Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.1K photos
1.63K videos
1 file
281 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Шок-контент!

Ошо көндәрҙә Бөрйән һунарсыһы бүре алып ҡайтып килеүен видеоға төшөрөп һалдылар. Һунарсының оҫталығына һоҡлана автор. Ысынлап та һоҡланырлыҡ шул, ҡуш йөрәкле булыу кәрәк бит анауындай яуыз хайуанға ҡаршы барыу өсөн.

Бына беҙ ҡурҡып ҡарайбыҙ, ә һунарсылар үҙҙәре йыш ҡына бик мәрәкәсел була. Шундай бер батыр йөрәкле кеше тураһында ҡайҙалыр шундайыраҡ хәбәр уҡығайным: унда автор бүрегә бәйле ҡайһы бер хәбәрҙәр шаяртыу-алдау була тип әйтә һәм Әхтәм исемле һунарсы ағай һөйләгәндәрен бәйән итә.

Был Әхтәм ағай шулай тип һөйләгән:
"Элек бүрене ат менән ҡыуып етеп, күҫәк менән һуғып алғандар. Былайтып бүрене яланда ғына алып була. Ә урманда бер нисек тә булмай, сөнки бында яландағы һымаҡ иркенлек юҡ. Шуға мин бүрене һуғып алыуҙың икенсе юлын уйлап таптым. Хәҙер мин һунарға барғанда һул ҡулға ярты метрға әҙ генә етмәгән таяҡ тотоп алам. Ышаныслыраҡ булһын өсөн был таяҡтың башына саңғы таяғындағы һымаҡ бау әтмәлләп алдым. Шул бауҙы ҡулға кейҙереп ҡуям. Ә уң ҡулға йәтеш кенә суҡмар алам. Бүре киле сыҡты икән, һул ҡулдағы таяҡты тешләтәм, ә уң ҡулдағы суҡмар менән - шалт тегенең башына! Һуҡҡан ыңғайы ситкә ырғыр кәрәк. Ҡаны сәсрәп, кейемде бысратмаһын өсөн. Бер йылды мин ошолай һуғып (ошо урында ул күҙҙәрен ситкә төбәп, бармаҡтарын бөгә-бөгә шыбырлап ҡына һанай башлай) ете бүре алдым!"


Яңылышмаһам, был Әхтәм һунарсы хәбәрҙәрен шулай уҡ Бөрйән уҙаманы Әғләм Шәрипов яҙып алғайны ул.
👍8😱2😐1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауыл мейесендә ҡомалаҡ сүпрәһенә баҫылған икмәкте эҫе генә көйө телеп, яңы айыртылған ҡаймаҡ яғып ашағы килеп китте. 😇
14🔥2👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле йома иртәһе, дуҫтар!

Видео: Айтуған Фәттәхов.
🔥16
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙҙе нисек уяталар?

Видео: Гөлиә Дауытова.
👍7🙈2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Күренекле башҡорт романдары авторы Яныбай Хамматовтың пенталогияһының беренсе өлөшө - "Бөртөкләп йыйыла алтын" китабы БР Милли музейында бына ошондай зауыҡлы таш ҡапта һаҡлана икән.

📍Әйткәндәй, бөгөн киске сәғәт 6-ла Өфө балалар филармонияһы бинаһында яҙыусының хәтер кисәһе үтә.

Видео: Хаят Сабитова.
🔥9👏1
ҠЫШҠЫ ИРТӘ

Ҡояшлы һыуыҡ; әй ғәжәйеп көн!
Һиҙмәйһеңме ни, үтте ләһә төн -
Ассы күҙеңде, һылыуым, баҡсы:
Керпектәреңдән йоҡоңдо һирпеп,
Таң Алиһәһе яғына елпеп
Сулпан йондоҙҙай янына ҡалҡсы!

Кистән ел-дауыл ҡоторған ине,
Күкте болоттар тултырған ине,
Улар артында ай ҙа тик шәүлә,
Һары бер таптай күренә ине.
Һин дә бойоғоп төрөнә инең -
Әле тәҙрәнән... күрмәйһеңм(е) әллә:

Сағылтып күктең нурлы биләмен,
Ергә түшәлгән аҡ ҡар келәме
Күҙ ҡамашырлыҡ төҫкә буялған,
Урман селтәрҙәй - тормай йәшереп,
Ҡылау ҡырпыған шыршы йәшелен,
Йылғаның боҙо - гүйә быяла.

Гәрәбә балҡыш - бүлмәбеҙ эсе,
Яғылған мейес - кәрәкһә эҫе,
Утын сытырҙай. Яйлы урындыҡ.
Рәхәт яҫтыҡта йыбанып ятыу,
Бәлки, кәрәктер бер йөрөп ҡайтыу,
Ектерәйемме әллә бурылды?

Ярһыу юрғаның ялын уйнатып,
Сана табанын көйлө шыжлатып
Еләйек әле иртәнге ҡарҙан,
Бушанып ҡалған ҡыр-урман буйлап,
Үтәйек әле яҡты уй уйлап
Күңелгә яҡын, үҙ иткән ярҙан.

Александр ПУШКИН.
(Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе).
7👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡышҡы бер көн.

Видео: Гөлназ Ибраһимова.
🔥10👍1😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эшемде яратам, көн-төн эш тип йән атам🤭
👍10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорт аттары элек-электән сыҙамлы һанала. Улар араһында шундай юртаҡтар бар: улар менән йән-фарман сабышҡан аттар ғына тиңләшә ала, унда ла оҙаҡҡа түгел".

П.И. Рычков
8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡаҙаҡ егете, йәш ашнаҡсы Дулат Тантаевтан өйрәнеп, уйғыр мантыһы бешереп ҡарағыҙ. Бик үҙенсәлекле итеп бөрөп эшләйҙәр икән. Аштарығыҙ тәмле булһын!
👍74🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үҙ юлығыҙҙы табығыҙ 💯

Видео: Байегет Мөхәрләмов.
🔥104👍2
Хәйерле иртә!
3👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йыры барҙың көйө бар.

Видео: Рәмзин Әбсәләмов.
👍5🥰3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Аҡсарлаҡтар" яңыса башҡарыуҙа💔

Видео: Эльвира Сирусина.
🔥102👍2
ШӘМШӘҘЕНЕҢ СЕРЕ НИҘӘ?

Республикабыҙҙың Бөрө ҡалаһынан 1,5 километр алыҫлыҡта, Ағиҙел буйында, урынлашҡан, оҙонлоғо – 8 километр, киңлеге 150–400 метрға һуҙылған ҙур һәм йәмле бер күл Шәмшәҙе тип атала. Ул 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Географик әҙәбиәткә, кеше исеменә яраҡлаштырып, Шәмсетдин тип керетеп ебәргәндәр. Шуға күрә күлдең башҡортса ысын исеме онотолоп бара. Ярай әле «Башҡорт энциклопедияһы»на параллель рәүештә Шәмшәҙе формаһын да индергәндәр, әммә уның да урыҫса яҙылышы, Шамшады тип алаһы урынға, тағы ла боҙолоп, Шамшадин булып киткән. Күҙ алдында күпме тарихи атамаларыбыҙҙың яҙылышында хаталар ебәрелә.

«Ә ниндәй һүҙ ул шәмшәҙе?» – тиерһегеҙ. Был һорауға: яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит ШӘКҮР яҙғандарҙы "Вк"лағы төркөмөбөҙгә үтеп уҡығыҙ.
💯6👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Юлдарҙың бар ул киңе лә, тары ла,
Һәм бар әллә ниндәйҙәре тағы ла;
Киңен - тар, тарын киң итеп үтә бел,
Барыр ереңә юл ярып етә бел"


Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВ.

Видео: Гөлназ Ибраһимова.
👍63
📌 Thomas Mraz, Марат Яруллин, О!нет, Baby Ti һәм Бишбармаҡ: #Өйҙә студенттар фестиваленең йондоҙҙары билдәле булды.

5 февралдәге Өфөләге Көрәш һарайы майҙанында #Дома (#Өйҙә) Башҡортостан Республикаһының студенттары фестивале үтә. Сара Рәсәй студенттары көнөнә арнала.

Фестивалдә юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша ала, шул иҫәптән төбәктән ситтә уҡығандар ҙа.

Улар өсөн алдынғы предприятие һәм корпорация етәкселәре менән әңгәмәләр, эшҡыуар һәм бизнес хужаларының лекциялары, йондоҙҙар менән мотивацион лекциялар ойошторола. Күргәҙмә майҙансыҡтар һәм уйын зоналарында төрлө ойошмалар сығыш яһаясаҡ.

Фестиваль башҡорт, урыҫ, татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашыуындағы дискотека менән тамамланасаҡ: Thomas Mraz, Марат Яруллин, О!нет, Baby Ti и Бишбармаҡ сығыш яһаясаҡ.

📍 Түбәндәге һылтанма буйынса үтеп, фестивалгә теркәлеү үтергә мөмкин: https://clck.ru/3Fr4NV
🔥3🤮1
Береһе лә этен юғалтманымы?
6👍3