📍Оло Ҡыраҡа. Белорет районы.
✅Оло Ҡыраҡаның төньяҡ өлөшөндә оҫҡондоң (лук косой) реликт популяцияһы үҫә, тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала.
📸Фото: gefesttravel

👍5
📌БР Милли музейында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған "Алтын балдаҡ" ("Золотое колечко") тип аталған күргәҙмә асылды.
✅Күргәҙмәлә йырсының шәхси әйберҙәре, сәхнә кейемдәре, популяр йырҙарының яҙмалары, фото-видеолар тупланған. Күргәҙмә халыҡ һөйөүен яулаған ихтирамлы йырсының тормошона, ижадына һәм Башҡортостан музыка мәҙәниәтен үҫтереүгә яһаған йоғонтоһон сағылдыра, тип белдерә ойоштороусылар.
❗Күргәҙмә 26-сы февралгә тиклем эшләйәсәк. Мотлаҡ барып күрегеҙ!

💯3❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорт аттары өйөрө" ("Табун башкирских лошадей"). А. В. Храмов, 1950-се йылдар. БР Милли музейы.
❤🔥6💋1💘1
📌 "Баштәржемә" программаһы тест режимында эшләй башлаған.
✅ Был турала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан хәбәр иттеләр.
✅ "Баштәржемә" программаһы ярҙамында рус теленән башҡортсаға, башҡортсанан руссаға сертификатланған тәржемә эшләргә мөмкин. Программалаусыһы - Айнур Хәйбуллин.
- тип яҙған ойоштороусылар.
📍 Программаға түбәндәге һылтанма буйынса үтеп ҡарарға мөмкин: https://aispp.ru

"Тест режимында эшләгән программаны һеҙ ҙә тикшереп, хаталы яҡтарын күрһәтә алаһығыҙ. Шулай уҡ тәржемәсе-эксперттар ҙа талап ителә",
- тип яҙған ойоштороусылар.
📍 Программаға түбәндәге һылтанма буйынса үтеп ҡарарға мөмкин: https://aispp.ru
🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💯Бөгөн үткән "Фән сәғәте"ндә РФА Өфө федераль тикшеренеү институты ғалимдары "Башҡорт атының геномы" проектын тәҡдим итте. Был башҡорт атын тарихи мираҫ объекты булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм селекция эшен яңы кимәлгә сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
💯Башҡорт атының ДНК биобанкын булдырыу башланғысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хупланы һәм тейешле программа әҙерләргә кәрәк, тип белдерҙе.
✅Әлегә былтыр Баймаҡ районында үткән "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленән матур күренештәрҙе ҡарап, йәмле (ямғырлы) йәйҙе хәтергә төшөрөп алайыҡ!

🥰6👏4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ирәмәл итәгендә таңдар ҙа сихри ❤️
❤6🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына - 91 йыл, ә уның хөрмәтенә Өфөләге Ленин паркында һәйкәл асылыуға - 1 йыл да тулып киткән.
Ваҡыт шулай үтә, әммә халыҡ хәтерендә һүҙе менән генә түгел, эше, хеҙмәте менән дә йәшәүен дауам итә арҙаҡлы милләттәшебеҙ. Тағы бер тапҡыр уның иҫтәлеген һаҡлаған тарихи урынға күҙ һалайыҡ.

❤13
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һаумыһығыҙ, хәлдәр нисек?
Видео: Илгиз Муллағәләмов.
Видео: Илгиз Муллағәләмов.
❤6
📌“Беренсе тирмә” проекты буйынса республика ҡатын-ҡыҙҙары ике аҙнаға Махсус хәрби операция һыҙығына йүнәлеп, Луганскиҙағы хәрби госпиталдәге яралыларға ярҙам күрһәтеүен дауам итә.
💯Ғинуар айында йүнәлгән ете ирекмән араһында Белорет районы мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Лариса ӘХМӘТШИНА ла була.
⚡Ул Республика Хәрби комиссариатында бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләгән Гөлфирә Абдуллина менән “Спутник” хирургия бүлегенә эләккән.
⚡Яугирҙарға ярҙам итергә тырышыуҙары һәм күргәндәре тураһында һөйләп, ирекмән иң тетрәндергәне – емереклектәр аҫтында бер нисә көн ятҡан һәм аяҡ-ҡулын өшөткән Архангел өлкәһенән 18 йәшлек Егорҙы күреү, ти. Егет МХО-ла һәләк булған атаһы өсөн үс алырға теләп, балиғ йәшкә еткәс тә бында юллана.
- тип һөйләй Лариса Әхмәтшина.
⚡Госпиталдә улар Дыуан, Ҡыйғы, Нефтекама, Нуриман райондарынан яугирҙарҙы осратҡан, хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәткән.
- ти ирекмән.
⚡Лариса Әхмәтшина “Беренсе тирмә”нең кәрәкле проект булыуын билдәләй. Ирекмән менән тулыраҡ әңгәмәне “Урал” гәзите сайтына үтеп уҡый алаһығыҙ.

“Штурмлаусы яугир госпиталдә яраланған командиры менән дә осрашты. Уларҙың осрашыуын күрһәң ине... Әле лә уларҙы иҫләгән һайын күҙҙәргә йәш төйөлә. “Миңә һинең йөҙөң шул тиклем таныш. Беҙ һинең менән ҡайҙалыр осраштыҡ бит”, - тине тәмәке тартып торғандарында штурмлаусылар ротаһы командиры Егорға иғтибар итеп. “Мин һеҙҙе яу яланынан алып сыҡтым бит”, - тигәс кенә командиры танып, егетте ҡосаҡлап, ҡотҡарыусыһына рәхмәтен әйтте”,
- тип һөйләй Лариса Әхмәтшина.
⚡Госпиталдә улар Дыуан, Ҡыйғы, Нефтекама, Нуриман райондарынан яугирҙарҙы осратҡан, хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәткән.
“Мөмкинлек булыу менән тағы ла алыҫ юлға сығырмын тим, хәлдән килгәнсә ил именлеген һаҡлаған һалдаттарыбыҙға ярҙам итермен, тип һүҙ бирҙем. Был - күңел талабы, йөрәк ҡушҡан ғәмәл”,
- ти ирекмән.
⚡Лариса Әхмәтшина “Беренсе тирмә”нең кәрәкле проект булыуын билдәләй. Ирекмән менән тулыраҡ әңгәмәне “Урал” гәзите сайтына үтеп уҡый алаһығыҙ.
❤6🔥3
🔥🔥🔥Барыһына ла билдәле мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов - "Башбармаҡ-шоу"ҙа! Ҡарайбыҙ!
https://vk.com/video-38277591_456239484
https://vk.com/video-38277591_456239484
VK Видео
Бишбармаҡ шоу - Зайнетдин
Беҙҙең команда: Урал Кәримов - алып барыусы Илһам Ишкинин - алып барыусы Наиль Тимербаев - режиссер, монтаж Рөстәм Әхмәтов - оператор Сыңғыҙ Ғиләжев - оператор Кәрим Хөснуллин - администратор Рөстәм Аҙнабаев - дизайн Әлфирә Сәғитова - мөхәррир
💯4🔥2👍1
ҒАИЛӘ ҠОРОУҘАРЫНА - 70 ЙЫЛ! 🌸
💯Иҫке Собханғол ауылында ғүмер итеүсе Ғәлиулла Абдулла улы һәм Хөснә Мортаза ҡыҙы Яубаҫаровтарҙың бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулған, тип хәбәр итә “Таң” гәзите.
Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен күреп үҫкән Яубаҫаровтар бөгөн тормоштарына шөкөр итеп, балаларының изгелеген күреп, матур донъя көтә. Ғәлиулла Абдулла улына 95 йәш, ул район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләп, ә 90 йәшен тултырған Хөснә Мортаза ҡыҙы дауаханала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар.
тип яҙған сәхифәһендә Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.

“Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән матур ғаиләләр менән һоҡланам. Юбилярҙарыбыҙҙы ҡотлап ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйем. Бер-береһенә терәк-таяныс булып, балаларының, яҡындарының изгелеген күреп, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын”,-

❤8🔥3