Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
😍Ауылда һиллек. Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан күренештәр.

Яңы тыуған көн шатлығы менән килһен, ҡотоғоҙ артһын!


Фото авторы Наталья Вилкова.
👍11🥰2
УРЫН АЯҒЫ
🌸Түшәк һәм һандыҡ аҫтарына ҡуйыла торған махсус әйберҙәр - “урын аяғы”, “һандыҡ аяғы”, “кейем урыны” тип йөрөтөлгән.

🌸Һандыҡ һәм түшәк менән бергә (йәки айырым түшәк кенә) улар урындыҡтың стена буйындағы тар яғын тотош алып торған һәм ғәҙәттә йорттоң “таҙа” өлөшөндә урынлашҡан. Килен бирнәһе булған осраҡта аш-һыу яраштырған өлөштә урынлашҡан.

🌸Элек аяҡтар түшәк һәм һандыҡ аҫтына ҡуйыу өсөн генә түгел, ә һаба (тура дүртмөйөш төплө күн ҡымыҙ һауыты) аҫтына, өҫтөнә таҡта ябылғандары тирмәнең хужалыҡ өсөн тәғәйенләнгән өлөшөндә һауыт-һаба һаҡлау, самауыр ҡуйыу өсөн һ.б. тотонолған. Улар ҙурлығы, эшләнеше, биҙәлеше менән айырылып торған.

📐Урын аяҡтары тәпәш кенә булған: иҙәндән өҫкө ҡырына тиклем ни бары 30-35, һирәк осраҡта 40 см бейеклектә эшләнгән.

📐Киңлеге 50 см тирәһе, ә оҙонлоғо 90-130 см итеп алынған.

Боронғо әйберҙәрҙең һәр өлөшө уйланылып эшләнгән булғанға күрә, ауырлығы бик еңел тартҡан.

🌸Ҡабырғалары менән ҡуйылған ике таҡтаны (урын аяғының оҙонлоғона) ситтән саҡ ҡына эскә индереп киңлегенә тап килгән өс-дүрт беркеткес ярҙамында тоташтырғандар. Ошо рам-рәшәткәгә аяҡтары тоташтырылған.

🌸Ултыраҡ тормошҡа күскәс, ҡатмарландыбыраҡ эшләгәндәр. Алғы яғын тулыһынса ҡаплап эшләй башлағандар, йөҙлөк һәм өҫкө мөйөштәрен ҡаплап торған ҡанаттары барлыҡҡа килгән.

🌸Ҡайһы берҙәренә шылдырып асылмалы тартма йәки кәштә һәм асылмалы ҡапҡастар оҫталағандар.

🌸Урын аяғының алғы яғы ғына биҙәлгән.

📌ҺҮРӘТТӘ:

Әбйәлил районы Әхмәт ауылындағы урын аяғы бигерәк зауыҡлы булыуы менән айырылып тора. Уны экспедициялары барышында С.И. Руденко, В.С. Сыромятников, Б.Г. Кәлимуллин күргән һәм һүрәттәргә, фотоларға төшөрөп алған.

Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылы. 1958 йыл. Г.И. Мөхәмәтшин һүрәте.

Ейәнсура районының Этҡол һәм Башҡорт Сиреғолы ауылы, Йылайыр районы Йомағужа ауылы. 1958 йыл. Г.И. Мөхәмәтшин һүрәте.
🔥7👍42👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Атай, ҡара, атай, ҡара: 
Алпа килә, алпа килә"...


Видеола: Илһам Байбулдин, Данир Мәсәлимов, Мирас Үҙәнбаев.

Видео: "Юлдаш" радиоһы каналынан.
❤‍🔥11👍3🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ябалаҡлап ҡарҙар яуа...

Дауам итегеҙ, дүрт юллыҡ яҙайыҡ 😉😁
6👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт халыҡ көйө "Ғәбделвәхит".

Видео: Динар Абдуллин.
👍9🔥5
Хәйерле көн!
6🥰1
📌"Монетник" Рәсәй Милли парктарына бағышланған тәңкәләр коллекцияһын сығарған. Тимер һумлыҡтарҙың бер яғында илдең 60 паркы сағылған, араларында "Башҡортостан" милли паркы ла бар.
👍2
БАШҠОРТ ИЛЕ
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.
Ерһенмәгән ҡайтһын кире,
Илһенмәгән ҡайтһын кире,
Иҫкә алһын туған телен,
Башҡортостан – мәңге тере!

***
Шул тиклем дә һиңә яҡын булып,
Шул тиклем дә алыҫ йөрөгәнмен.
Һине тәүләп күргән мәлдәремдән
Буйым етмәҫ булып күренгәйнең.
Ҡыймағанмын һиңә өндәшергә,
Күңелемдә өмөт һүрелгәйне...
Һиҙмәгәнһең мине, белмәгәнһең:
Йөрәгеңдә һинең йөрөгәнмен.
Шул тиклем дә һиңә яҡын булып,
Һинһеҙ йәшәүҙәргә өйрәнгәнмен.
Һиҙмәгәнмен, ниңә белмәгәнмен
Йөрәгемдә ҡояш йөрөгәнен?

Бөгөн журналист, шағир, прозаик Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ҡотлайбыҙ, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!🌹
👍7