Башҡорт донъяһы
649 subscribers
3.25K photos
1.67K videos
1 file
330 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Уңышлы эш аҙнаһы теләйбеҙ! 🥰
9🥰4💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күптән генә был шәп малайҙы (күҙ теймәһен) күрһәткәнебеҙ юҡ икән. Һеҙгә Баязит Тайыповтан шәп бер йыр😉
👏13🥰42😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 26 апрелдә Башҡортостандың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында "Ауаз" күп жанрлы башҡорт этник мәҙәниәте һәм хәҙерге заман сәнғәте асыҡ фестивале үтте.

🔸Фестивалгә бөтәһе 112 ижади коллективтан ғариза килгән, шуларҙың 49-ы һайлап алынған.

🔸Улар "бейеү коллективы", "вокаль-инструменталь ансамбль", "фольклор коллективы" номинацияларында билдәләнде.

🔸Шулай уҡ биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫталарының ҡул эштәренән торған сағыу күргәҙмә ойошторолған. Унда 63 оҫтаның ижад емештәре ҡуйылған.

🔻Быйыл "Ауаз" фестиваленең Гран-приһын Ейәнсура районының "Йырау"башҡорт халыҡ фольклор ансамбле яуланы. Коллектив киндер һуғыу йолаһын күрһәтте.
👍43🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔰Яҙға аяҡ баҫҡас эшләнә торған эштәр бихисап.

Күптәр быны тирә-яҡты таҙартыу, баҡса эштәре тип ҡараһа, ауылда мал тотҡан кешеләрҙең тағы ла бер матур ғына ғәмәле бар - һарыҡ ҡырҡыу.

Бына блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинованың видеоһы ошоға арналған.


🛑Яҙғы һарыҡ йөнөнән элек шәл бәйләргә, балаҫ һуғырға еп әҙерләгәндәр.

🛑Ә бына көҙгө йөн кейеҙ һәм тула баҫырға ҡулай булған.

🛑Һарыҡ ҡырҡыуҙы ла өмә яһап эшләй торғайнылар.

🔸Ҡайһы бер яҡтарҙа һарыҡ ҡырҡҡанда уның муйын тирәһендә бер тотам йөнөн ҡалдырып, шуға төҫлө таҫма - инәү тиҙәр - бәйләп ҡуялар. Был көтөүҙә йөрөгән мал таныулы булһын өсөн эшләнә.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥53💘2
🌨️Бөгөн Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында, Өфөлә лә ҡапыл ғына ҡар яуып, көн йонсоп китте.

Ошо күренеш халыҡ һынамыштарын хәтергә төшөрҙө.


🔸Ағастар япраҡ яра башлаған осорҙа гел ел көслө була. Уны "япраҡ еле" тиҙәр.

🔸Ә бына ҡапыл ҡар яуып ебәреүгә ҡағылышлы шундай һынамыш бар: "Муйыл сәскә атһа - көн һыуый", "Муйыл һыуығы был", - ти торғандар ине.

Яҙғы көн торошона ҡағылышлы тағы ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?
4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Уңышлы көн!☀️

📍Видеола Белорет районы, Йөйәк ауылының тирә-яғы тиелгән.
Авторы: Ольга Платонова.
5😍1💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бына шундай таланттарыбыҙ бар🥰

Белорет районының "Үткәл" башҡорт халыҡ фольклор коллективының сығышынан өҙөк.
❤‍🔥5👍1
🔰Биберштейн ләләһенең башҡортса атамаһын беләһеңме?

🔻"Башҡортостан" милли тәбиғәт паркында Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән "Биберштейн ләләһе"н ҡарарға экскурсияларға саҡыралар. Күргәнегеҙҙер.

Был ҡыр ләләһе (тюльпан) хәҙер һирәк осрай икән.

Уның атамаһы Рәсәй ғалимы, биолог, сәйәхәтсе Фёдор Биберштейн хөрмәтенә ҡушылған. Тап ошо ғалим был сәскә үрнәктәрен Төньяҡ Кавказдан алып килгән икән.


🔺Ә беҙ бала саҡта был сәскәне "Ҡарға йыуаһы" тип атай торғайныҡ. Ул дымлы урындарҙа үҫә ине. Беҙҙең яҡта һарыһы күберәк булһа, һирәкләп аҡ төҫтә сәскә атҡанын да осрата торғайныҡ.

Ә иң ҡыҙығы шунда - сәскәнең тамыры һуған рәүешендә, ярайһы уҡ тәрәндә була, шуны ҡаҙып ашай инек. Тәме шәрбәтерәк була.


Әлбиттә, хәҙер ҡыр ләләһенең был һирәк осраған төрөн ҡаҙып ашау түгел, бармаҡ менән дә теймәү мөһим.

Шуға ғилми атамаһы менән бергә үҙебеҙсәһе лә хәтерҙә йәшәһен, тип кенә яҙабыҙ был мәғлүмәтте.
🔥2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөгә Еңеү паровозы килде

Хәрби техника, реконструкторҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт. Куйбышев тимер юлдары проекты Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.

Видео: БСТ каналы сюжеты.
👍5💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һин һәм мин...💘

Видео: Ильяс Әлбәков һәм Гөлсөм Бикбулатова.
💘8🔥3❤‍🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһының юбилейына махсус булдырылған "Уфачино" ҡәһүә эсемлегенең төп ингредиенты Өфө лимонарийында үҫеүен белә инегеҙме?

Ә ҡәһүә - ул кофе булыуын беләһегеҙҙер?


Беҙҙең видеоны ҡарағыҙ. 😉
❤‍🔥3👍1💘1
Туҡта мәл! Бер минутҡа ғына ошо постҡа "йөрәк" ҡуйырға туҡталып, хозур Учалы тәбиғәтенә ҡарап, ял итеп алығыҙ! 🥰
16👍2🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ғаилә менән ҡайҙа ял итергә?

Был һорау оҙайлы май байрамдарында бигерәк тә актуаль.

Беҙ һеҙгә 285 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән тауҙарҙың береһен - Торатауҙы барып күрергә кәңәш итәбеҙ.


Уның бейеклеге 280 метр.

📍 Координаттары:
53.554763
56.096763

Видео: salo_watt
6🔥1
📌 Башҡортостанлың Милли музейы май байрамдарында ла эшләй.

🔸Унда 2 майҙа тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк.

🔸3-сө майҙа бетеү билбау тураһында ҡыҙыҡ дәрес була.

🔸6-сы майҙан Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар теҙмәһе башлана.

🔹Бынан тыш, төрлө күргәҙмәләр эшләй.

Ял көндәрен яҡындарығыҙ менән файҙалы үткәрегеҙ!


📍Адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14.
👍5❤‍🔥11