Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.09K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
Ҡояшлы көндәрегеҙ күберәк булһын!
8👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғинуар айының ял көндәрендә Ырымбур спелеологтары Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан Грёзы мәмерйәһенең билдәһеҙ урындарын тикшергәндәр.

Мәмерйәгә "Грёзы" атамаһын уны беренсе булып асҡан тикшеренеүсе Юрий Соколов биргән. Урындағы халыҡ нисек атап йөрөткәндер, әммә бында төрлө йолалар үтәү урыны булған, тип һөйләгәндәр, легенда һәм риүәйәттәр һаҡлана.

Был Башҡортостандағы иң оҙон мәмерйәләрҙең береһе - оҙонлоғо 1154 м. Уны тәүге тапҡыр 1981 йылда Соколов Ю.В. етәкселегендәге Өфө спелеологтары тикшергән.

Мәмерйәгә инеү урыны Ағиҙелдең уң яҡ яры буйлап Шүлгәнташ мәмерйәһенән 4 км алыҫлыҡта аҫтараҡ урынлашҡан. Мәмерйә ауыҙынын киңлеге 4.5 м., бейеклеге 3 м.

Мәмерйә эсендә төрлө формалағы сталактиттар һәм ҙур сталагмит, лабиринттар, тап-таҙа һыулы йылға, күлдәр бар. Һәм ундағы һауа температураһы гел бер төрлө +10 градус.

Грёзы мәмерйәһенә Ағиҙел буйынса һалда ағып төшөп, йәки Иҫке Собханғол - Ырғыҙлы автомобиль юлы буйлап барырға мөмкин.

Координаттары: 54.14.100, 56.54.134.
👍8🔥21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡортостандың киләсәге ошондай балалар ҡулында",- тип яҙған йырсы Арыҫлан Тимеров һәм бик матур күренеш менән уртаҡлашҡан.

"Мега" сауҙа үҙәгендә үткән Башҡорт теле көнөнә арналған сарала был ҡыҙыҡайҙың ихлас ҡушылып йырлауын беҙ ҙә төшөрөп һалған инек.
🔥206👏6
🌹Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан ордены кавалеры Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова 105 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй!

📌Иғтибарығыҙға "Ватандаш" журналында шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның 2024 йылда күңелдәргә үтеп инерлек мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

ИЛ САҠЫРҒАС, ЯУҒА КИТТЕ БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘҘАРЫ

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова бы­йыл Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. Ә байрам алдынан уның ихатаһында шәхсән үҙенә арналған парад ойошторолдо, кадет кластарында уҡыусылар тигеҙ сафтарҙа уға салют биреп уҙҙы. Калинин район хакимиәте ярҙамы менән шиғырҙар китабы донъя күрҙе.

Ут эсенә

103 йәшлек һуғыш ветеранының шиғыр китабы сыҡҡан, тигән хәбәрҙе ишетеү менән уның авторын күреп һөйләшеү теләге тыуҙы. Мине уның ҡыҙы Рафия Нәзиф ҡыҙы ихлас ҡаршы алды һәм әсәһе менән әңгәмәләшкәндә, ҡушылып һөйләп, ярҙам итеп ултырҙы.
Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына шиғыр яҙа башлай. «Мин ҡурсаҡ уйнап үҫмәнем, ҡулымда һәр саҡ китап булды», – ти ул. Шуға күрә лә ете класты тамамлағас, Бөрөләге педагогия техникумын, аҙаҡ, һуғыштан һуң, институтын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Дүртөйлө районының Яңы Кәңгеш ауылы ҡыҙын техникумдан һуң иң тәүҙә Әсәнгә уҡытырға ебәрәләр. Күп тә үтмәй, район мәғариф бүле­генә инспектор итеп эшкә алалар. Әммә йәш белгескә бында ла оҙаҡ тотҡарланырға тура килмәй.
Илдә һуғыш бара. Ауыл советында эшләгән һеңлеһе Ямалия көн дә Дүртөйлөнән повесткалар алып ҡайтып кешеләргә тарата. Ир-егеттәр бер-бер артлы яуға китә. Сират ҡыҙҙарға ла етә. Бер көндө һеңлеһе уға ла повестка тоттора. Мөсәйрә Ноғоманова хәрби комиссариатҡа килә.
– Беҙ район комсомолкаларынан 50 кешене һуғышҡа ебәрергә ҡарар иттек, – ти хәрби комиссар ҡыҙға. – Унда һалдаттарға ярҙам кәрәк. Бөтә Башҡортостандан, төрлө райондарҙан тупланасаҡ өҫтәмә көс. Уҡытыусы булараҡ, ҡаршы килмәҫһеңдер?
Нисек ҡаршы булһын инде Мөсәйрә, ризалыҡ биреп, ҡасан килергә икәнен белешеп ҡайтып китә.
Ә өйҙә был хәбәрҙе ишеткән атаһы Ноғоман ағай илай башлай. Бигерәк нескә күңелле була шул. Мөсәйрәгә ҡәҙәре өс балаһы үлеп торғас, ҡыҙын үҙенә ярҙамсы итеп ирҙәрсә тәрбиәләргә тырыша. «Дүртенсе баламды үлтерергә ебәрәйемме инде?» – тип илай ҙа илай. Тик ни эшләһен, илдәге хәлде яҡшы аңлай. Ҡыҙын юлға әҙерләп, хәрби комиссариатҡа бергә бара. Мөсәйрәнең оҙон толомдарын парикмахер ҡырҡырға теләмәй, йәлләй. Иҫән ҡайтһа, тағы үҫә ул, тип йыуаталар. Ҡыҙының толомдарын атаһы үҙенә ала һәм пароходта Өфөгә тиклем оҙата килә. Әсәһе Фәрхинур апай ике саҡырым алыҫлыҡтағы Сергеевка ауылында тау башында оҙатып ҡала. Эй шунда ҡыйын була ҡыҙға. Әллә һыуға һикереп төшөп үләйем дә ҡуяйыммы икән, тигән уй ҙа килеп ҡуя башына. Ә илап хәлһеҙлән­гән атаһы, Өфөгә килеп еткәс, пароходтан төшә алмай интегә. Башҡа райондарҙан ҡыҙҙарҙың йыйылғанын көтөп, Өфөлә ике-өс көн торалар әле. Шунан тимер юл вокзалында вагондарға тейәлеп, Сталинград йүнәлешенә табан ҡуҙғалып китәләр.
Шулай итеп, Башҡортостандан 3500 ҡыҙ, беренсе комсомол эшелонында (ә улар һуғыш осоронда өсәү була) ут эсенә юллана.
Бер аҙна тирәһе барғандан һуң поезд туҡтай. Ҡыҙҙарҙы өс төркөмгә бүлеп, төрлө тарафтарға оҙаталар. Мөсәйрә Гөлйыһан Рә­ҡипова исемле ҡыҙ менән бергә Сталинградҡа эләгә. Артиллерия полкына бараһығыҙ, зенитчица булаһығыҙ, тиҙәр улар.
Ҡыҙҙар ун биш көн йәш һалдат курсы үтә. Уларға хәрби винтов­ка, кейем бирәләр. Винтовканы йыйырға, һүтергә, атырға өйрәтә­ләр. Был йәһәттән Мөсәйрә Бөрө техникумына рәхмәттәр уҡый, сөнки унда хәрби эшкә ныҡ өйрәткән булалар, шуға ла винтовканы һүтә лә, йыя ла белә...
Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙының хәрби билетында шундай яҙмалар теркәлгән: 1942 йылдың майынан 1943 йылдың ғинуарына тик­лем – 1079-сы зенит-артиллерия полкында приборсы; 1943 йылдың ғинуарынан 1943 йыл­дың октябренә тиклем – 1080-се полктың элемтәсеһе; 1943 йылдың октябренән 1945 йылдың авгусына тиклем – 1563-сө зенит-артиллерия полкының телефонисы.

Мәҡәләнең дауамын ошонда уҡығыҙ: https://vk.com/bashkortdonja
👍9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә заманса уйынсыҡтар ялҡытып киткән саҡта 😁
👍6🔥2😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иртәгә тулы эш аҙнаһы башлана, һеҙ әҙерме? 😎

Видео: Илгиз Муллағәләмов.
😁72👎1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә был сулпылар ҡайҙа урынлашыуын беләһегеҙме?

Хәйерле иртә, барығыҙға ла!
10🔥3🍓2
#аҙна_девизы
Алға!

Тормошона үҙгәрештәр индерергә батырсылығы етмәгән дуҫ-иштәрегеҙгә, яҡындарығыҙға ошо яҙманы ебәрегеҙ һәм үҙегеҙгә лә һаҡлап ҡуйығыҙ: АЛҒА БАРЫРҒА кәрәклекте хәтерләтеп торһон!💌

Тағы ла ниндәй күтәрмәләүҙәр, дәртләндереүсе һүҙҙәр, кәңәштәр, девиздар күрергә теләр инегеҙ? Тәҡдимдәрегеҙ менән бүлешегеҙ!😇
🔥32💯2😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Шәүлә булма, улым, нур бул. Ҡыйыу тик нур.
Батырлыҡ сәс был донъяға, матурлыҡ ур.
Тик һиңәме? Көлтәңә лә бағыр халҡың.
Ҡабул итһә, һин — бәхетле, йырла, талпын..."


Рәшит НАЗАРОВ.

Видео: Мәскәүҙә белем алған Башҡортостан йәштәре ял минуттарында.
🔥6👍4😁3
"Бөртөкләп йыйыла алтын"


Башҡорт әҙәбиәтендә алтын бөртөктәрендәй романдар ижад иткән күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл тула.

📍Ошо уңайҙан 17 ғинуарҙа Өфө балалар филармонияһында хәтер кисәһе ойошторола.

Яҙыусының ижадын яратҡандар ҙа, яңы башлап танышырға теләгәндәр өсөн дә сара фәһемле булмаҡсы. Бармай ҡалмағыҙ!

Әйткәндәй, иң нығы ҡайһы әҫәре күңелегеҙгә ятты?
6🥰3👍2
Һаулыҡ, бәхет, ҡыуаныс-шатлыҡтар һәм именлек менән килһен!
👍8🔥32
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күршеләрҙе аптыратып(фатирҙағылар инде), берҙе ҡушылып баҫығыҙ💃🕺🤭
🔥138
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы көнгә йылмайығыҙ 😊

Һүрәткә баҫ 👉🌞
🥰9