Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"... Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн -
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"
Мостай Кәрим.
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн -
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"
Мостай Кәрим.
👍7🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡарт өләсәй бүләсәре менән ҡайһылай ҙа ҡупшы балитәкле күлдәктәрҙә, күҙ теймәһен! 😍
Видео: Линара Садиҡова.
Видео: Линара Садиҡова.
❤7👍4
Йәһәт кенә ике көн эшләй һалабыҙ ҙа, шәмбегә Бөрөгә ҡунаҡҡа барабыҙ: билмәндәр бешереп һыйлаясаҡтар!
Тағы әллә күпме ҡыҙыҡ-мыҙыҡ саралар ҙа ойоштороласаҡ, тей. Вәт!
Тағы әллә күпме ҡыҙыҡ-мыҙыҡ саралар ҙа ойоштороласаҡ, тей. Вәт!
❤5👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уңған да инде үҙебеҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары 🥰
Видео: Илнара Исмәғилева.
Видео: Илнара Исмәғилева.
❤7🔥2👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бар эштәрҙе ситкә ҡуйып тороп, "Турахан" визит-үҙәгенә килгән башҡорт Ҡыш бабайына ҡушылып бейергә төшкө килеп китте әле 👏👏👏
Видео: Данир Ғәйнуллин.
Видео: Данир Ғәйнуллин.
❤8👍1
БАШҠОРТ ҺУНАР САҢҒЫҺЫН КҮРГЕҢ КИЛҺӘ...
⚡Башҡорттарҙың һунар саңғыһы ниндәй булыуын белгегеҙ, уны тотоп-кейеп һәм хатта унда йөрөп ҡарағығыҙ киләме?
📌Улайһа, һеҙгә 18 ғинуарҙа Белорет районының Манышты ауылына мотлаҡ барырға кәрәк! Сөнки бында үтәсәк “Башҡорт биатлоны”нда башҡорттарҙың боронғо һунар саңғыһы – ҡалтағайҙы кейеп ярышыу бәхете эләгеүе мөмкин.
✅“Башҡорт биатлоны” күпбәйге буйынса республика турниры 3-сө тапҡыр ойошторола. Унда уҡ атыу, пневматик мылтыҡтан сәпкә тейҙереү, һөңгө ташлау һәм саңғыла 1800 метрлыҡ дистанцияны үтеү ҡаралған. Иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡатнашыусыларҙы теркәү, 12-лә ярыштар башлана. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ярыша ала.
✅12 ғинуарға тиклем 89273526747 телефон һандары буйынса ғаризалар ҡабул ителә. Ойоштороусылар: БР Спорт министрлығы, Белорет районы хәҡимиәте, РИЙО «Ирҙәр ҡоро», “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.
💯Был ҡыҙыҡлы:
✅Һунар саңғыһын, йәғни ҡалтағайҙы борон йыла ағасынан эшләгәндәр. Саңғы табанын ат йәки мышы тиреһе менән ҡаплағандар, был тирене әсетелгән... ат ҡаны менән йәбештергәндәр!
✅Ә ҡалған бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте 30 йәшендә 30 айыу, 16 бүре алған данлыҡлы һунарсы Бигарслан Солтанов тоҡомо – маныштылар үҙҙәре бәйән итер.

❤6👍2👏2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә, барығыҙға ла! Йөҙөгөҙҙән шат йылмайыу китмәһен! 😊
Видео: Мәрйәм Шаҡаева.
Видео: Мәрйәм Шаҡаева.
❤7👍4
Мәғәфүр Хисмәтулла улы Хисмәтуллиндың тыуыуына - 110 йыл.
РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы луреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм "Почет Билдәһе" ордендары кавалеры, мәшһүр йырсы, режиссер һәм педагог.
Башҡорт милли операһын үҫтереүгә, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыуға бар ғүмерен арнаған мәшһүр йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ул, Мәғәфүр Хисмәтуллин.

🔥7🥰1
ҺАЙРАН АУЫЛЫНЫҢ "ПАПКАЛЫ БАШҠОРТО"
📌Фәрит Барый улы Хәбиров. Изге төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән тәжрибәле етәксе, арҙаҡлы педагог тураһында ауылдаштарының хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ.
Мәҡәләнең дауамын төркөмгә күсеп уҡый алаһығыҙ.
https://vk.com/bashkortdonja?w=wall-226019445_2634
"Башҡортостан" гәзитенән алынды.
📌Фәрит Барый улы Хәбиров. Изге төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән тәжрибәле етәксе, арҙаҡлы педагог тураһында ауылдаштарының хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ.
Һуғыш осоронда ауылыбыҙҙағы “Ҡыҙыл таш” колхозына рәйес итеп өс класс белемле Камал бабай ҡуйылды, ырҙын табағында – ҡарт ҡына Тайып бабай хужа. Бригадир булып ике йәш ҡатын йөрөй. Өсөнсө бригадаға етәксе тапмағас, Сәйфулла исемле 7-се класс уҡыусыһын беркеттеләр. Балалар менән беҙ яҙлы-көҙлө колхозға ярҙамға йөрөнөк, – тип хәтергә ала Мәрйәм Иҫәнова. – Ауыр һуғыш йылдарынан һуң бөлгөнлөк хәленә төшкән ауылыбыҙҙы өр-яңы кимәлгә сығарған, үҙ артынан килгән етәкселәргә, хеҙмәттәштәренә юғары талаптар ҡуйған кеше – иптәш Хәбиров. Директорыбыҙ туплаған педагогик коллектив бер нисә быуын балаларға яҡшы белем биреп, ҙур тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итте. Һайран шул осорҙа бер-береһенә ярҙамлашып, уртаҡ маҡсатта эшләгән мәктәп, ауыл хакимиәте, артель хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы арҡаһында үҫеш алды.
Фәрит Барый улы илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйманы. Уҡытыусыларға ла, балаларға ла, үҙенә ҡарата ла ныҡ талапсан булды. Ҡатыны Разия Исхаҡ ҡыҙы ла декрет ялында өйҙә ултырманы. Хәтеремдә, Радий тыуғансы ул бер дәресен дә ҡалдырмай уҡытып йөрөнө.
Мәҡәләнең дауамын төркөмгә күсеп уҡый алаһығыҙ.
https://vk.com/bashkortdonja?w=wall-226019445_2634
"Башҡортостан" гәзитенән алынды.
💯8❤1
Балаларығыҙға башҡортса "һөйләшкән", башҡортса һүҙҙәр өйрәткән, йырлаған уйынсыҡтарҙы, өҫтәл уйындарын һатып алаһығыҙмы?
ВәлитовTV сығарылышын ҡарағыҙ һәм үҙегеҙҙең фекерегеҙ менән бүлешегеҙ!
https://vk.com/video70810928_456239092
ВәлитовTV сығарылышын ҡарағыҙ һәм үҙегеҙҙең фекерегеҙ менән бүлешегеҙ!
https://vk.com/video70810928_456239092
VK Видео
Video by Timur Valitov
Watch Video by Timur Valitov 16 min 40 s from 10 January 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 27. Likes: 4.
❤6👍3👎1💩1🖕1
Сәнғәт мәктәбенә Ҡобағошовтар исеме бирелде
Хөкүмәт ҡарары менән күренекле сәнғәт әһелдәре, композитор, фольклорсы Айрат Ҡобағошов һәм билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошов исеме Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылы сәнғәт мәктәбенә бирелде, тип хәбәр ителә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтында.

🔥8👍2
💫МОРТАЗА ЙОНДОҘО💫
Төн уртаһы. Шомло хәбәр:
"Йондоҙобоҙ атылды..."
Упҡынғамы??? Йыһанғамы???
Ҡайҙа, ҡайҙа юғалды?
Юҡ, туғандар!
Мортаза тигән был йондоҙ
Һүнмәне, юғалманы:
Уны һөйгән һәр йөрәктә
Сатҡыһы урын алды.
Мортаза - йондоҙ сатҡыһы
Һиҫкәндерер, уятыр.
Илем, халҡым, тигән ауаз
Бөгөнгөһөн уйлатыр.
Зиһене яҡты һәр уҙаман
"Киләсәк!" - тип йән атыр!
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
💫Ил хәтерендә эштәре менән мәңгелеккә ҡалған арҙаҡлы милләттәшебеҙ, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың арабыҙҙан китеүенә ике йыл да булып киткән икән. Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ шул, әммә уның кеүек ил терәге булған шәхестәр хәтеренә ҡағыла алмайҙыр, барыбер.

❤17👏1