураһында хәтерләткән. Нәҡ шул уларға рух ныҡлығы һәм Еңеүгә ышаныс биргән",

🔥10👍3❤1