Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.13K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы халҡы өсөн бөгөн ҡыуаныслы көн - өр-яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды.

Уларҙың шатлығын ошо видеоны ҡарап уртаҡлашырға саҡырабыҙ 😉
👍5🔥52😁1
💯Бәхетленең байрамы бер көндә,ти.

Бөгөн баймаҡтар өсөн тағы бер шатлыҡлы ваҡиға булған - Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа бюст ҡуйылған!

1962-1984 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар советын етәкләгән арҙаҡлы шәхестең бюсы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы территорияһында урынлашҡан.
👍4🔥4
Йөрәктауҙан хәйерле иртә! ❤️
5👍5🥰1
🎉🎉🎉Дәүләкәндән Гөлназ һәм Айнур Ҡорманаевтар йортонда тағы шатлыҡ - УН ИКЕНСЕ бәпес тыуған!

🌸Бына шундай ҙур ғаиләгә яңы шатлыҡ өҫтәп Наҙгөл исемле ҡыҙ донъяға килгән.

🌸Гөлназ Фәрит ҡыҙы 2023 йылда "Герой-әсә" тигән юғары маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул тормош иптәшен хөрмәт итеп, балаларын һөйөп үҫтергән, үрнәк алырҙай ҡатын.

🌸Ҡорманаевтарҙың өлкән балалары һеңле-ҡустыларына өлгө, ата-әсәләренә ярҙамсылдар. Нурфаяз улдары - алдынғы вуз студенты,Алһыу ҡыҙҙары - мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, Аделина - спортсы, Аэлита - фән һәм театр менән ҡыҙыҡһына.

"Йортобоҙҙа һәр ваҡыт бәхет, мөхәббәт һәм именлек йәшәһен. Һеҙҙең кеүек ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеү - дәүләт һәм республика сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше",

- тип яҙған БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
👍4🔥41
💯Модулле участка дауаханаһы – үткән йылдың аҙағында Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында бына шундай заманса учреждение төҙөлгәйне.

Бында халыҡҡа сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, ә иң мөһиме – квалификациялы табиптар эшләй.

Дауахана 10 ауыл халҡын ҡарай.

Бында ике терапевт, бер педиатр участкаһы, процедуралар, прививкалар, акушерҙар, физиотерапия кабинеттары, тәүлек әйләнәһенә эшләгән 6 урынлыҡ стационар, көндөҙгө стационар бар.

💯Яңы бинаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килеп ҡараны, халыҡ менән аралашты. Ауылда медицинаны үҫтереү – мөһим мәсьәләләрҙең береһе, тип билдәләне ул.

📌Әйткәндәй, 6 йылда Башҡортостанда 490 модулле конструкция – ФАП, ауыл участка дауаханалары, табип практикаһы өсөн офистар төҙөлгән.

Әле Асҡар, Благовещенск, Учалы, Яңауылда балалар поликлиникалары, Асҡын һәм Баҡалыла өлкәндәр өсөн медицина учреждениелары төҙөлөшө бара.
Ә 2024 йылда Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлөп бөткән, республика райондарында 9 медицина учреждениеһы ремонтланған.
👍4
📌 Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайында #Өйҙә (#Дома) фестивале үтә.

Йәштәр өсөн алдынғы предприятиелар һәм корпорациялар етәкселәре менән әңгәмәләр, эшҡыуарҙар һәм бизнес хужаларының фәһемле лекциялары, йондоҙҙар менән осрашыуҙар ойошторола.
Күргәҙмәләр һәм төрлө уйын майҙансыҡтары ла ҡуйылғайны.
Студенттар артабан үҫешеү өсөн ниндәй мөмкинлектәр барлығын белде.

Фестиваль Thomas Mraz, Марат Яруллин, О!нет, Baby Ti һәм Бишбармаҡ ҡатнашлығындағы дискотека менән тамамланасаҡ.
👍2
Алтын тауҙың батшаһы кем?

Уйнағандар ❤️ ҡуйығыҙ!
8🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💡Көлөп алайыҡ 😁


Видео: "Большая семья из деревни".
😁6🔥21
Донъяғыҙ түңәрәк булһын!😻

Һүрәт: Gulykim
🥰52💯1
📍Оло Ҡыраҡа. Белорет районы.

Оло Ҡыраҡаның төньяҡ өлөшөндә оҫҡондоң (лук косой) реликт популяцияһы үҫә, тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала.

📸Фото: gefesttravel
👍5