Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.08K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына Ғәлиә Ғайсина күҙҙәре менән бағабыҙ. Ул ҡышҡы күренештәрҙе быйыл ғинуарҙа ғына төшөрөп алған. Шундай һиллек, тыныслыҡ бөркөлә, шулай бит?
🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Йатаған" этно-төркөмөнөң "Аҡмулла нәсихәттәре" буйынса клибы бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. "Сәләм" тапшырыуында төркөм ағзалары был матур ижад емештәре тураһында һөйләне.
5
1969-1970 йылдар.
Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙән Дуҫлыҡ монументы яғына күренеш.

Фото В. Шустова.
👍51
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурайсы ҡыҙға һүҙ әйтмәгеҙ, яңы ғына өйрәнгән, афарин!
9🔥5
Хәйерле иртә!☀️

Йылы өйҙәрҙә ултырып, ҡышҡы Ирәмәлгә телефондар аша һоҡланып алығыҙ.
Ә, бәлки, кемдер ялдарҙа унда барғандыр? Арабыҙҙа ундай батырҙар бармы? 🌬️🌨️
🔥32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Беҙ Салауат һәйкәленә
Килдек тағы ла.
Тыуған яҡҡа ҡарап торҙоҡ
Өфө тауынан.
Ағиҙел йыры ҡушылды,
Туған моңдарға.
Һин талпындың, теләнеңме,
Ҡурай уйнарға?
Теләнеңме туған яҡты
Яҡынайтырға,
Салауаттың атын алып,
Сабып ҡайтырға?!

Лилиә Һаҡмар.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡайһы саҡта өйҙә лә шундай система булһа ине ул, ивет хужабикәләр?😁

Видео: Наил Юлгилдин.
👍3🔥21🥱1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районының Ташбулат ауылы егеттәре Остотау итәгендә «Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!» тип яҙған.
👍121🥰1🎃1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ҡайтһындар" - МС Дандың яңы йыры. Тыңлайбыҙ һәм баһалайбыҙ ❣️
👍54👎1🙏1
Хәйерле иртә! Һәр тыуыр таң барыбыҙға ла шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңы мөмкинлектәр һәм уңыш килтерһен!
👍5🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"... Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн -
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"


Мостай Кәрим.
👍7🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡарт өләсәй бүләсәре менән ҡайһылай ҙа ҡупшы балитәкле күлдәктәрҙә, күҙ теймәһен! 😍

Видео: Линара Садиҡова.
7👍4
Йәһәт кенә ике көн эшләй һалабыҙ ҙа, шәмбегә Бөрөгә ҡунаҡҡа барабыҙ: билмәндәр бешереп һыйлаясаҡтар!

Тағы әллә күпме ҡыҙыҡ-мыҙыҡ саралар ҙа ойоштороласаҡ, тей. Вәт!
5👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уңған да инде үҙебеҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары 🥰

Видео: Илнара Исмәғилева.
7🔥2👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бар эштәрҙе ситкә ҡуйып тороп, "Турахан" визит-үҙәгенә килгән башҡорт Ҡыш бабайына ҡушылып бейергә төшкө килеп китте әле 👏👏👏

Видео: Данир Ғәйнуллин.
8👍1
БАШҠОРТ ҺУНАР САҢҒЫҺЫН КҮРГЕҢ КИЛҺӘ...

Башҡорттарҙың һунар саңғыһы ниндәй булыуын белгегеҙ, уны тотоп-кейеп һәм хатта унда йөрөп ҡарағығыҙ киләме?

📌Улайһа, һеҙгә 18 ғинуарҙа Белорет районының Манышты ауылына мотлаҡ барырға кәрәк! Сөнки бында үтәсәк “Башҡорт биатлоны”нда башҡорттарҙың боронғо һунар саңғыһы – ҡалтағайҙы кейеп ярышыу бәхете эләгеүе мөмкин.

“Башҡорт биатлоны” күпбәйге буйынса республика турниры 3-сө тапҡыр ойошторола. Унда уҡ атыу, пневматик мылтыҡтан сәпкә тейҙереү, һөңгө ташлау һәм саңғыла 1800 метрлыҡ дистанцияны үтеү ҡаралған. Иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡатнашыусыларҙы теркәү, 12-лә ярыштар башлана. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ярыша ала.

12 ғинуарға тиклем 89273526747 телефон һандары буйынса ғаризалар ҡабул ителә. Ойоштороусылар: БР Спорт министрлығы, Белорет районы хәҡимиәте, РИЙО «Ирҙәр ҡоро», “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.

💯Был ҡыҙыҡлы:

Һунар саңғыһын, йәғни ҡалтағайҙы борон йыла ағасынан эшләгәндәр. Саңғы табанын ат йәки мышы тиреһе менән ҡаплағандар, был тирене әсетелгән... ат ҡаны менән йәбештергәндәр!

Ә ҡалған бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте 30 йәшендә 30 айыу, 16 бүре алған данлыҡлы һунарсы Бигарслан Солтанов тоҡомо – маныштылар үҙҙәре бәйән итер.
6👍2👏2🔥1