This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бабич шиғырын көйгә һалған 🔥🔥🔥
Билдәле йырсы һәм мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғыр юлдарын көйгә һалған.
Видео: Zainetdin.
Билдәле йырсы һәм мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғыр юлдарын көйгә һалған.
Видео: Zainetdin.
❤8🔥5👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ишембай аша Бөрйәнгә юл һалырға ниәтләйҙәр
Был турала бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.
❓Ә һеҙ ялдарҙа ниҙәр эшләйһегеҙ?
Был турала бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
"Төп маҡсатым - Ишембай районы аша Бөрйән һәм Белорет яғына юл һалыу перспективаһын ҡарау. Беҙ Өфө - Инйәр - Белорет юлына транспорт альтернативаһын булдырырға ҡарар иттек. Әлеге ваҡытта Ҡолғона ауылына тиклем юл һалабыҙ. Артабан, әлегә әҙер булмаған юл буйлап Ҡағы ауылына тиклем барып етәсәкбеҙ. Төҙөлөш буйынса эш бер нисә йыллыҡ. Һәм, минеңсә, был юл беҙгә бик кәрәк.
Икенсенән. Ишембай урамдарын тәртипкә килтереүҙе дауам итәбеҙ. Әле сквер эшләйбеҙ, "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын ҡуйырға әҙерләнәбеҙ. Был эштәр нисек барыуын күрергә теләйем.
Бындай сәфәрҙәр минең өсөн яңы туристик урындарҙы асыу ҙа, аҙаҡ унда төҙөкләндереү һәм ниндәйҙер саралар менән киләсәкбеҙ.
Был сәфәрҙең шәхси яғы ла бар - атай-әсәйемдең ҡәберҙәренә барыу.
Барығыҙға ла яҡшы көндәр һәм ялдар!"
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.
❓Ә һеҙ ялдарҙа ниҙәр эшләйһегеҙ?
❤8👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Салауат Юлаев һәйкәле: һуңғы яңылыҡтар
Реконструкция эштәре дауам итә. Кисә белгестәр ҡылыс, ҡамсы, эйәр-өпсөндө һүтеп алды.
Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй художестволар академияһы академигы Александр Мирианашвили әйтеүенсә, һынға зыян килтермәҫ өсөн алдан йөйҙәре буйлап беркетеп сығалар. Яҡын көндәрҙә шул уҡ рәүештә ат һыны ике өлөшкә бүлеп алынасаҡ.
📍 Бөтә эштәр төҙөлгән техник документацияға ярашлы алып барыла, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов.
📍 Яңыртылған һәйкәл үҙенең законлы урынына 2027 йылдың көҙөндә - 60 йыллыҡ юбилейында кире ҡуйыласаҡ.
Видео: "Салават Юлаев. Реставрация" төркөмө.
Реконструкция эштәре дауам итә. Кисә белгестәр ҡылыс, ҡамсы, эйәр-өпсөндө һүтеп алды.
📍 Бөгөн кран ярҙамында айырыуса һаҡлыҡ менән һәйкәлдең өҫкө өлөшөн - батырҙың кәүҙәһен аҫҡа төшөрҙөләр.
Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй художестволар академияһы академигы Александр Мирианашвили әйтеүенсә, һынға зыян килтермәҫ өсөн алдан йөйҙәре буйлап беркетеп сығалар. Яҡын көндәрҙә шул уҡ рәүештә ат һыны ике өлөшкә бүлеп алынасаҡ.
Һәйкәлде нисек ҡорғандар, шулай һүтәләр - тик кире тәртиптә.
📍 Бөтә эштәр төҙөлгән техник документацияға ярашлы алып барыла, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов.
Шулай уҡ бөтә эштәр Рәсәй художестволар академияһы етәкселегендә һәм Күҙәтеү советы контролендә атҡарыла.
📍 Яңыртылған һәйкәл үҙенең законлы урынына 2027 йылдың көҙөндә - 60 йыллыҡ юбилейында кире ҡуйыласаҡ.
Видео: "Салават Юлаев. Реставрация" төркөмө.
❤6🔥4💯4👎2💔2🤮1💩1
Хәйерле кис, Башҡортостаным 🍁🍁🍁
Сәләм ебәреүсе төркөмдәшебеҙ - Мәүлиха Үҙәнбаева.
❤10🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Уҡытыусы көнө менән! 🌸
Был гөлләмәләр һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ.💟
Һәр баланы сәскә кеүек тәрбиәләп, күңеленә юл табып, кешелек ҡиммәттәрен һәм белем биреп, оло тормошҡа әҙерләүселәр һеҙ. Ниндәй теләктәр әйтһәк тә, йөрәктәге рәхмәт һүҙҙәрен белдереп бөтөрлөк түгел. Эшегеҙҙә уңыштар һәм рәхмәтле уҡыусылар, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ! 🥰

❤10🥰2💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ❤️🔥
Видео: Иҙел Нурыев.
Видео: Иҙел Нурыев.
❤10🔥4🥰4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❓Ирәмәл тауының атамаһы нимәне аңлатыуы ихтимал һәм Белорет районында металлургияһы нисек үҫешкән?
Был хаҡта БСТ каналының "Башҡорттар" тапшырыуында сыҡҡан репортажды ҡарағыҙ.
Был хаҡта БСТ каналының "Башҡорттар" тапшырыуында сыҡҡан репортажды ҡарағыҙ.
❤10👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
СУСАҠТАУ
Эй, Сусаҡтау, ғорур тау,
Әлшәй ерен данлар тау.
Мендем Сусаҡтау башына,
Ултырҙым таштарына.
Гүйә, бөтә Әлшәй ерен
Һыйҙырҙым устарыма.
Сусаҡтауҙы бейек тиҙәр,
Бейек тә ул, бик текә.
Менеүҙәре ҡыйын булһа,
Төшөүе ауыр үтә.
Сусаҡтауҙың киң итәген
Димкәйем һыуы йыуа.
Сусаҡтауға менгәндәрҙең
Теләге ҡабул була.
Эй, Сусаҡтау, ғорур тау,
Әлшәй ерен данлар тау.
Атайсалға һөйөү өҫтәп,
Көс, дәрт, илһам биргән тау!
Салауат ҒӘЛИ (КӨҪӘПҠОЛОВ).
Раевка ауылы.
📍 Сусаҡтау Башҡортостандың Әлшәй районында урынлашҡан.
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 5 к алыҫлыҡта, Дим йылғаһының уң яҡ ярында.
✅ Урындағы халыҡ уны Таҙ тау тип тә йөрөтә.
⏺️Ә бына Ҡыҙ күкрәге тип блогерҙар таратҡан атама дөрөҫ түгел.

❤11🔥2
САЛАУАТТЫҢ ӘЙТКӘНЕ
Атымды торҙом туғарып,
Сабыр ғына көтөгөҙ.
Оҙаҡламай мин ҡайтырмын,
Һау булығыҙ үҙегеҙ.
Яраларымды уңалтҡас,
Ярһыу толпар атымда,
Сабып килеп туҡтармын да,
Өндәшермен халҡыма:
Мин үлмәнем әле, дуҫтар,
Бына ҡайттым яңынан.
Илем тыныслығын һаҡлап,
Баҫтым Иҙел ярына.
Шул тиклем ашҡынып ҡайттым,
Һағындым һеҙҙе, халҡым!
Хистәрем урғылып бара,
Йөрәгем тулы ялҡын.
Ил-көнөбөҙ, телебеҙ тип,
Ҡалҡан булып торайыҡ.
Киләсәгебеҙ аҡ булһын,
Тик яҡшыға юрайыҡ.
Ә хәҙергә, башҡорттарым,
Иламай оҙатығыҙ.
Доғалар уҡып, көтөгөҙ,
Мин барҙы онотмағыҙ.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
5.10.2025й.
Мултаново.
Атымды торҙом туғарып,
Сабыр ғына көтөгөҙ.
Оҙаҡламай мин ҡайтырмын,
Һау булығыҙ үҙегеҙ.
Яраларымды уңалтҡас,
Ярһыу толпар атымда,
Сабып килеп туҡтармын да,
Өндәшермен халҡыма:
Мин үлмәнем әле, дуҫтар,
Бына ҡайттым яңынан.
Илем тыныслығын һаҡлап,
Баҫтым Иҙел ярына.
Шул тиклем ашҡынып ҡайттым,
Һағындым һеҙҙе, халҡым!
Хистәрем урғылып бара,
Йөрәгем тулы ялҡын.
Ил-көнөбөҙ, телебеҙ тип,
Ҡалҡан булып торайыҡ.
Киләсәгебеҙ аҡ булһын,
Тик яҡшыға юрайыҡ.
Ә хәҙергә, башҡорттарым,
Иламай оҙатығыҙ.
Доғалар уҡып, көтөгөҙ,
Мин барҙы онотмағыҙ.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
5.10.2025й.
Мултаново.
📍 Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау маҡсатында әлеге көндә һүтеп алыу эштәре бара: 58 йыл элек ҡуйған саҡта кеүек өлөштәргә бүлеп алына. Ул Өфөләге цехта төҙөкләндерелә.
Һәйкәл үҙенең законлы урынына 2027 йылдың көҙөндә кире ҡуйыла.
❤20💔5