Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
БАШҠОРТ ИЛЕ
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.
Ерһенмәгән ҡайтһын кире,
Илһенмәгән ҡайтһын кире,
Иҫкә алһын туған телен,
Башҡортостан – мәңге тере!

***
Шул тиклем дә һиңә яҡын булып,
Шул тиклем дә алыҫ йөрөгәнмен.
Һине тәүләп күргән мәлдәремдән
Буйым етмәҫ булып күренгәйнең.
Ҡыймағанмын һиңә өндәшергә,
Күңелемдә өмөт һүрелгәйне...
Һиҙмәгәнһең мине, белмәгәнһең:
Йөрәгеңдә һинең йөрөгәнмен.
Шул тиклем дә һиңә яҡын булып,
Һинһеҙ йәшәүҙәргә өйрәнгәнмен.
Һиҙмәгәнмен, ниңә белмәгәнмен
Йөрәгемдә ҡояш йөрөгәнен?

Бөгөн журналист, шағир, прозаик Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ҡотлайбыҙ, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!🌹
👍7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостанда үҙенсәлекле мәғариф проекты бойомға ашырыла башлаған - моңло итеп аҙан әйтергә өйрәтәләр.

Буласаҡ мәзиндәргә аҙан әйтеү серҙәрен Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжында төшөндөрәләр. Быға тиклем республикала бындай махсус дәрестәр ойошторолғаны булмаған. Йәш шәкерттәргә дәрестәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев үткәрә.

Был турала "Вести Башкортостан" яҙмаһында ҡарағыҙ.
👍8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тсс!.. Репетиция бара!

15 февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзифа Исҡужинаның күркәм юбилейына һәм ижадының 30 йыллығына арналған «Хыялыма табан» тигән ҙур концерт үтәсәк.
🔥82
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🟡Замана хикмәттәре: йылдар аша "ҡайтып", үҙеңде ошолайтып ҡосаҡлап та була хәҙер...
Бәләкәй үҙегеҙгә ниндәй теләк әйтер инегеҙ?

Ә беҙ барығыҙға ла хәйерле иртәләр, сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ! ❤️
🔥62👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Флорид Бүләков әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән иң яратҡан спектаклегеҙ ниндәй?

Видео: БСТ. Яңылыҡтар
🔥52👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Йәйләү" ("Кочевье"). Виктор Андреевич Позднов. 1953 йыл. БР Милли музейы.
🔥72💯2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһынан "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсында ҡатнашыусы Харрасовтарҙың матур видеояҙмаһын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ. Афариндар, уңыштар теләйбеҙ! ❤️

Видео: Октябрьский ҡалаһының милли мәҙәниәттәр үҙәге.
👍8❤‍🔥32🔥1
📌 Башҡортостанда 2025 йыл - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы, тип нарыҡланғайны. Йылдың рәсми логотибы раҫланған.

Логотипта йөрәк рәүешендәге Башҡортостан флагы фонында яугир ғаиләһе һынландырылған, улар ус төбөндә тора - был дәүләт ярҙамын һәм ғаилә ҡиммәттәрен сағылдыра.
4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ошондай сеанстарға йөрөйһөгөҙмө ул? 🤭
👎2😁21
Хәйерле иртә! ☀️
🍓31👍1
📌 Башҡортостан уҡсылары бронза миҙалдар яулаған!

🏹Орел ҡалаһында уҡ атыу буйынса Рәсәй беренселеге үткән. Унда илдең 39 төбәгенән 500 кеше ҡатнашҡан.

🏹Командалар менән ярышта (блоклы яң) Арыҫлан Шәйәхмәтов, Эмиль Сидоркин, Илдар Хәмиҙуллин өсөнсө урын яулаған.

Афариндар! 🌹
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә.

"Бабич феномены - шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре" тип аталған ҡорҙо Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы ойоштора.

Сара Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабич һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Унда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай сығыш яһаны.

"Торатау" конгресс-холында "Ал да нур сәс халҡыңа!" тигән күргәҙмә лә ойошторолдо: Ш. Бабич музейы, БР Милли музейынан үҙенсәлекле ҡомартҡылар урын алған.

Видео: БР Милли әҙәбиәт музейы.
❤‍🔥7
Изге йомала яҡшы хәбәр!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең шәхси сәхифәһендә "Әр-Рахим" мәсетенең төҙөлөш барышы тураһында хәбәр итте: 4 манараһында ла эштәр тамамланған.

Хәҙер мәсеттең ҡыйығын төҙөкләндерергә кәрәк. Шулай уҡ быйыл фасадын көпләү эштәренә тотонорға тейештәр.

"Хоҙай ярҙамы менән эшләрбеҙ. Ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт", -

тине республика етәксеһе.
❤‍🔥7💯2🤗2🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры күңелдәргә ятырлыҡ йылы видеояҙма менән уртаҡлашҡан.

Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов, театр хеҙмәткәрҙәре Руслан Юлтаев һәм Динара Ҡәйүмова Ейәнсура районында ижади сәфәрҙә булған. Улар яратҡан яҙыусыбыҙ, профессиональ тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашҡан.

Бер нисә сит телде, шул иҫәптән инглиз һәм тәүрат яҙылған боронғо иврит телдәрен, камил белгән ғәжәйеп талантлы шәхестең ауыл тормошонан йәмле күренештәрҙе һеҙ ҙә күрмәй ҡалмағыҙ.

Ҡайһы саҡта донъя ығы-зығыһына әүрәп, үҙебеҙҙе уратҡан ошо ябайлыҡтың ғәжәйеп хазина булыуын онотоп китәбеҙ кеүек, юғиһә...

Театр хеҙмәткәрҙәре Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәрҙәре буйынса киләсәктә яңы сәхнә әҫәре тыуыуына өмөт белдергән. Шулай булһын!

Видео: М. Ғафури исемендәге БДАДТ.
10👏3🔥2
💚"Салауат Юлаев" командаһының һаҡсыһы Алексей Василевский сатрашлап сигергә ярата икән.

"Бик тынысландыра. Ғәҙәттә, күсмә матчтар булғанда сигәм. Автобус менән Екатеринбургтан Силәбегә барғанда бесәй балаһын сатрашлап сиктем",

- ти хоккейсы.
👍52
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк башҡорт шағиры Бабичтың хаҡ һүҙҙәре бер быуаттан һуң да көнүҙәк.

Видео: Шәйехзада Бабичтың шиғырын күренекле ауылдашы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов һөйләй.
9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған еребеҙҙән хозур урын юҡ!
Белорет районының ҡышҡы романтикаһы❄️

Видео: Айгөл Моратова.
🔥64
ӨЛГӨРӨП ҠАЛ

📌Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар дәүләт ансамбле логотибы буйынса конкурс 10 ФЕВРАЛГӘ тиклем ОҘАЙТЫЛҒАН.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән,Ҡаҙағстандан барлығы 100 ижади эш килгән.
Ҡатнашырға теләгән бер ижадсы ла ситтә тороп ҡалмаһын, өлгөрөп эшен тапшыра алһын өсөн конкурстың ҡабул итеү мөҙҙәте оҙайтылған.
Конкурс тураһында барлыҡ мәғлүмәттәрҙе ошо һылтанма буйынса белергә мөмкин:
bashgf.ru/novosti/vn...
Уңыштар!💯
👍41
Хәйерле көн! Яҡшы ял теләйбеҙ! ❤️
🔥5👏1