Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.1K photos
1.62K videos
1 file
279 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Әбей менән бабай
Ғыр-ғыр йоҡлай,
Яндарында бер бәпес
Һикереп төшөп уйнай.
Арандағы биш кәзә
Мырт-мырт көйшәй,
Һарайҙағы сыбар тай
Сыр-сыр кешнәй.
Соландағы ялбыр көсөк
Ләүек-ләүек өрә.
Биш кәзәнең береһен
Ашарға ине миңә!.."
- тип Архангел районы Тирәкле ауылына бүре килгән. Төшөрөп алғандар, социаль селтәргә һалғандар 😱

"Инйәр" гәзите сайтынан был хәбәр.
😱7🙈4👻3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кемдеңдер хәйерле иртәһе ошолай башлана😊

Ә һеҙ көндө нимәнән башлайһығыҙ?
👍72🔥2
Тыуған ереңә берегеп йәшә, асылыңды һаҡла һәм донъяны эштәрең менән йәмлә! 🌺
4🔥2💯2
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнап,
"Бөйөк Еңеүгә 80 йыл!"
тигән рәсми телеграм-канал асылған.
Унда фронтта һәм тылда Еңеүҙе нисек яҡынлаштырыуҙары тураһында, һуғыш һәм геройҙар тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр, фронттан килгән хаттар, иҫтәлектәр, төрлө тематик саралар тураһында яңылыҡтар сыға.

Үҙегеҙҙең ата-олатайҙарығыҙ тураһында белгән тарих менән дә бүлешергә мөмкин.

Йәш быуындарға тарихыбыҙҙы дөрөҫ танытыу, беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн йәнен аямаған яугирҙарыбыҙҙы тағы бер тапҡыр хәтерләү, тыныслыҡ ҡәҙерен белеү - яңы телеграм-каналға үтегеҙ.

#Победа80 #Еңеү80
2🔥2👍1
📌Ярты сәғәттән башлана:

Өфөлә Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан "Китап" магазинында бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың хәтер кисәһе үтә.
🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌БР Милли музейында һаҡланған ҡомартҡылар араһында Салауат Юлаевтың эйәре бар, был риүәйәттәргә таянып фараз ителә.

Эйәрҙе Мәсәғүт кантоны Нәсибаш олоҫо Ҡалмаҡлар ауылы (хәҙерге БР Салауат районы) аҡһаҡалдары тапшырған.

Был ҡомартҡы тураһында бар донъяға билдәле: 2023 йылда ул "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивалендә күргәҙмәгә ҡуйылды, ә 2024 йылда Салауат Юлаев эйәренең тарихи күсермәһе Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә үткән Һунар һәм ат спорты халыҡ-ара күргәҙмәһендә күрһәтелде.
👍5🔥53
💼 Йәш эшҡыуарҙар форумы

Форум Башҡортостанда белем алған һәм унан ситтә уҡыған яҡташ студенттарҙы берләштереүсе майҙансыҡ буласаҡ.

Ул 25 ғинуарҙа Өфө районындағы "Патриот" паркында үтә, сәғәт иртәнге 10-да башлана.

Әйткәндәй, был сараға ирекмәндәр талап ителә. Ойоштороусыларға ярҙам итергә теләүселәр 14 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш.

Был хаҡта "Башкирия волонтерская" ТГ-каналы хәбәр итә.
👍4
📌Ишембай - "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы"!

Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо туралағы Указға ҡул ҡуйған.

Был маҡтаулы исем тағы Үрге Пышма, Зеленодольск, Ҡурған, Ленинск-Кузнецкий, Миәсс һәм Салехард ҡалаларына бирелде.
6🔥2
Башҡортостан Яҙыусылар берлеге бинаһын реставрациялау эштәре тамамланыуға табан бара.

"Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев объектта эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Ағымдағы эштәрҙе һәм уларҙы тамамлау ваҡытын билдәләнек, башҡарылған эштәрҙең сифатын ҡараныҡ", - тип хәбәр итә сәхифәһендә БР Күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
👏7
Ошо хәҡиҡәтте хәтерҙә тотоп, зарланмай, киләсәккә ҡарап йәшәйек!
Көнөгөҙ уңышлы үтһен!
6🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
14 ғинуарҙа күренекле башҡорт шағиры, сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап, уның тыуған ауылы Әсәндә тантаналы сара үтте.
Был турала ДүртөйлөТВ сюжетын ҡарағыҙ.
6
Башҡортостан содаһы хәҙер хәләл

Был турала Рәсәй сифат системаһынан: "БСК" продукт ислам стандарттарына ярашлы етештерелеүен иҫбатлаған лицензия алды", - тип хәбәр иттеләр.

Хәҙер борсолмайса соданы ғәрәп илдәренә һатырға мөмкин. Был илдәр менән компания былтырҙан хеҙмәттәшлек итә.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Шок-контент!

Ошо көндәрҙә Бөрйән һунарсыһы бүре алып ҡайтып килеүен видеоға төшөрөп һалдылар. Һунарсының оҫталығына һоҡлана автор. Ысынлап та һоҡланырлыҡ шул, ҡуш йөрәкле булыу кәрәк бит анауындай яуыз хайуанға ҡаршы барыу өсөн.

Бына беҙ ҡурҡып ҡарайбыҙ, ә һунарсылар үҙҙәре йыш ҡына бик мәрәкәсел була. Шундай бер батыр йөрәкле кеше тураһында ҡайҙалыр шундайыраҡ хәбәр уҡығайным: унда автор бүрегә бәйле ҡайһы бер хәбәрҙәр шаяртыу-алдау була тип әйтә һәм Әхтәм исемле һунарсы ағай һөйләгәндәрен бәйән итә.

Был Әхтәм ағай шулай тип һөйләгән:
"Элек бүрене ат менән ҡыуып етеп, күҫәк менән һуғып алғандар. Былайтып бүрене яланда ғына алып була. Ә урманда бер нисек тә булмай, сөнки бында яландағы һымаҡ иркенлек юҡ. Шуға мин бүрене һуғып алыуҙың икенсе юлын уйлап таптым. Хәҙер мин һунарға барғанда һул ҡулға ярты метрға әҙ генә етмәгән таяҡ тотоп алам. Ышаныслыраҡ булһын өсөн был таяҡтың башына саңғы таяғындағы һымаҡ бау әтмәлләп алдым. Шул бауҙы ҡулға кейҙереп ҡуям. Ә уң ҡулға йәтеш кенә суҡмар алам. Бүре киле сыҡты икән, һул ҡулдағы таяҡты тешләтәм, ә уң ҡулдағы суҡмар менән - шалт тегенең башына! Һуҡҡан ыңғайы ситкә ырғыр кәрәк. Ҡаны сәсрәп, кейемде бысратмаһын өсөн. Бер йылды мин ошолай һуғып (ошо урында ул күҙҙәрен ситкә төбәп, бармаҡтарын бөгә-бөгә шыбырлап ҡына һанай башлай) ете бүре алдым!"


Яңылышмаһам, был Әхтәм һунарсы хәбәрҙәрен шулай уҡ Бөрйән уҙаманы Әғләм Шәрипов яҙып алғайны ул.
👍8😱2😐1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауыл мейесендә ҡомалаҡ сүпрәһенә баҫылған икмәкте эҫе генә көйө телеп, яңы айыртылған ҡаймаҡ яғып ашағы килеп китте. 😇
14🔥2👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле йома иртәһе, дуҫтар!

Видео: Айтуған Фәттәхов.
🔥16
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙҙе нисек уяталар?

Видео: Гөлиә Дауытова.
👍7🙈2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Күренекле башҡорт романдары авторы Яныбай Хамматовтың пенталогияһының беренсе өлөшө - "Бөртөкләп йыйыла алтын" китабы БР Милли музейында бына ошондай зауыҡлы таш ҡапта һаҡлана икән.

📍Әйткәндәй, бөгөн киске сәғәт 6-ла Өфө балалар филармонияһы бинаһында яҙыусының хәтер кисәһе үтә.

Видео: Хаят Сабитова.
🔥9👏1
ҠЫШҠЫ ИРТӘ

Ҡояшлы һыуыҡ; әй ғәжәйеп көн!
Һиҙмәйһеңме ни, үтте ләһә төн -
Ассы күҙеңде, һылыуым, баҡсы:
Керпектәреңдән йоҡоңдо һирпеп,
Таң Алиһәһе яғына елпеп
Сулпан йондоҙҙай янына ҡалҡсы!

Кистән ел-дауыл ҡоторған ине,
Күкте болоттар тултырған ине,
Улар артында ай ҙа тик шәүлә,
Һары бер таптай күренә ине.
Һин дә бойоғоп төрөнә инең -
Әле тәҙрәнән... күрмәйһеңм(е) әллә:

Сағылтып күктең нурлы биләмен,
Ергә түшәлгән аҡ ҡар келәме
Күҙ ҡамашырлыҡ төҫкә буялған,
Урман селтәрҙәй - тормай йәшереп,
Ҡылау ҡырпыған шыршы йәшелен,
Йылғаның боҙо - гүйә быяла.

Гәрәбә балҡыш - бүлмәбеҙ эсе,
Яғылған мейес - кәрәкһә эҫе,
Утын сытырҙай. Яйлы урындыҡ.
Рәхәт яҫтыҡта йыбанып ятыу,
Бәлки, кәрәктер бер йөрөп ҡайтыу,
Ектерәйемме әллә бурылды?

Ярһыу юрғаның ялын уйнатып,
Сана табанын көйлө шыжлатып
Еләйек әле иртәнге ҡарҙан,
Бушанып ҡалған ҡыр-урман буйлап,
Үтәйек әле яҡты уй уйлап
Күңелгә яҡын, үҙ иткән ярҙан.

Александр ПУШКИН.
(Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе).
7👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡышҡы бер көн.

Видео: Гөлназ Ибраһимова.
🔥10👍1😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эшемде яратам, көн-төн эш тип йән атам🤭
👍10