Башҡорт донъяһы
669 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йыл менән!🎄

Ҡыш бабайҙы танынығыҙмы?
🔥5🎉31
Хәйерле көн, дуҫтар! Һеҙҙе яңы йылдың беренсе көнө менән!

Быйылғы йылға маҡсаттар билдәләнегеҙме үҙегеҙгә? Юҡ икән, яҙып ҡуйырға кәңәш итәбеҙ.

Йыл дауамында бойомға ашыуын теләгән теләк-эштәр исемлеген төҙөү тәү сиратта кешегә уға тормоштан нимә кәрәк булыуын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә, тиҙәр.
Шуға маҡсаттар һеҙҙең өсөн мөһим, бойомға ашырырлыҡ, ысынбарлҡҡа тап килгән һәм конкрет булырға тейеш.
Быйыл ғына ирешерлек булмаған юғары маҡсатығыҙ булһа (ә ул мотлаҡ булырға тейеш, сөнки кешенең йәшәү мәғәнәһен тәшкил итә), шуға табан илткән аҙымдарығыҙҙы яҙығыҙ.
Тамсы тама-тама, таш тишә, тигәндәр бит. Кеше яйлап үҙ маҡсаттарына табан барғанда уларға ирешмәй ҡалмай.

🎄Барлыҡ изге ниәттәрегеҙ бойомға ашыуын теләп ҡалабыҙ!🎄
5🔥4
Кем маҡсаттарына табан йүгерергә сыҡты, кем бынау Ҡар бабай ише ятып ҡалды?
2🔥2🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналында — башҡорт рок тамашаһы

Бөгөн 21:00 сәғәттә республиканың төп телеканалында «Дәрүиш рухы+» башҡорт рок концерты экранға сыға.
Күрмәй ҡалмағыҙ!
3👍2🔥2
Т Е Л Ә К
Ай күрҙем аман менән, күңелем тулды иман менән,
Фәрештәләр аты менән, шаһиттарҙың ҡото менән.
Айҙың серле уты менән, ай һауаның һуты менән,
Оҙон ғүмер насип булһын, илгә иман нуры тулһын!

Ай, ай, ай яңы тыуған ай,
Теләктәр ҡабул булһын,
Ҡыҙ балаң һорай.

Атам йорто тыныс торһон, туғандарым татыу булһын,
Шатлыҡтары ташып торһон, иман нуры менән тулһын.
Айҙай нурлы саф мөхәббәт, бәхетемә яҙған булһын,
Миңә яҙған миңә булһын, тик минең менән уңһын!

Ай, ай, ай яңы тыуған ай,
Теләктәр ҡабул булһын,
Ҡыҙ балаң һорай.

Ай күрҙем аман менән, күңелем тулы иман менән,
Кәртәм тулы малың менән, йән һөйгән йәрем менән.
Тағы ла бер теләгемде ҡабул итсе тулған ай,
Әсә булыу бәхетен бир, имен үҫһен ул да.

Ай, ай, ай яңы тыуған ай,
Теләктәр ҡабул булһын,
Ҡыҙ балаң һорай.

(Зөһрә Фәйзуллина һүҙе һәм көйө.)
🥰9👏21
📌ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧТЫҢ ТЫУЫУЫНА - 130 йыл.

Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичев 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Дүртөйлө районы) тыуған.

💥24 кенә йәшендә мәңгелек йортона күскән шәхес тураһында яҙыусы, драматург НАИЛ ҒӘЙЕТБАЕВТЫҢ "БАБИЧ" романын уҡырға тәҡдим итәбеҙ.

Тарихи-мажаралы күләмле әҫәр Башҡортостан Республикаһын ойоштороу осорондағы ысын булған ваҡиғаларға таянып яҙылған.

📌Китаптың электрон вариантын ошонда уҡый алаһығыҙ:
https://vk.com/topic-41267414_51129179
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Яңы йыл алдынан “КИТАП” магазинында Илдар Ғәниевтың картиналарынан күргәҙмә асылды.

Күргәҙмә 26 ғинуарға тиклем эшләйәсәк.

💫Илдар Ғәниев – Рәсәй рәссамдары берлеге һәм Башҡортостандың көньяғы рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы. Музей эшмәкәре, “Турахан” этнохудожестволы симпозиумдың идея авторы һәм кураторы.
💫Рәссам “Ҡуңыр буға”, “Алпамыша”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” башҡорт халыҡ эпостарынан илһам алып ижад иткән.
💫Уның ижады менән Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан “КИТАП” магазинына килеп яҡынданыраҡ танышығыҙ.

"КИТАП" магазинының байрамда ЭШ ВАҠЫТЫ:
3, 4 ғинуар – сәғәт 10:00 -18:00,
5-8 ғинуар - ғәҙәттәгесә: сәғәт 10.00 - 20:00.
Магазин тәнәфестәрһеҙ эшләй.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Саҡ ҡына..."
Зәбих Мәмәлимов көйө,
Риф Тойғон һүҙҙәре,
Юлай Асҡаров башҡара.
10
ҒИНУАР АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР
Ғинуар башында көн йылы булһа, арыш уңыр.
Алтыһында туп-тулы ай – яҙғы ташҡын һыуға бай.
Раштыуа төнөндә күк йөҙө аяҙ булһа, баҡса уңыр, ҡар яуһа, алманан шәп уңыш көтөгөҙ.
Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.
Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.
Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.
Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көт.
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була.
Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.
Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.
Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға.
Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, ә инде һыуҙа йыуына башлаһа, тиҙҙән йылытыр.
Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа, тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.
Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.
Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.

"Торатау"
4🔥2👍1
Хәйерле иртәләр! Турамаларҙы ашап бөтә алған һәр геройҙа бындай төйрәмес булырға тейеш 🤭
👍3🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районынан Заһир Ғәлиәкбәров, «Сәләм» тапшырыуы хәбәрсеһе Динара Ғәлләмова башҡарыуында 90-сы йылдар хиты үҙебеҙсә
👍6🔥4
Яңы йылға мотивашка!😎
🔥71
Мәсетле районы оҫтабикәләре ауыл клубтарында бергә йыйылып, бер ай эсендә 200-ҙән ашыу йөн ойоҡ бәйләгән.

"Мөхәббәт менән һуғарылған әйберҙәр яугирҙарыбыҙға тыуған йорт йылыһын бирер һәм беҙ уларҙы еңеү менән көтөүебеҙ хаҡында хәтерләтеп торор тип ышанабыҙ",

- тиҙәр оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар.

Тиҙҙән йылы әйберҙәр һалдаттарға оҙатыласаҡ.
3💋3👍1👏1