Башҡорт донъяһы
669 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
ҒИНУАР АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР
Ғинуар башында көн йылы булһа, арыш уңыр.
Алтыһында туп-тулы ай – яҙғы ташҡын һыуға бай.
Раштыуа төнөндә күк йөҙө аяҙ булһа, баҡса уңыр, ҡар яуһа, алманан шәп уңыш көтөгөҙ.
Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.
Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.
Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.
Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көт.
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була.
Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.
Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.
Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға.
Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, ә инде һыуҙа йыуына башлаһа, тиҙҙән йылытыр.
Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа, тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.
Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.
Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.

"Торатау"
4🔥2👍1
Хәйерле иртәләр! Турамаларҙы ашап бөтә алған һәр геройҙа бындай төйрәмес булырға тейеш 🤭
👍3🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районынан Заһир Ғәлиәкбәров, «Сәләм» тапшырыуы хәбәрсеһе Динара Ғәлләмова башҡарыуында 90-сы йылдар хиты үҙебеҙсә
👍6🔥4
Яңы йылға мотивашка!😎
🔥71
Мәсетле районы оҫтабикәләре ауыл клубтарында бергә йыйылып, бер ай эсендә 200-ҙән ашыу йөн ойоҡ бәйләгән.

"Мөхәббәт менән һуғарылған әйберҙәр яугирҙарыбыҙға тыуған йорт йылыһын бирер һәм беҙ уларҙы еңеү менән көтөүебеҙ хаҡында хәтерләтеп торор тип ышанабыҙ",

- тиҙәр оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар.

Тиҙҙән йылы әйберҙәр һалдаттарға оҙатыласаҡ.
3💋3👍1👏1
Киләһе аҙнала Торатау итәгендә үтәсәк ат сабышын ҡарарға бараһығыҙмы?
8🥰1
Ялды нисек үткәрәһегеҙ? Яҙығыҙ😉
🥰2💯2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡ быны белергә тейеш
👍8🔥2
👍4🥰2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ҠЫҘЫЛТҮШТӘР

Аһ, ҡыҙылтүш!
Әллә кемдәй булып,
Күкрәктәрен киреп, эре генә
Эй ултырған була, үәт, ҡылансыҡ,
Берәү генә, ҡыштың сере генә!

Бына һине йәй күрергә ине,
Көҙ күрергә ине, ниндәйһең һин?
Ҡышҡынайын бында ҡышлайһың да,
Йәйгенәйен ҡайҙа йәйләйһең, тим?!

Йәйен-көҙөн донъя минһеҙ ҙә бит
Ҡыҙыл тиһең, ҡыҙыу тиһең мәллә?
Ниндәй сере менән әүрәтә лә
Ҡыҙыҡтыра һине ҡышҡы селлә?

Ултыраһың ҡалай һере генә,
Зәһәр ҡыштың бер йомарлам уты.
Ҡупшы өшөмәй, ти...
Аһ, ҡупшыҡай -
Сыҙамлыҡтың, сабырлыҡтың ҡото.

Ап-аҡ донъяларҙың зәһәрлеген
Еңер өсөн көстө ҡайҙан табаң?
Ошо серең мине әсир итте,
Ғүмер тәгәрләй бит ҡышҡа табан.

Һеҙгә әллә, серәшептәр йәшәп,
Иртә киткәндәрҙең йәне күскән...
Күҙем алалмайым ҡыҙыл ғына,
Бер йомарлам ғына ошо көстән...

Аһ, ҡыҙылтүш?!
Утҡа әйләндҽмҽ
Йәнҽң тҽтрәнҽүҙән йөрәккәйҽң?!
Ваҡытлыса буран ҡуйыны ла
Ышыҡ булһын, булһын тҽрәккәйҽң...

Аһ, ҡыҙылтүш?!
Былай ҙа бит донъя -
Ҡып-ҡыҙылдан ғына, ут-йомарлам...
Күргән-бҽлгәнҽңдҽ, ҡыҙылтүшкәй,
Эсҽңә йом бҽрүк, эсҽңә йом...

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
👍3🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡар бәрешеп уйнарға сығығыҙ 😉

Видео: Гөлфиә Мөхәмәтдинова.
🔥2
"Һайыҫҡан шыҡырлап китте"

Һайыҫҡан йорт-ҡура тирәһенә ҡунһа, ҡунаҡ килә, тиҙәр. Шыҡырыҡлап ултырһа, ҡунаҡ саҡыра, тип тә юрайҙар.

Һеҙ һайыҫҡан тураһында ниндәй юрамыш-һынамыштар беләһегеҙ?
🔥3👏1
Хәйерле иртә, Республика!

Фото: Нәргизә Асҡарова.
11👍1
Яңы йыл уңайынан үҙәк телевидение буйынса барған “Зәңгәр ут” тапшырыуында ҡатнашҡан яугир яҡташыбыҙ, гвардия старшинаһы Мөҙәрис Асылбаевты күптәр күргәндер моғайын.

Ул Башҡортостандың Архангел районы Тәүәкәс ауылынан икән һәм МХО башланғандан алып алғы һыҙыҡта һуғыша. Тәүҙә танкист булып хеҙмәт итә, хәҙер дошман техникаһын радиоэлектроника ярҙамында сафтан сығара.

Яугир үҙе тураһында һөйләп, яу ҡырында булған бер ғәжәйеп осраҡты ла телгә алды: хеҙмәттәшенә ярҙам иткән саҡта эргәгә генә төшкән снаряд шартламай һәм дошман пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында төн буйы бомба ташлаһа ла, уларға тейҙерә алмай.

Мөҙәрис Асылбаев ике тапҡыр Батырлыҡ ордены, Суворов миҙалы һәм Баш командующийҙың рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Ул Ҡыҙыл майҙанда үткән парадта ла ҡатнашҡан.

Видеояҙмала яугир яҡташыбыҙ хеҙмәте һәм үҙе тураһында һөйләй.
🙏8👍21