Башҡорт донъяһы
649 subscribers
3.22K photos
1.67K videos
1 file
323 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 12 майҙа Ленин паркы төҙөкләндереү өсөн тулыһынса ябыласаҡ.

🔹Унда коммуникацияларҙы тулыһынса алмаштырырға кәрәк, шуға өлөшләтә ябып тороу уңайһыҙ. Паркты тиҙ арала төҙөкләндерергә тырышасаҡтар, шулай ҙа эштәр ике йылға һуҙылыуы ихтимал.

"Бында һәйкәлдәр, мемориаль объекттар бик күп. Һыҙыҡ өҫтөнә алам - булған бөтә нәмәне һаҡлап ҡалабыҙ. Тик территорияны тәртипкә килтерәсәкбеҙ, уға яңы һулыш биреп, инженер системаларын, юлдарҙы яңыртабыҙ һәм иң тәү сиратта, ярым емерек хәлдәге фонтандарҙы яңыртасаҡбыҙ", -
тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

🔹Парк федераль аҡсаға һәм" Сбербанк" ярҙамында төҙөкләндереләсәк.

🔹Халыҡ күреп-белеп торһон өсөн төҙөлөш эштәре менән танышып, контролдә тотоусы махсус төркөм булдырыла. Уның составына әүҙемселәр һәм белгестәр инә.
👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔰"Төньяҡ амурҙары"на мәңгелек дан!

Ғафури районының Красноусол ауылында бына шундай матур мемориал бар.


🏹Уны 1812-1814 йылғы Ватан һуғышына 205 йыл тулыуға арнап, 2017 йылда асҡандар.

🏹Мемориал проектының авторы - билдәле реконструктор Илдар Шәйәхмәтов.

🏹 Наполеон ғәскәренә ҡаршы һуғышҡан башҡорттарҙың мәргәнлегенә хайран ҡалған француздар уларҙы "Төньяҡ амурҙары" тип атаған.

🔹Был һуғышта 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан.

🔰Видеола "Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ йыры яңғырай.

🔸Ҡаһым түрә - 1812-1814 йылдарҙағы һуғышта башҡорт полкы командиры була.

📍 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында орден-миҙалдарға лайыҡ булған башҡорт яугирҙары тураһында уҡы: #ВатанЯугиры
🔥72💘2👍1
Өс мөғжизә мине әсир алды -
Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.


Мостай КӘРИМ.

🔹Фото: нейроселтәр ярҙамында Айгөл Шәйәхмәтова эшләгән.
🥰9👍6❤‍🔥5💘21👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ир ҡанаты - ат булыр.


Видео: "Мин - Абҙаҡтан" төркөмөнән.
🥰10👍2
Көнөгөҙ уңышлы үтһен! ☀️


Фотола: кейеҙ оҫтаһы Ләйсән Ғилманова.
❤‍🔥53💋2👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәрҙең ошондай видеолар төшөрөүен инде оҡшатам.


Тыуған йортобоҙ шундай йәмле шул!

Видео: ilyuza_travel
11🔥3
📌НӘРӘЛЕ ҺЫРТЫ

Русса "Нурали" тип йөрөтөлгән һырт атамаһы үҙебеҙсә бына шулай яңғырай.



🔹Ул Башҡортостандың Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ бер аҙ алыҫлыҡта урынлашҡан.

🔹Һырттың иң бейек урыны - 752 метр. Уның баштары урманһыҙ.

🔹Итәгендә Мейәс , уның ҡушылдығы Шырымбай һәм Уй йылғаһының ҡушылдығы булған Шарҙатма йылғалары башланғыс ала.
❤‍🔥8🔥31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔰Башҡортостанда асыласаҡ Йәшмә йорто ниндәй була?

📍Ул Өфөләге Пушкин урамы, 106-сы йортта урынлашасаҡ. Был Совет майҙаны һәм Милли музейға яҡын ғына.

🔸Яңы объекттың проектын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа күрһәткәндәр.

🔸Тотош йәшмә менән ҡапланған үҙенсәлекле залдан тыш, бында башҡорт тәбиғәте, батырҙары, ҡиммәтле коллекциялары, һынлы сәнғәткә бағышланған урындар буласаҡ.

🔸Шулай уҡ Эрмитаж һәм Рус музейынан күргәҙмәләр килтереү ҡаралған.

Шәп бит?!
🔥41
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өйөрөлөп-сөйөрөлөп үтеп барамы тағы бер көн? 😉

Имен булығыҙ!


Видео: Айгөл Вилданова.
11👍6🥰2💋1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тормош - сәскәләрҙән торған юл.


Хәйерле көн, күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🥰
9🥰3👍1🔥1💘1