Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.13K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
Башҡортостан хозурлығы. Фотолар авторы: Тимур Шәрипҡолов.
4🥰3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Мөғжизәләр яланы" редакцияһына ҡатнашырға теләүселәрҙән көнөнә 700 хат килә, ти.

Бына шундай бихисап хаттар араһынан Башҡортостандан булғандарын да һайлап, саҡырып торалар.

📍 2021 йылда Белорет ҡалаһынан Юлия Васильевна Ломакина ҡатнашҡайны. Уның менән бергә райондың билдәле "Елмерҙәк" этно-төркөмө барып, дәртле сығыштары менән биҙәгәйне.

Оҙаҡ йылдар барған был тапшырыуҙы ҡарайһығыҙмы?
🥰4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Туймазы районының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова һәм райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары бетеүҙәр эшләү һәм туҡыу станогында эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.

Сара Бәйрәкәтүбә ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үткән.

Оҫтабикәләр һарыҡ йөнөн йыйып, шуны эшкәртеп, туҡыма һуғып, Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға йөн билдектәр ҙә эшләп ебәрә.
🔥41👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ни өсөн Салауат театры "хайп тотмай", йәштәрҙе нисек йәлеп итергә, бөгөн режиссерҙарға нимә мөһим?

Был һәм башҡа бик күп һорауҙарға яуапты Салауат дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина менән ҡыҙыҡлы әңгәмәлә табырһығыҙ.

Видео: ДТРК "Башҡортостан".
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔴Һүрәткә һүҙҙе тап килтереп йәбештереп ал!
🟢Кем тиҙерәк?

🟡Балалар менән башҡорт телен өйрәнеүҙең бер мауыҡтырғыс ысулын Белорет ҡалаһынан Баныу Астанова сәхифәһенән күреп ҡалдыҡ.
👍2🔥2
АРАЛА БОҘҘАР ИРЕЙ❄️

📍 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективтары 3 февраль көндө “Динамо” һырғалағында төрлө уйындар, ярыштар уҙғарып, ҡыштың бер көнөн оло байрамға әйләндерәсәк.
🔥1
Ҡотлайбыҙ! 🌹

Бөгөн Белорет районы Бирҙеғол ауылында йәшәүсе Мәфтүхә Хажина үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Уға 100 йәш тулды.

Юбилярҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, балаларының изгелеген, игелеген күреп йәшәүен теләйбеҙ!
💯106👍2
Иртәләрегеҙ матур башланһын, бының өсөн хозур тәбиғәт күренешенә ҡарау ҙа ҡайсаҡ етә.

Йөрәккүлдәге боҙбармаҡтар 🩵🩵🩵

Фото: Владимир Тимкин
4
📌 Республикала "Ете ҡыҙ" социаль проекты булдырылған.

Проекттың маҡсаты — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының йәштәр менән эш буйынса баш белгесе, ирекмән Ләйсән Рабаданова битараф булмаған рухлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә туплаған.

Проект сиктәрендә беренсе сара үткән: Махсус хәрби операцияла йөрөгән, хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренән ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Осрашыуҙа улар өсөн көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөйләшеү үткән.

"Ете ҡыҙ" социаль проекты ошондай осрашыуҙарҙан тыш, һәр кемгә юридик, психологик, мәғлүмәти һәм башҡа өлкәләрҙә ярҙам ҡулы һуҙыр. Бында ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ серҙәре менән бүлешер, күңел ялы алыр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, театр-тамашаларға йөрөү, балалар менән ял итеү мөмкинлеге лә биреләсәк. Шулай уҡ егеттәргә гуманитар ылау йыйыуҙа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ,

- тип вәғәҙәләй "Ете ҡыҙ" проектының ойоштороусылары.
🔥71👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💕

Видео: Альбина Хафизова.
4👍3
💥ҺӨЙӨНСӨ!💥

🎉Хәҙер башҡортса матур яҙыу өсөн тағы ла 30 төрлө шрифт бар!

Тимәк, текст менән эшләгән төрлө материалдарҙа матур итеп башҡортса яҙыу мөмкинлеге артты!

Рәхим итеп ҡулланығыҙ һәм таныштарығыҙға таратығыҙ!

Ҡайҙан алырға:
махсус сайттан: fonts.bsfond.ru .
телеграмм-боттан: t.me/BashShriftBot .

Проектты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән "Мираҫ" йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды тормошҡа ашырған.
👍53🔥3