Башҡорт донъяһы
661 subscribers
3.13K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
💯Модулле участка дауаханаһы – үткән йылдың аҙағында Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында бына шундай заманса учреждение төҙөлгәйне.

Бында халыҡҡа сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, ә иң мөһиме – квалификациялы табиптар эшләй.

Дауахана 10 ауыл халҡын ҡарай.

Бында ике терапевт, бер педиатр участкаһы, процедуралар, прививкалар, акушерҙар, физиотерапия кабинеттары, тәүлек әйләнәһенә эшләгән 6 урынлыҡ стационар, көндөҙгө стационар бар.

💯Яңы бинаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килеп ҡараны, халыҡ менән аралашты. Ауылда медицинаны үҫтереү – мөһим мәсьәләләрҙең береһе, тип билдәләне ул.

📌Әйткәндәй, 6 йылда Башҡортостанда 490 модулле конструкция – ФАП, ауыл участка дауаханалары, табип практикаһы өсөн офистар төҙөлгән.

Әле Асҡар, Благовещенск, Учалы, Яңауылда балалар поликлиникалары, Асҡын һәм Баҡалыла өлкәндәр өсөн медицина учреждениелары төҙөлөшө бара.
Ә 2024 йылда Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлөп бөткән, республика райондарында 9 медицина учреждениеһы ремонтланған.
👍4
📌 Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайында #Өйҙә (#Дома) фестивале үтә.

Йәштәр өсөн алдынғы предприятиелар һәм корпорациялар етәкселәре менән әңгәмәләр, эшҡыуарҙар һәм бизнес хужаларының фәһемле лекциялары, йондоҙҙар менән осрашыуҙар ойошторола.
Күргәҙмәләр һәм төрлө уйын майҙансыҡтары ла ҡуйылғайны.
Студенттар артабан үҫешеү өсөн ниндәй мөмкинлектәр барлығын белде.

Фестиваль Thomas Mraz, Марат Яруллин, О!нет, Baby Ti һәм Бишбармаҡ ҡатнашлығындағы дискотека менән тамамланасаҡ.
👍2
Алтын тауҙың батшаһы кем?

Уйнағандар ❤️ ҡуйығыҙ!
8🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💡Көлөп алайыҡ 😁


Видео: "Большая семья из деревни".
😁6🔥21
Донъяғыҙ түңәрәк булһын!😻

Һүрәт: Gulykim
🥰52💯1
📍Оло Ҡыраҡа. Белорет районы.

Оло Ҡыраҡаның төньяҡ өлөшөндә оҫҡондоң (лук косой) реликт популяцияһы үҫә, тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала.

📸Фото: gefesttravel
👍5
📌БР Милли музейында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған "Алтын балдаҡ" ("Золотое колечко") тип аталған күргәҙмә асылды.

Күргәҙмәлә йырсының шәхси әйберҙәре, сәхнә кейемдәре, популяр йырҙарының яҙмалары, фото-видеолар тупланған. Күргәҙмә халыҡ һөйөүен яулаған ихтирамлы йырсының тормошона, ижадына һәм Башҡортостан музыка мәҙәниәтен үҫтереүгә яһаған йоғонтоһон сағылдыра, тип белдерә ойоштороусылар.

Күргәҙмә 26-сы февралгә тиклем эшләйәсәк. Мотлаҡ барып күрегеҙ!
💯32
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎶IRDAN һәм Азат Хоҙайғолов
🔥7👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорт аттары өйөрө" ("Табун башкирских лошадей"). А. В. Храмов, 1950-се йылдар. БР Милли музейы.
❤‍🔥6💋1💘1
📌 "Баштәржемә" программаһы тест режимында эшләй башлаған.

Был турала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан хәбәр иттеләр.

"Баштәржемә" программаһы ярҙамында рус теленән башҡортсаға, башҡортсанан руссаға сертификатланған тәржемә эшләргә мөмкин. Программалаусыһы - Айнур Хәйбуллин.

"Тест режимында эшләгән программаны һеҙ ҙә тикшереп, хаталы яҡтарын күрһәтә алаһығыҙ. Шулай уҡ тәржемәсе-эксперттар ҙа талап ителә",

- тип яҙған ойоштороусылар.

📍 Программаға түбәндәге һылтанма буйынса үтеп ҡарарға мөмкин: https://aispp.ru
🔥4