Башҡорт донъяһы
664 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
284 links
Download Telegram
Береһе лә этен юғалтманымы?
6👍3
БӨГӨН
🎬 БСТ телеканалында Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында документаль фильм күрһәтелә.

“Мин ҡайтырмын!” фильмы 21 ғинуарҙа 20:30 сәғәттә тәҡдим ителә.
🔥7👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Балаларығыҙҙың телен аңлайһығыҙмы?

Шулай ҡыҫҡартып, яңы һүҙҙәр ҡыҫтырып һөйләшкән "текә" ләр бармы бында?
👍4🔥2🥰1
Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ! Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табып яҙығыҙ. Кем өлгөр?
🔥41
❤️МХО яугиры уҡыусы ҡыҙға бүләк ебәргән

Күсей ауылынан 6-сы класс уҡыусыһы Асия Игебаева Махсус хәрби операцияла булған яугирҙарға хат яҙған.

Уҡыусы ҡыҙҙың хатын "Хан" позывнойлы яугир алған һәм ихлас күңелдән яҙылған һүҙҙәрҙе яҡын алып, рәхмәт йөҙөнән Асияға күстәнәс ебәрергә булған.

"Был яугирҙарыбыҙға беҙҙең күтәрмәләүебеҙ ни тиклем мөһим булыуын тағы бер ҡат иҫбатлай. Берҙәмлек тойғоһо, халыҡтың ярҙамын тойоу - яугирҙарға оло ярҙам"
, - тип билдәләй баймаҡтар.
👍2🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлө өҫтәл артында самауыр сәйе эсеп ултырған яғымлы әбейкәй менән lo-fi стилендә ретро-радио эшләгән.

Ысынында, был - «Ҡышҡы романс», «Өфө йукәләре», «Аҡ болоттар» кеүек элекке йырҙарҙан торған бер сәғәтлек ролик.

Үләнле сәй яһап алығыҙ һәм моңло йырҙарҙы ҡабыҙығыҙ.
🔥11❤‍🔥22
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яҡтыкүл. Әбйәлил районы. ❤️
14🥰4🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һәр килер көндө өмөт менән ҡаршы алығыҙ! 🥰
❤‍🔥11
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌С.М. Прокудин-Горский - Рәсәйҙә беренселәрҙән булып төҫлө фотоһүрәттәр төшөрөүсе. Ул илдең төрлө төбәктәрендә булып, урындағы халыҡтың көнкүрешен, тәбиғәтте сағылдырған фотолар эшләй.

Сергей Михайлович 1910 йылда Яхъя ауылына ла (хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы) килә һәм фотолар төшөрә. Шуларҙың береһендә тимер юлында эшләгән башҡорт ир-егете сағылған.

Был видеола фоторәссамдың эштәрен яйлап, ентекләберәк ҡарарға һәм үткән быуат башында Рәсәйҙә йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәренең ҡиәфәтен, йәшәйешен белергә була.

Тимер юлы хеҙмәткәре булған башҡортто 9:09 минутта күрерһегеҙ😉
👍5❤‍🔥2💯2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нимә: Бигарслан Солтанов исемендәге милли һәм этник спорт төрҙәре күпкөрәше "Башҡорт биатлоны" буйынса республика турниры.
Ҡасан: 25 ғинуар, иртәгә!
Башлана: сәғәт 11-12-лә - теркәлеү, сәғәт 12-лә - старт.
Ҡайҙа: Белорет районы, Манышты ауылы.
Ҡатнашыу: теләгән һәр кем теркәлеү үтеп, ҡатнаша ала. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында еңеүселәр билдәләнәсәк.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы, Белорет районы хәҡимиәте, РИЙО «Ирҙәр ҡоро», “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.
🔥2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌺"Урал" этноүҙәгендә башҡорт балаҫтары күргәҙмәһе үтә.

🌺Күргәҙмә бик ҙур түгел, әммә милли ҡаралдылар менән ҡыҙыҡһыныусыларға оҡшар.

📌Күргәҙмә 4 февралгә тиклем эшләй.
📍"Урал" этноүҙәге, Ленин урамы, 56 (Киров урамы яғынан инергә).
Инеү бушлай.

Барырҙан алда эш ваҡытын һорап шылтыратырға була: +73472726144.

Видео: УфаТУТ.
💯41👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы эш аҙнаһы тамам, моңло йыр менән күңелегеҙҙе ял иттереп алығыҙ 🥰

Видео: Гүзәл Әбйәлилова.
👏82
Бындай хозурлыҡ ҡайҙа тиһегеҙме?
Әлбиттә, Башҡортостанда!

Ялдарҙа үҙ күҙҙәрегеҙ менән барып күрә лә алаһығыҙ.

📍"Еҙем паркы" туристик базаһы Ғафури районы, Толпар ауылында урынлашҡан. Ул Өфөнән 200 км, ә Стәрлетамаҡтан 117 км алыҫлыҡта.
5🔥3