💥Ҡәҙерле төркөмдәштәр, һеҙҙең оҙайлы ял минуттарын хәстәрләп, республикабыҙҙағы театрҙарҙың афишаларын бер урынға тупланыҡ.
Үҙегеҙгә лә, балаларығыҙ күңеленә ятырлыҡ та спектакль, Яңы йыл тамашаларын таба алырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Матур ялдар!

🔥5❤2🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Аманат" халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле башҡарыуында башҡорт бейеүе - "Ҡаһым түрә"🔥
🔥12👍3
Ниһайәт, 2024 йылдың һуңғы эш көнө булды бөгөн, алда - оҙайлы ялдар.
Ошо уңайҙан һәм бөгөн, 28 декабрь, Халыҡ-ара кино көнө айҡанлы шәмбе кисен режиссер Булат Йосоповтың Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы фильмын ҡарап үткәрергә тәҡдим итәбеҙ.
https://vkvideo.ru/video-50763282_456239175

VK Видео
«Дневник поэта» / «Шағир көндәлеге» (реж. Булат Юсупов) / на башкирском языке с русскими субтитрами
Название: «Дневник поэта» / «Шағир көндәлеге» 2022 год. Хронометраж: 90 мин Язык фильма: башкирский/русский Жанр: исторический фильм Победы и участие в фестивалях: Главный приз фестиваля “Свой путь»; Победа в номинации «Лучшая режиссерская работа» на 25…
🔥8❤2👍2
ҺӘР ЯҢЫ КӨН - ЯҢЫ БЕР ӨМӨТ
Һәр иртәне һөйөнөп ҡаршы алам,
Һәр яңы көн — яңы бер өмөт.
Күҙҙәремде асып ебәреүгә,
Көн яҡтыһы тула бөркөлөп.
Күкрәгемде тултырып бер һулаһам,
Киңәйгәндәй була һулышым.
Бәлки, был көн бәхет пәрҙәләрен
Асып ҡуйыр тием, тормоштоң.
Шулай булһын: юлсы юлдан уңһын,
Эштәгеләр эштән уңһындар.
Һәр кешегә бәхет ҡапҡаларын
Фәрештәләр асып ҡуйһындар.
Уйҙарының осон юғалтҡандар
Эҙләгәнен табып һөйөнһөн.
Мәхәббәтте юҡ тип йөрөүселәр
Оло мөхәббәткә күмелһен.
Һәр бер көндөң яңылығы була,
Оҡшаш булмай көндәр көндәргә.
Көсһөҙҙәргә көс өҫтәһен был көн
Ғүмер баҫҡысынан менергә.
Яҡшылыҡҡа йомарт булһын был көн,
Ишектәрҙе ҡайғы ҡаҡмаһын.
Маҡсатына барған һәр бер кеше
Өмөт менән алға атлаһын.
Ҡайһы саҡта хатта яҙмышыңды
Хәл итә лә ҡуя бер көнөң.
Бейеклеге, түбәнлеге һыя
Шул бер көнгә бөтә ғүмерҙең...
Фәнис ЯРУЛЛИН.
Һәр иртәне һөйөнөп ҡаршы алам,
Һәр яңы көн — яңы бер өмөт.
Күҙҙәремде асып ебәреүгә,
Көн яҡтыһы тула бөркөлөп.
Күкрәгемде тултырып бер һулаһам,
Киңәйгәндәй була һулышым.
Бәлки, был көн бәхет пәрҙәләрен
Асып ҡуйыр тием, тормоштоң.
Шулай булһын: юлсы юлдан уңһын,
Эштәгеләр эштән уңһындар.
Һәр кешегә бәхет ҡапҡаларын
Фәрештәләр асып ҡуйһындар.
Уйҙарының осон юғалтҡандар
Эҙләгәнен табып һөйөнһөн.
Мәхәббәтте юҡ тип йөрөүселәр
Оло мөхәббәткә күмелһен.
Һәр бер көндөң яңылығы була,
Оҡшаш булмай көндәр көндәргә.
Көсһөҙҙәргә көс өҫтәһен был көн
Ғүмер баҫҡысынан менергә.
Яҡшылыҡҡа йомарт булһын был көн,
Ишектәрҙе ҡайғы ҡаҡмаһын.
Маҡсатына барған һәр бер кеше
Өмөт менән алға атлаһын.
Ҡайһы саҡта хатта яҙмышыңды
Хәл итә лә ҡуя бер көнөң.
Бейеклеге, түбәнлеге һыя
Шул бер көнгә бөтә ғүмерҙең...
Фәнис ЯРУЛЛИН.
👍9❤3
Бындай дәү ҡарбабай ҡайҙа, тиһегеҙме?☃
Әлбиттә, Баймаҡта - бай яҡта!
Райондың Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Ғирфан Булатовтың ҡапҡа төбөндә тора ул, вәт!⛄
Бейеклеге 3 метр ҙа 55 сантиметр.
❓Ә һеҙҙә ҡарбабай яһарлыҡ ҡар бармы?

🔥9❤3🥰2👍1
#тел_тере_шишмә
КҮРҺӘТКЕСМЕ, ҺУҠМЫ?
👆Икһеҙ-сикһеҙ интернет киңлектәрендә йыш ҡына "күрһәткес бармаҡ" тигән һүҙбәйләнеш осрай.
❓Башҡорттарҙа бармаҡтар нисек атап йөрөтөлә һуң? Урыҫ теленән тура тәржемә итеп, "күрһәткес", "исемһеҙ" тип атағандармы боронғолар?
💯Юҡ шул. Бармаҡтарҙың үҙебеҙсә атамалары бар, шөкөр:
🖐большой палец - баш бармаҡ;
🖐указательный палец - һуҡ (һуп) бармаҡ, йәки имән бармаҡ та тиҙәр;
🖐средний палец - урта бармаҡ;
🖐безымянный палец - сығанаҡ бармаҡ;
🖐мизинец - сәтәкәй, йәки сыңғарсай бармаҡ.
Бына шулай, хәҙер башҡорт баш бармағы менән маҡтауҙы белдереүен, һуҡ бармаҡ менән төртөп күрһәтеүен, әммә кешегә һис ҡасан урта бармағын күрһәтмәүен, ғаилә ҡорғанда сығанаҡ бармағына йөҙөк кейеүен, сәтәкәй бармағын "эшһеҙ интектереүен" белдегеҙ. 😉

👍10🔥2
ҠАЛАЙ ҺАУЫТ БАРМЫ? ТАПШЫР!
🔥Белорет районы Инйәр ауыл биләмәһенең әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙарға окоп шәмдәре яһау өсөн ҡалай һауыттар йыйыуҙы дауам итә.
"Ҡәҙерле дуҫтар, Яңы йыл байрамдары алдынан "Окоп шәме" тигән проект тураһында тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Моғайын, күптәрегеҙ байрам табынына йәшел борсаҡ, кукуруза һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатып алыр. Ҡалай һауыттарҙа ташламаҫҡа ла була. Һеҙ уларҙы йыуып, бер урынға ҡалдырып тора һәм аҙаҡ беҙгә алып килеп тапшыра алаһығыҙ", - тип яҙған инйәрҙәр.
✅Йәшелсә-емеш консервалары, ҡуйыртылған һөт, балалар һөтө (смесь) һәм башҡа 400 мл-ҙан ҙурыраҡ банкалар ярай.
✅Банка таҙа һәм йәмшәймәгән булһын. Ҡапҡасын мөмкин тиклем тигеҙ итеп ҡырҡып алырға тырышығыҙ, оҫтабикәләр шәм яһағанда ҡулдарын киҫмәһен.
✅ҠАЛАЙ ҺАУЫТТАРҘЫ ЙЫЙЫУ УРЫНЫ:
Инйәр ауылының 2-се урта белем биреү мәктәбе.
✅Шулай уҡ бында парафин, балауыҙ (воск), хужалыҡ шәмдәре, шырпылар ҙа ҡабул ителә.
☎Бөтә һорауҙар менән Йосопова Асия Рим ҡыҙына мөрәжәжәт итергә мөмкин.

❤5👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Быйылғы йылға йомғаҡтар яһар ваҡыт та етте. 2024 йылдың хәтерҙә ҡалған иң гүзәл минуттары бармы? Беҙҙең менән дә хәтирәләрегеҙҙе уртаҡлашығыҙ!
Бына Ейәнсура районы Сәғит ауылынан Гөлдәр Тоҡомбәтова-Билалова үҙенең август айы тураһында видео төшөргән.
"Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тигәндәре дөрөҫтөр", - ти уңғанбикә.

👍6❤4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналында — башҡорт рок тамашаһы
1 ғинуар 21:00 сәғәттә республиканың төп телеканалында «Дәрүиш рухы+» башҡорт рок концерты экранға сыға!

👏7🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Моңло тауышлы
Айгүзәл Ибраһимова тураһындағы һорауҙарығыҙға яуап итеп, бына уның тағы бер клибын һалабыҙ.
Ҡыҙ З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала, үҙе республикабыҙҙың Баймаҡ районы Сосновка ауылынан.

❤7👍3🥰3
#аҡыл
ДОНЪЯ - КӨҘГӨ
Борон заманда бер батша оло һарай һалдырған. Унда миллион көҙгө эленеп торған. Бөтә диуарҙары, иҙәне, түбәһе - барыһы ла тик көҙгөнән булған.
Бер саҡ һарайға бер эт йүгереп барып ингән. Әйләнә-тирәһендә үҙе һымаҡ уҡ эттәрҙе күреп, ҡаушап ҡалған. Тәүҙә эт үҙен яҡлау һәм башҡа эттәрҙе ҡурҡытыу өсөн, тештәрен ыржайтып, ырылдап ҡына торған. Уға яуап итеп баша "эттәр" ҙә ырылдаған. Эт өрөп ҡуйған икән, башҡалар ҙа өргән. Хәҙер инде эт ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булыуын ныҡлап тойған һәм ярһып өрөргә тотонған. Уның ыңғайына башҡа эттәр ҙә ярһыған...
Иртән был этте үле килеш тапҡандар. Һарайҙа ул берҙән-бер эт булған: көҙгөләрҙә миллион үле эт һыны сағылған. Шулай итеп, был эт үҙ күләгәһе, үҙенең көҙгөләге сағылышы менән көрәшеп һәләк булған.
Әгәр ҙә үҙебеҙҙең күңелдә ҡаршылыҡ юҡ икән, ул ҡаршылыҡ тормошта ла булмай.
Әгәр ҙә һин үҙ-үҙеңә ҡамасауламайһың икән, тимәк, тормошта ла һиңә ҡамасаулаусы бер ни ҙә юҡ. Тормош ҡануны шундай.
Донъя - оло бер көҙгө, донъя - көҙгөләге бер сағылыш ҡына...
"Рухиәт, доғалар" төркөмөнән.

👍7🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Быйылғы йыл уңыштары менән башҡорт халыҡ милли биҙәүестәре, кейеме оҫтаһы Гөлнара Вәхитова уртаҡлаша.
👍6🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыш бабайға ышанаһығыҙмы?
🔹«Тел биҫтәһе» - балалар менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорған видеояҙмалар. Проект Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грантына тормошҡа ашырыла.

👍4❤2
Етеп килгән байрам менән, дуҫтар!
"ВК"-лағы төркөмөбөҙҙә һеҙҙең өсөн Яңы йылға арналған башҡортса йырҙарҙы бергә тупланыҡ😉
"ВК"-лағы төркөмөбөҙҙә һеҙҙең өсөн Яңы йылға арналған башҡортса йырҙарҙы бергә тупланыҡ
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤🔥3🔥1👏1
Яңы йыл байрамдарында ҡайҙа барырға була, ниндәй дөйөм саралар ойошторолоуы тураһында "Культурный мир Башкортостана" сайтынан ҡарап белергә була.
Бында Республиканың һәр район-ҡалаһы, мәғәни учреждениеларының һылтанмалары күрһәтелгән.
Күңелегеҙгә теләгән сараны һайлай алаһығыҙ. https://kulturarb.ru/ru/ng-2025
Байрам менән!

👍1