Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡаҙаҡ егете, йәш ашнаҡсы Дулат Тантаевтан өйрәнеп, уйғыр мантыһы бешереп ҡарағыҙ. Бик үҙенсәлекле итеп бөрөп эшләйҙәр икән. Аштарығыҙ тәмле булһын!
👍7❤4🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йыры барҙың көйө бар.
Видео: Рәмзин Әбсәләмов.
Видео: Рәмзин Әбсәләмов.
👍5🥰3
ШӘМШӘҘЕНЕҢ СЕРЕ НИҘӘ?
Республикабыҙҙың Бөрө ҡалаһынан 1,5 километр алыҫлыҡта, Ағиҙел буйында, урынлашҡан, оҙонлоғо – 8 километр, киңлеге 150–400 метрға һуҙылған ҙур һәм йәмле бер күл Шәмшәҙе тип атала. Ул 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Географик әҙәбиәткә, кеше исеменә яраҡлаштырып, Шәмсетдин тип керетеп ебәргәндәр. Шуға күрә күлдең башҡортса ысын исеме онотолоп бара. Ярай әле «Башҡорт энциклопедияһы»на параллель рәүештә Шәмшәҙе формаһын да индергәндәр, әммә уның да урыҫса яҙылышы, Шамшады тип алаһы урынға, тағы ла боҙолоп, Шамшадин булып киткән. Күҙ алдында күпме тарихи атамаларыбыҙҙың яҙылышында хаталар ебәрелә.
«Ә ниндәй һүҙ ул шәмшәҙе?» – тиерһегеҙ. Был һорауға: яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит ШӘКҮР яҙғандарҙы "Вк"лағы төркөмөбөҙгә үтеп уҡығыҙ.

💯6👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Юлдарҙың бар ул киңе лә, тары ла,
Һәм бар әллә ниндәйҙәре тағы ла;
Киңен - тар, тарын киң итеп үтә бел,
Барыр ереңә юл ярып етә бел"
Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВ.
Видео: Гөлназ Ибраһимова.
Һәм бар әллә ниндәйҙәре тағы ла;
Киңен - тар, тарын киң итеп үтә бел,
Барыр ереңә юл ярып етә бел"
Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВ.
Видео: Гөлназ Ибраһимова.
👍6❤3
📌 Thomas Mraz, Марат Яруллин, О!нет, Baby Ti һәм Бишбармаҡ: #Өйҙә студенттар фестиваленең йондоҙҙары билдәле булды.
✅5 февралдәге Өфөләге Көрәш һарайы майҙанында #Дома (#Өйҙә) Башҡортостан Республикаһының студенттары фестивале үтә. Сара Рәсәй студенттары көнөнә арнала.
✅Фестивалдә юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша ала, шул иҫәптән төбәктән ситтә уҡығандар ҙа.
✅Улар өсөн алдынғы предприятие һәм корпорация етәкселәре менән әңгәмәләр, эшҡыуар һәм бизнес хужаларының лекциялары, йондоҙҙар менән мотивацион лекциялар ойошторола. Күргәҙмә майҙансыҡтар һәм уйын зоналарында төрлө ойошмалар сығыш яһаясаҡ.
✅ Фестиваль башҡорт, урыҫ, татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашыуындағы дискотека менән тамамланасаҡ: Thomas Mraz, Марат Яруллин, О!нет, Baby Ti и Бишбармаҡ сығыш яһаясаҡ.
📍 Түбәндәге һылтанма буйынса үтеп, фестивалгә теркәлеү үтергә мөмкин: https://clck.ru/3Fr4NV

🔥3🤮1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Балаларығыҙҙың телен аңлайһығыҙмы?
Шулай ҡыҫҡартып, яңы һүҙҙәр ҡыҫтырып һөйләшкән "текә" ләр бармы бында?

👍4🔥2🥰1
Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ! Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табып яҙығыҙ. Кем өлгөр?
🔥4❤1
❤️МХО яугиры уҡыусы ҡыҙға бүләк ебәргән
Күсей ауылынан 6-сы класс уҡыусыһы Асия Игебаева Махсус хәрби операцияла булған яугирҙарға хат яҙған.
Уҡыусы ҡыҙҙың хатын "Хан" позывнойлы яугир алған һәм ихлас күңелдән яҙылған һүҙҙәрҙе яҡын алып, рәхмәт йөҙөнән Асияға күстәнәс ебәрергә булған.

"Был яугирҙарыбыҙға беҙҙең күтәрмәләүебеҙ ни тиклем мөһим булыуын тағы бер ҡат иҫбатлай. Берҙәмлек тойғоһо, халыҡтың ярҙамын тойоу - яугирҙарға оло ярҙам", - тип билдәләй баймаҡтар.
👍2🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлө өҫтәл артында самауыр сәйе эсеп ултырған яғымлы әбейкәй менән lo-fi стилендә ретро-радио эшләгән.
Ысынында, был - «Ҡышҡы романс», «Өфө йукәләре», «Аҡ болоттар» кеүек элекке йырҙарҙан торған бер сәғәтлек ролик.
Үләнле сәй яһап алығыҙ һәм моңло йырҙарҙы ҡабыҙығыҙ.

🔥11❤🔥2❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һәр килер көндө өмөт менән ҡаршы алығыҙ! 🥰
❤🔥11
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌С.М. Прокудин-Горский - Рәсәйҙә беренселәрҙән булып төҫлө фотоһүрәттәр төшөрөүсе. Ул илдең төрлө төбәктәрендә булып, урындағы халыҡтың көнкүрешен, тәбиғәтте сағылдырған фотолар эшләй.
✅Сергей Михайлович 1910 йылда Яхъя ауылына ла (хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы) килә һәм фотолар төшөрә. Шуларҙың береһендә тимер юлында эшләгән башҡорт ир-егете сағылған.
✅Был видеола фоторәссамдың эштәрен яйлап, ентекләберәк ҡарарға һәм үткән быуат башында Рәсәйҙә йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәренең ҡиәфәтен, йәшәйешен белергә була.
Тимер юлы хеҙмәткәре булған башҡортто 9:09 минутта күрерһегеҙ😉

👍5❤🔥2💯2🥰1