Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
Уҡытыусы көнө менән! 🌸
Был гөлләмәләр һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ.💟

Һәр баланы сәскә кеүек тәрбиәләп, күңеленә юл табып, кешелек ҡиммәттәрен һәм белем биреп, оло тормошҡа әҙерләүселәр һеҙ. Ниндәй теләктәр әйтһәк тә, йөрәктәге рәхмәт һүҙҙәрен белдереп бөтөрлөк түгел. Эшегеҙҙә уңыштар һәм рәхмәтле уҡыусылар, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ! 🥰
10🥰2💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ❤️‍🔥

Видео: Иҙел Нурыев.
10🔥4🥰4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ирәмәл тауының атамаһы нимәне аңлатыуы ихтимал һәм Белорет районында металлургияһы нисек үҫешкән?

Был хаҡта БСТ каналының "Башҡорттар" тапшырыуында сыҡҡан репортажды ҡарағыҙ.
10👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
СУСАҠТАУ

Эй, Сусаҡтау, ғорур тау,
Әлшәй ерен данлар тау.
Мендем Сусаҡтау башына,
Ултырҙым таштарына.
Гүйә, бөтә Әлшәй ерен
Һыйҙырҙым устарыма.
Сусаҡтауҙы бейек тиҙәр,
Бейек тә ул, бик текә.
Менеүҙәре ҡыйын булһа,
Төшөүе ауыр үтә.
Сусаҡтауҙың киң итәген
Димкәйем һыуы йыуа.
Сусаҡтауға менгәндәрҙең
Теләге ҡабул була.
Эй, Сусаҡтау, ғорур тау,
Әлшәй ерен данлар тау.
Атайсалға һөйөү өҫтәп,
Көс, дәрт, илһам биргән тау!

Салауат ҒӘЛИ (КӨҪӘПҠОЛОВ).
Раевка ауылы.

📍 Сусаҡтау Башҡортостандың Әлшәй районында урынлашҡан.
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 5 к алыҫлыҡта, Дим йылғаһының уң яҡ ярында.

Урындағы халыҡ уны Таҙ тау тип тә йөрөтә.
⏺️Ә бына Ҡыҙ күкрәге тип блогерҙар таратҡан атама дөрөҫ түгел.

Видео: Иҙел Нурыев.
11🔥2
Иң шәп концерттан ятып ҡалмағыҙ! 🔥


Билет хаҡы 500 — 1500 һум
Касса: (347) 250-77-42
bashgf.ru
15👏2👍1
Тик ыңғайға көйләнеш алып, яңы эш аҙнаһын башлайыҡ! 😻

Фото: Зәлиә Сиражетдинова-Моталлапова.
16🥰1💘1
САЛАУАТТЫҢ ӘЙТКӘНЕ

Атымды торҙом туғарып,
Сабыр ғына көтөгөҙ.
Оҙаҡламай мин ҡайтырмын,
Һау булығыҙ үҙегеҙ.

Яраларымды уңалтҡас,
Ярһыу толпар атымда,
Сабып килеп туҡтармын да,
Өндәшермен халҡыма:

Мин үлмәнем әле, дуҫтар,
Бына ҡайттым яңынан.
Илем тыныслығын һаҡлап,
Баҫтым Иҙел ярына.

Шул тиклем ашҡынып ҡайттым,
Һағындым һеҙҙе, халҡым!
Хистәрем урғылып бара,
Йөрәгем тулы ялҡын.

Ил-көнөбөҙ, телебеҙ тип,
Ҡалҡан булып торайыҡ.
Киләсәгебеҙ аҡ булһын,
Тик яҡшыға юрайыҡ.

Ә хәҙергә, башҡорттарым,
Иламай оҙатығыҙ.
Доғалар уҡып, көтөгөҙ,
Мин барҙы онотмағыҙ.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
5.10.2025й.
Мултаново.

📍 Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау маҡсатында әлеге көндә һүтеп алыу эштәре бара: 58 йыл элек ҡуйған саҡта кеүек өлөштәргә бүлеп алына. Ул Өфөләге цехта төҙөкләндерелә.
Һәйкәл үҙенең законлы урынына 2027 йылдың көҙөндә кире ҡуйыла.
20💔5
📌 Балалар өсөн шиғырҙар ижад иткән әҙибә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы йәш таланттарҙың республика конкурсы ойошторола.

Конкурс Рәсимә Ураҡсина әҫәрҙәре буйынса үтә. Ул балаларҙы шиғриәткә һәм рәсем сәнғәтенә йәлеп итеү, телһөйәрлек тәрбиәләү, һәләттәрен асыу маҡсатын алған.

⏺️Конкурс ике юҫыҡта була:
Шиғыр һөйләүселәр араһында: 10-13 йәшлек һәм 14-17 йәшлек уҡыусылар башҡорт һәм рус телдәрендә Рәсимә Ураҡсина шиғырҙарын яттан һөйләргә тейеш;

Һүрәттәр конкурсында ҡатнашыу өсөн 7-9 йәшлек, 10-13 йәшлек, 14-17 йәшлек уҡыусылар Рәсимә Ураҡсина әҫәрҙәре буйынса А3 форматындағы ҡағыҙға төшөргән һүрәттәрен ебәрә ала.

⏺️Ғаризалар 2025 йылдың 21 октябренә тиклем ҡабул ителә.

💌Электрон почта: mbu.a.khakimov@mail.ru йәки Дәүләкән ҡалаһы, Яр буйы урамы, 31 йорт, «Әхиәр Хәкимов музейы» адресы буйынса.
📍 23 октябрҙә Дәүләкән ҡалаһында һөҙөмтә иғлан ителә.

☎️Барлыҡ һорауҙар буйынса:
89050077785; 8(34768)3-10-25
Ғәлимов Марсель Айрат улы
6👍2🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостаныбыҙ гүзәл шул 💕

Видео: IRDAN.
12🔥6👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ай ҡыҙыбыҙ "Домашний"ҙағы сериалда!

Барыбыҙға "Ай ҡыҙы" башҡорт сериалында төп ролде башҡарыусы булараҡ билдәле актриса Эльмира Саматова "Домашний" телеканалында күрһәтелгән сериалда уйнай. Ул төп ролдәрҙең береһен - үгәй әсә образын һынландыра.

🔹«Любовь по принуждению» тип исемләнгән сериал киң тамашасыға сентябрь аҙағында күрһәтелде.

Был турала БСТ каналының "Яңылыҡтар" сюжетында.
👍105🔥3
📌 "Күҙ нуры"н барып күрҙегеҙме?

Юҡ икән, мотлаҡ барығыҙ!

Өфөләге "Урал" этноүҙәгендә Әлфинә Ғәбиҙуллина, Гөлсөм Хөсәйенова, Гөлсәсәк Өмөтбаева, Таңһылыу Ҡарағолованың ҡул эштәренән торған күргәҙмә эшләй.

Ҡасанға тиклем: 17-се октябрь

📍 Ҡайҙа: "Урал" этноүҙәге - Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56
12🔥1