Башҡорт донъяһы
651 subscribers
3.2K photos
1.66K videos
1 file
318 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❇️Якутияла "Туған тел" шиғырын төрлө телдәрҙә һөйләгәндәр.

🔴Башҡортостан делегацияһы күп мәҙәниле һәм этно-мәҙәни белем биреү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Саха Республикаһында эш сәфәрендә.

🔴Делегация составында Р.Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ директоры Илнур Сәлихов та бар.

🔴Ул сарала Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын башҡорт, яҡут, рус һәм инглиз телдәрендә һөйләгән яҡут ҡыҙының видеоһы менән бүлешкән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥5🤗2💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Салауат Юлаев" хоккей командаһы уйынсыһы Алексей Василевский башҡортса аруҡ ҡына һүҙҙәрҙе дөрөҫ белә. 👍💚
🔥5💘1
📌 Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, мәғрифәтсе-яугир Хәсәнов Йәноҙаҡ Хансолтан улына арналған шашка турниры уҙған.

"Сараға атайымдың элекке уҡыусылары, уларҙың ейәндәре һәм бүләләре килде. "Ағинәй" ойошмаһы ағзалары сараны музыкаль сығыштары менән биҙәне һәм ярышта ҡатнашты. Оҫталар булдырған музей береһен дә битараф ҡалдырманы. Хужалыҡтарында эшләп тә, ҡул эштәренә лә, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләп тә, аш-һыу яраштырып та нисек өлгөрәләрҙер? Яҡшы эштәр һәм ниәттәр мәңгелек шул",

- тип яҙған "Башҡортостан" үҙәк шашка клубының тренер-уҡытыусыһы Зилә Йәноҙаҡ ҡыҙы Вилданова (Хәсәнова).

Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр һәм грамоталар тапшырылған.
3👏1
Мәйәрҙәк һырты. Белорет районы.

Хәйерле көн! ☀️
6
#ҡыҙыҡ_мыҙыҡ
💡БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ ӨФӨ

💯Атамаһы русса яңғырамаған рус ҡәлғәһе - Өфөгә тиклем был урында Башҡорт тигән ҡала булған, тиҙәр.

Ғәрәптәрҙең XIV-XV быуаттарҙа йәшәгән аҡыл эйәһе Ибн Хәлдүндең һүҙҙәрен килтерәләр: ул Алтын Урҙа ҡалалары араһында Башгирд ҡалаһын да телгә ала.

💯Академик Мәжитов былай тип яҙа:
“Ағалы-ҡустылы Пициганолар картаһында (1367 йыл) Кама йылғаһынан көнсығышҡа табан башҡорт иле һәм Pascherty ҡалаһы күрһәтелгән. Был Пициганоларҙың замандашы ибн Хәлдүн яҙған Башҡорт ҡалаһы булыуына шик юҡ.

Pascherty һүҙе башҡорт ҡалаһы һәм иле мәғәнәһендә Каталон атласында ла бар (1375 йыл).

Герард Меркатор картаһы ҡыҙыҡлы күренә (1554 йыл), унда Pascherty ҡалаһы Ағиҙелдән алыҫ булмаған урында күрһәтелгән".

💯Башҡорт риүәйәттәрендә хәҙерге Өфө урынында Ағиҙелдең уң яҡ ярында ун саҡрымға һуҙылған ҡала телгә алына. Уны Имәнҡала тип йөрөткәндәр.

💥Бына шулай, уҡсылар әле йөҙөп килеп етмәгән, ә ҡала булған. Археологтар һүҙенә ышанһаң, беҙҙең эраға тиклем IV быуаттан уҡ.

Һүрәттә: Герард Меркаторҙың картаһы.

Светлана ЧУРАЕВА, “Өфө: ғәжәп факттар һәм артефакттар” китабынан.
👍51🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортмон тиһәң ❤️

Илсур Сәлихов видеоһы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥42💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📍Айғыр. Белорет районы.

Ҡышҡыһын тауҙарға артылаһығыҙмы?
💘6🥰5
📌 Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөнир Ҡунафиндың патриотлыҡ тураһындағы драматик поэмаһы буйынса "Бер ғүмер етмәй икән..." спектакле "сирҡаныс алды".

Замандаштарыбыҙ тураһындағы спектакль тәүге минуттарынан уҡ арбап алды, тетрәндерҙе, күңелдәргә ятты.

Спектаклдең премьераһы иртәгә һәм иртәнән һуң - 20-21 февраль була.

21 февраль көнөнә генә 20 тирәһе билет ҡалған, мотлаҡ килеп күрегеҙ!
🔥4🥰2👎1