Иртәләрегеҙ матур башланһын, бының өсөн хозур тәбиғәт күренешенә ҡарау ҙа ҡайсаҡ етә.
Йөрәккүлдәге боҙбармаҡтар 🩵🩵🩵
Фото: Владимир Тимкин
Йөрәккүлдәге боҙбармаҡтар 🩵🩵🩵
Фото: Владимир Тимкин
❤4
📌 Республикала "Ете ҡыҙ" социаль проекты булдырылған.
Проекттың маҡсаты — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының йәштәр менән эш буйынса баш белгесе, ирекмән Ләйсән Рабаданова битараф булмаған рухлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә туплаған.
Проект сиктәрендә беренсе сара үткән: Махсус хәрби операцияла йөрөгән, хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренән ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Осрашыуҙа улар өсөн көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөйләшеү үткән.

"Ете ҡыҙ" социаль проекты ошондай осрашыуҙарҙан тыш, һәр кемгә юридик, психологик, мәғлүмәти һәм башҡа өлкәләрҙә ярҙам ҡулы һуҙыр. Бында ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ серҙәре менән бүлешер, күңел ялы алыр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, театр-тамашаларға йөрөү, балалар менән ял итеү мөмкинлеге лә биреләсәк. Шулай уҡ егеттәргә гуманитар ылау йыйыуҙа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ,- тип вәғәҙәләй "Ете ҡыҙ" проектының ойоштороусылары.
🔥7⚡1👍1
💥ҺӨЙӨНСӨ!💥
🎉Хәҙер башҡортса матур яҙыу өсөн тағы ла 30 төрлө шрифт бар!
Тимәк, текст менән эшләгән төрлө материалдарҙа матур итеп башҡортса яҙыу мөмкинлеге артты!
Рәхим итеп ҡулланығыҙ һәм таныштарығыҙға таратығыҙ!
❓Ҡайҙан алырға:
✅махсус сайттан: fonts.bsfond.ru .
✅телеграмм-боттан: t.me/BashShriftBot .
Проектты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән "Мираҫ" йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды тормошҡа ашырған.

👍5❤3🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ҡуйҙыңмы ағай?" - ошо һүҙҙәрҙе күргәс тә, башыңда билдәле бер тауыш яңғырап, уға оҡшатырға тырышып уҡыныңмы?
Улайһа, популяр видеола кемдәр төшкәнен белеү өсөн тиҙерәк ошо яҙманы ҡара!
Әбйәлил районы Әбдрәш ауылы егеттәре тураһында Эльвира Сирусина.

❤🔥5💯5😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Был видеоны ҡарағандан һуң ауылға, өләсәй янына ҡайтҡың киләсәк",
- тип вәғәҙә итә автор - enter.ufa.
Ҡайтҡығыҙ килдеме? 😍
❤6🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сибай концерт-театр берләшмәһенең артисы Фларид Бирғәлин "Йәш егеттәр дәррәү күтәрелде". 🩵🤍💚
❤6🔥3👏2👎1
📌Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Сибайҙағы “Рәсәй эше” күп функциялы кадрҙар үҙәгендә булды.
✅Был – “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән илдәге беренсе шундай үҙәк.
✅Үҙәктә эш табышыуҙан тыш, төрлө һөнәрҙәр үҙләштерергә мөмкинлек бирелә, психологик ярҙам күрһәтелә. Мөрәжәғәт иткән һәр кешегә айырым иғтибар бирелә, хатта балалары барлығын, эш урыны ҡайҙа урынлашыуын, һаулыҡ мөмкинлектәрен дә иҫәпкә алалар. Шулай уҡ реабилитация һәм абилитация программаларыла тәҡдим ителә.
✅Бындай заманса үҙәктәр йылына 2 мең кешегә эш урыны табырға ярҙам итә.

👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
УРАЛ БАТЫР УЙЫНҒА ЙЫЯ!
📌22 февралдә Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә Күҙембәт яланында "Ат-сана ярыштары" һәм "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" үтә.
✅ Бында "Ылаҡ", "Ауҙарыш" уйындары, саналар ярышы, эйәрҙәрҙе һәм һыбайлыларҙы матур биҙәндереү-кейенлереү буйынса конкурс, суҡмар ырғытыу һәм арҡан тартыш уйындары көтә.
✅ Шулай уҡ традицион яндан уҡ атыу буйынса мәргәндәр ҙә билдәләнәсәк.
❗Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

👍7🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡабандар күнеккән урындарына ашарға килгән. Юҡҡа ғына "Мал ашаған еренә, ир тыуған еренә ҡайтыр", тимәйҙәр инде.
❤5
📌 Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды.
💯Өр-яңынан төҙөлгән бина 3 мең квадрат метрлыҡ.
✅ Үҙәктең беренсе ҡатындағы фойела күргәҙмә өсөн урын, тамаша залы, хеҙмәткәрҙәр бүлмәһе, балалар өсөн уйын бүлмәһе, администрация бүлмәһе, китапханалар (өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым), компьютер студияһы, кейем бүлмәһе урынлашҡан.
✅ Икенсе ҡатта - тренажерҙар залы, бәҙрәф һәм душ булған кейенеп-сисенеү бүлмәләре, балалар сәнғәт мәктәбе.
💯Ауыл халҡының тормошона йәм, дәрт өҫтәгән бына шундай шәп үҙәкте асыу тантанаһында бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе булды.
💯Шулай уҡ республика Башлығы киләсәктә меңгә яҡын кеше йәшәгән был ҙур ауылды һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- тине Радий Хәбиров.

“Ысынында, халыҡҡа йөрөүе уңайлы булһын өсөн шундай үҙәктәр төҙөү кәрәк. Эргәлә генә мәктәп, ә иң мөһиме, методистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бында бар”,- тине республика етәксеһе.
💯Шулай уҡ республика Башлығы киләсәктә меңгә яҡын кеше йәшәгән был ҙур ауылды һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Баймаҡ районында эшһөйәр халыҡ йәшәй һәм беҙ райондың үҫешенә ярҙам итәсәкбеҙ”,
- тине Радий Хәбиров.
👍7🔥5❤🔥1