Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
277 links
Download Telegram
Яңы йыл байрамының сихри һулышын, мөғжизәле мәлдең яҡынлашыуын тояһығыҙмы?

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!
3
"Заман шарттарына, яңыса ҡоролоштарға яраҡлаша алған халыҡтар ғына үҙенең милли берҙәйлеген һаҡлап ҡаласаҡ. Шуға кешегә лә, халыҡҡа ла бик алдынғы ҡарашлы булыу кәрәк. Съезыбыҙҙың бөгөнгө кәңәшмәләре шуға бағышланды ла инде",

- тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында.

Етәкселәрҙең йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге, киләсәккә ҡараштары тураһында тулы видеояҙманы ҡарағыҙ.

https://vk.com/video-226019445_456239408
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйылғы йылда ике генә эш көнө ҡалды. Мейе: тәпә! 💃💃💃
😁7🔥42👍1🎄1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йыл кәйефе артынан - Ғафури паркына!

Бына ошондай әкиәт донъяһы көтә бала-сағаны һәм уларҙың атай-әсәйҙәрен Өфөлә.

Видео: Типичная Уфа.
5🔥1
🏃‍♀️ҮҘЕҢӘ ВӘҒӘҘӘ БИР ҺӘМ МАҠСАТЫҢА ТАБАН ЙҮГЕР!

Яңы йылдың беренсе көнөндә Өфөлә "Вәғәҙәләр уҙышы" үтәсәк.

Сара 1 ғинуар сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана.
Ҡатнашыусылар үҙҙәренең номеры яҙылған ҡағыҙға киләсәккә маҡсаттарын яҙырға һәм 2025 метр арауыҡты йүгереп үтергә тейеш.

Маҡсаттарға табан Өфөлә күмәкләшеп Арт-КВАДРАТ, Ленин майҙарынан, Ҡашҡаҙан, МЕГА-парк, Дим мәҙәниәт парктарында йүгерергә була. Шулай уҡ Иглин ауылы халҡы өсөн дә быйыл "Вәғәҙәләр уҙышы" ойошторола - Елена Иглина паркында йыйылырға кәрәк.

Теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик теркәлеү үтергә кәрәк.
🔥5👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләсәк быуындарға өмөтөбөҙ бар!
Туған телебеҙ менән ғорурланып Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы балалары йырлай.
❤‍🔥85💯2🥰1
Дуҫтар, быйылғы йылдың һуңғы эш аҙнаһы нисек үтеп бара?
Кемдәргә иртәгә эш көнө, ә кемдәргә юҡ?
3👍1
🎇Өфөләргә ҡайҙа салют аттырырға рөхсәт?🧨🎇🎉

🎉Дим районында – “Дим” паркы, Столяров урамындағы йорт тапҡырындағы асыҡ майҙанда һәм Карьер күле тапҡырындағы ике майҙанда;

🎉Калинин районында – Спивак майҙансығында, “Аленький цветочек” скверында һәм “Моторҙар төҙөүселәр” МЙ алдындағы майҙанда;

🎉Киров районында – 5 урын – “Ҡояшлы” пляжы, Ағиҙел яры буйы, Пугачев ур. 49, Сөләймәнов ур. 10, Әй ур. 16 йорттары тапҡырында;

🎉Ленин районында “8 март” торлаҡ комплексында урынлашҡан Ә. Мирзаһитов урамы, 8-се йорт эргәһендәге һәм “Водник” стадионы эргәһендәге майҙанда;
🎉Октябрьский районында – Рыльский һәм Өфө йылғаһының яр буйы киҫелешендә, “Башкирия” сауҙа үҙәге менән СССР-ҙың 50 йыллығы араһындағы аллеяла “Каруан” сауҙа үҙәге тапҡырында;

🎉Орджоникидзе районында – “Биатлон”ға төшкән ерҙә парковкала, Ладыгин һәм Российская урамдары араһында Руставелиҙағы майҙанда, “Бейегән торналар” фонтаны эргәһендә;

🎉Совет районында Владивосток урамы, 12-се йорт тапҡырында.

🚫Торлаҡ йорттарҙың ихатаһында салют аттырыу тыйылған!

Республикала пожарға ҡаршы махсус режим индерелде.

Һүрәт: Өфө ҡалаһы Янғын һағы идаралығы сайтынан.
👍3
"Был картинаға оҙаҡ йылдар килдем. Уның эскизы буйынса хатта гобелен да үрә башланым. Бәлки, берәй ҡасан тамамлармын. Ә әлегә рәсем 80х60. Һатмайым. Йөрәккә ҡәҙерле картиналар бар һәм мин улар менән хушлашырға әҙер түгел", - тип яҙа бына ошо үҙенсәлекле һүрәт авторы Зифа Толомбаева.

"Йөрәгем минең", х., м., акрил, 2024
10👍5🔥2😁1💘1
📌Бөтә Рәсәй Урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы Башҡортостанда ҡышҡыһын ял итеүгә ҡулай, шул иҫәптән Яңы йыл байрамдарында ла, ИҢ ШӘП 5 УРЫНДЫ атаған:

1 урын - Кесе Ямантау
2 урын – Еләкташ тауы, Белорет районы
3 урын - Нуриман районындағы Ҡыҙыл шишмә (Красный Ключ)
4 урын - Дүнәнһуйған тауы
5 урын - Ғафури районындағы Мәмбәт ҡаяһы.
🔥62❤‍🔥1
💥Ҡәҙерле төркөмдәштәр, һеҙҙең оҙайлы ял минуттарын хәстәрләп, республикабыҙҙағы театрҙарҙың афишаларын бер урынға тупланыҡ.

Үҙегеҙгә лә, балаларығыҙ күңеленә ятырлыҡ та спектакль, Яңы йыл тамашаларын таба алырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Матур ялдар!
🔥52🥰2