Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
"Һайыҫҡан шыҡырлап китте"

Һайыҫҡан йорт-ҡура тирәһенә ҡунһа, ҡунаҡ килә, тиҙәр. Шыҡырыҡлап ултырһа, ҡунаҡ саҡыра, тип тә юрайҙар.

Һеҙ һайыҫҡан тураһында ниндәй юрамыш-һынамыштар беләһегеҙ?
🔥3👏1
Хәйерле иртә, Республика!

Фото: Нәргизә Асҡарова.
11👍1
Яңы йыл уңайынан үҙәк телевидение буйынса барған “Зәңгәр ут” тапшырыуында ҡатнашҡан яугир яҡташыбыҙ, гвардия старшинаһы Мөҙәрис Асылбаевты күптәр күргәндер моғайын.

Ул Башҡортостандың Архангел районы Тәүәкәс ауылынан икән һәм МХО башланғандан алып алғы һыҙыҡта һуғыша. Тәүҙә танкист булып хеҙмәт итә, хәҙер дошман техникаһын радиоэлектроника ярҙамында сафтан сығара.

Яугир үҙе тураһында һөйләп, яу ҡырында булған бер ғәжәйеп осраҡты ла телгә алды: хеҙмәттәшенә ярҙам иткән саҡта эргәгә генә төшкән снаряд шартламай һәм дошман пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында төн буйы бомба ташлаһа ла, уларға тейҙерә алмай.

Мөҙәрис Асылбаев ике тапҡыр Батырлыҡ ордены, Суворов миҙалы һәм Баш командующийҙың рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Ул Ҡыҙыл майҙанда үткән парадта ла ҡатнашҡан.

Видеояҙмала яугир яҡташыбыҙ хеҙмәте һәм үҙе тураһында һөйләй.
🙏8👍21
Ҡыш һәм Яңы йыл етһә, бала саҡтағы бер осраҡ үҙенән-үҙе гел иҫкә төшә лә тора. Ғаиләлә мин иң бәләкәйе булдым, апай-ағайҙарым ҡырҙа уҡыйҙар ине һәм ҡышҡы оҙайлы каникулдарға уларҙың ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайным. Улар ҡайтһа, миңә ихата алдында ҡарҙан тау өйөп бирәләр, үҙемде санаға ултыртып урам буйлап йөрөтәләр.

Ә бына бер юлы иртәнсәк тороуыбыҙға епшек ҡар яуып ҡуйған: ҡапҡа төбөнә ҙуууур ҡарбабай яһап бирҙеләр миңә. Күҙҙәре урынына ике пластик ҡапҡас беркеттек, башына минең бәләкәй ҡыҙыл күнәгемде кейҙерҙек, таяҡты танау итеп ҡуйып биргәйне лә ағайым, оҡшатып етеңкерәмәнем. Был матур ҡарбабайҙың танауы кишерҙән булырға тейеш! Йүгереп өйгә инеп киттем: әсәйҙән ҙур ғына кишер һорап алып сығам да, танауын эшләтеп ҡуям. Ул арала үҙем эстән генә был ҡарбабай тирәләй ниндәй уйындар уйнаясағымды, иптәштәремдең һоҡланасағын уйлап торам – ҡыуанысым эсемә һыймай.

Атылып урамға кире сыҡһам, ни күрәм: әле генә балҡып торған ҙур ҡарбабай урынына емерелеп, төрлө яҡҡа тибеп осоролған ҡар киҫәктәре генә ҡалған. Күҙҙәремә йәш эркелде, танауын кишерҙән эшләмәһәм дә ярар ине, ауыл малайҙарынан һаҡлап ошонда ғына торорға кәрәк булған, ниңә генә индем инде тип эй үкендем, эй үкендем...

Ә хәл былай булған: беҙ инеп тә кикәнбеҙ, бер өй аша йәшәгән малайҙар үтеп барышлай ҡарбабайҙы типкесләп тә киткән.
Күпме генә үтенһәм дә, әлеге матур, бейек ҡарбабайҙы миңә кире эшләп биреүсе булманы. Шулай бер үкенес, уйналмаған уйын булып бала саҡ хәтирәләрендә ҡалды ул...

Әле бына яңылыҡтарҙы ҡарап ултырағанда башта Шишмә районында, һуңынан Салауат ҡалаһында ниндәйҙер бер әҙәмдәр боҙ ҡаласыҡтарындағы конструкцияларҙы ватып-емереп китеүе тураһында уҡыным. Был боҙ ҡаласағына уйнарға килергә теләгән күпме баланың күңелен аямаған кешеләрҙең йөҙҙәрен күрергә ине. Хәйер, улар өсөн был бер мәғәнәһеҙ мәҙәк кенәлер һәм кемделер рәнйетеүҙән ҡурҡмай ҙа торғандарҙыр.

Башҡа кеше шатлығына көнләшеүсе, йәки шуҡлыҡ сиген белмәгән шундай әҙәмдәр гел булған һәм булыр ҙа. Ундайҙарҙы көн-төн ҡарауыллап тороп та яман уй-ниәттәрен иҫкәртеүе мөмкин түгелдер. Ә ни бары һәр беребеҙ ғаиләбеҙҙә шундай кешеләр үҫмәүен хәстәрләргә, тимәк, балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышырға бурыслыбыҙ. Улар булғанды юҡ итеүе еңел икәнен, башта юҡты бар итеп ҡарарға кәрәклекте аңлап, миһырбанлы һәм мәрхәмәтле булып үҫһен.
👍4😢1
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына Ғәлиә Ғайсина күҙҙәре менән бағабыҙ. Ул ҡышҡы күренештәрҙе быйыл ғинуарҙа ғына төшөрөп алған. Шундай һиллек, тыныслыҡ бөркөлә, шулай бит?
🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Йатаған" этно-төркөмөнөң "Аҡмулла нәсихәттәре" буйынса клибы бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. "Сәләм" тапшырыуында төркөм ағзалары был матур ижад емештәре тураһында һөйләне.
5
1969-1970 йылдар.
Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙән Дуҫлыҡ монументы яғына күренеш.

Фото В. Шустова.
👍51
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурайсы ҡыҙға һүҙ әйтмәгеҙ, яңы ғына өйрәнгән, афарин!
9🔥5
Хәйерле иртә!☀️

Йылы өйҙәрҙә ултырып, ҡышҡы Ирәмәлгә телефондар аша һоҡланып алығыҙ.
Ә, бәлки, кемдер ялдарҙа унда барғандыр? Арабыҙҙа ундай батырҙар бармы? 🌬️🌨️
🔥32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Беҙ Салауат һәйкәленә
Килдек тағы ла.
Тыуған яҡҡа ҡарап торҙоҡ
Өфө тауынан.
Ағиҙел йыры ҡушылды,
Туған моңдарға.
Һин талпындың, теләнеңме,
Ҡурай уйнарға?
Теләнеңме туған яҡты
Яҡынайтырға,
Салауаттың атын алып,
Сабып ҡайтырға?!

Лилиә Һаҡмар.
2