Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
277 links
Download Telegram
🎇Өфөләргә ҡайҙа салют аттырырға рөхсәт?🧨🎇🎉

🎉Дим районында – “Дим” паркы, Столяров урамындағы йорт тапҡырындағы асыҡ майҙанда һәм Карьер күле тапҡырындағы ике майҙанда;

🎉Калинин районында – Спивак майҙансығында, “Аленький цветочек” скверында һәм “Моторҙар төҙөүселәр” МЙ алдындағы майҙанда;

🎉Киров районында – 5 урын – “Ҡояшлы” пляжы, Ағиҙел яры буйы, Пугачев ур. 49, Сөләймәнов ур. 10, Әй ур. 16 йорттары тапҡырында;

🎉Ленин районында “8 март” торлаҡ комплексында урынлашҡан Ә. Мирзаһитов урамы, 8-се йорт эргәһендәге һәм “Водник” стадионы эргәһендәге майҙанда;
🎉Октябрьский районында – Рыльский һәм Өфө йылғаһының яр буйы киҫелешендә, “Башкирия” сауҙа үҙәге менән СССР-ҙың 50 йыллығы араһындағы аллеяла “Каруан” сауҙа үҙәге тапҡырында;

🎉Орджоникидзе районында – “Биатлон”ға төшкән ерҙә парковкала, Ладыгин һәм Российская урамдары араһында Руставелиҙағы майҙанда, “Бейегән торналар” фонтаны эргәһендә;

🎉Совет районында Владивосток урамы, 12-се йорт тапҡырында.

🚫Торлаҡ йорттарҙың ихатаһында салют аттырыу тыйылған!

Республикала пожарға ҡаршы махсус режим индерелде.

Һүрәт: Өфө ҡалаһы Янғын һағы идаралығы сайтынан.
👍3
"Был картинаға оҙаҡ йылдар килдем. Уның эскизы буйынса хатта гобелен да үрә башланым. Бәлки, берәй ҡасан тамамлармын. Ә әлегә рәсем 80х60. Һатмайым. Йөрәккә ҡәҙерле картиналар бар һәм мин улар менән хушлашырға әҙер түгел", - тип яҙа бына ошо үҙенсәлекле һүрәт авторы Зифа Толомбаева.

"Йөрәгем минең", х., м., акрил, 2024
10👍5🔥2😁1💘1
📌Бөтә Рәсәй Урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы Башҡортостанда ҡышҡыһын ял итеүгә ҡулай, шул иҫәптән Яңы йыл байрамдарында ла, ИҢ ШӘП 5 УРЫНДЫ атаған:

1 урын - Кесе Ямантау
2 урын – Еләкташ тауы, Белорет районы
3 урын - Нуриман районындағы Ҡыҙыл шишмә (Красный Ключ)
4 урын - Дүнәнһуйған тауы
5 урын - Ғафури районындағы Мәмбәт ҡаяһы.
🔥62❤‍🔥1
💥Ҡәҙерле төркөмдәштәр, һеҙҙең оҙайлы ял минуттарын хәстәрләп, республикабыҙҙағы театрҙарҙың афишаларын бер урынға тупланыҡ.

Үҙегеҙгә лә, балаларығыҙ күңеленә ятырлыҡ та спектакль, Яңы йыл тамашаларын таба алырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Матур ялдар!
🔥52🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Аманат" халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле башҡарыуында башҡорт бейеүе - "Ҡаһым түрә"🔥
🔥12👍3
Ниһайәт, 2024 йылдың һуңғы эш көнө булды бөгөн, алда - оҙайлы ялдар.
Ошо уңайҙан һәм бөгөн, 28 декабрь, Халыҡ-ара кино көнө айҡанлы шәмбе кисен режиссер Булат Йосоповтың Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы фильмын ҡарап үткәрергә тәҡдим итәбеҙ.

https://vkvideo.ru/video-50763282_456239175
🔥82👍2
ҺӘР ЯҢЫ КӨН - ЯҢЫ БЕР ӨМӨТ

Һәр иртәне һөйөнөп ҡаршы алам,
Һәр яңы көн — яңы бер өмөт.
Күҙҙәремде асып ебәреүгә,
Көн яҡтыһы тула бөркөлөп.
Күкрәгемде тултырып бер һулаһам,
Киңәйгәндәй була һулышым.
Бәлки, был көн бәхет пәрҙәләрен
Асып ҡуйыр тием, тормоштоң.
Шулай булһын: юлсы юлдан уңһын,
Эштәгеләр эштән уңһындар.
Һәр кешегә бәхет ҡапҡаларын
Фәрештәләр асып ҡуйһындар.
Уйҙарының осон юғалтҡандар
Эҙләгәнен табып һөйөнһөн.
Мәхәббәтте юҡ тип йөрөүселәр
Оло мөхәббәткә күмелһен.
Һәр бер көндөң яңылығы була,
Оҡшаш булмай көндәр көндәргә.
Көсһөҙҙәргә көс өҫтәһен был көн
Ғүмер баҫҡысынан менергә.
Яҡшылыҡҡа йомарт булһын был көн,
Ишектәрҙе ҡайғы ҡаҡмаһын.
Маҡсатына барған һәр бер кеше
Өмөт менән алға атлаһын.
Ҡайһы саҡта хатта яҙмышыңды
Хәл итә лә ҡуя бер көнөң.
Бейеклеге, түбәнлеге һыя
Шул бер көнгә бөтә ғүмерҙең...

Фәнис ЯРУЛЛИН.
👍93
Бындай дәү ҡарбабай ҡайҙа, тиһегеҙме?

Әлбиттә, Баймаҡта - бай яҡта!
Райондың Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Ғирфан Булатовтың ҡапҡа төбөндә тора ул, вәт!

Бейеклеге 3 метр ҙа 55 сантиметр.

Ә һеҙҙә ҡарбабай яһарлыҡ ҡар бармы?
🔥93🥰2👍1