💥Башҡортостан һәм Үзбәкстан дизайнерҙары ҡупшыҡайҙарҙың күңелдәренә хуш килерҙәй үҙенсәлекле образдар тыуҙырған.
“Өс бренд бер коллекцияға берләште ДУП БХК “Ағиҙел”дең традицион башҡорт орнаменты төшөрөлгән үҙенсәлекле яулыҡтары Үзбәкстан дизайнеры Зөһрә Хамроеваның Salay Zuhra Furs брендының ҡаракүл тундарын тулыландырҙы. Образға Миңлегөл һәм Рөстәм Дәүләтовтарҙың этник биҙәүестәре зауыҡ өҫтәй”, - ти “Ағиҙел” предприятиеһы директоры Гүзәл Кәримова.
Ысынлап та бик байрамса һәм үҙенсәлекле килеп сыҡҡан шул.
❓Һеҙгә нисек, шулай кейенер инегеҙме?

👍4🔥3❤1
❄Яңы йыл байрамының сихри һулышын, мөғжизәле мәлдең яҡынлашыуын тояһығыҙмы?
❄ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!
❄ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!
❤3
"Заман шарттарына, яңыса ҡоролоштарға яраҡлаша алған халыҡтар ғына үҙенең милли берҙәйлеген һаҡлап ҡаласаҡ. Шуға кешегә лә, халыҡҡа ла бик алдынғы ҡарашлы булыу кәрәк. Съезыбыҙҙың бөгөнгө кәңәшмәләре шуға бағышланды ла инде",
- тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында.
Етәкселәрҙең йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге, киләсәккә ҡараштары тураһында тулы видеояҙманы ҡарағыҙ.
https://vk.com/video-226019445_456239408
VK Видео
Радий Хабиров. Республика LIVE #дома. г. Уфа. VI съезд Всемирного курултая (конгресса) башкир, декабрь 2024 г
Watch Радий Хабиров. Республика LIVE #дома. г. Уфа... 29 min 27 s from 27 December 2024 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 1.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йыл кәйефе артынан - Ғафури паркына!
Бына ошондай әкиәт донъяһы көтә бала-сағаны һәм уларҙың атай-әсәйҙәрен Өфөлә.
Видео: Типичная Уфа.

❤5🔥1
🏃♀️ҮҘЕҢӘ ВӘҒӘҘӘ БИР ҺӘМ МАҠСАТЫҢА ТАБАН ЙҮГЕР!
Яңы йылдың беренсе көнөндә Өфөлә "Вәғәҙәләр уҙышы" үтәсәк.
Сара 1 ғинуар сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана.
Ҡатнашыусылар үҙҙәренең номеры яҙылған ҡағыҙға киләсәккә маҡсаттарын яҙырға һәм 2025 метр арауыҡты йүгереп үтергә тейеш.
Маҡсаттарға табан Өфөлә күмәкләшеп Арт-КВАДРАТ, Ленин майҙарынан, Ҡашҡаҙан, МЕГА-парк, Дим мәҙәниәт парктарында йүгерергә була. Шулай уҡ Иглин ауылы халҡы өсөн дә быйыл "Вәғәҙәләр уҙышы" ойошторола - Елена Иглина паркында йыйылырға кәрәк.
Теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик теркәлеү үтергә кәрәк.

🔥5👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләсәк быуындарға өмөтөбөҙ бар!
Туған телебеҙ менән ғорурланып Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы балалары йырлай.

❤🔥8❤5💯2🥰1
🎇Өфөләргә ҡайҙа салют аттырырға рөхсәт?🧨🎇🎉
🎉Дим районында – “Дим” паркы, Столяров урамындағы йорт тапҡырындағы асыҡ майҙанда һәм Карьер күле тапҡырындағы ике майҙанда;
🎉Калинин районында – Спивак майҙансығында, “Аленький цветочек” скверында һәм “Моторҙар төҙөүселәр” МЙ алдындағы майҙанда;
🎉Киров районында – 5 урын – “Ҡояшлы” пляжы, Ағиҙел яры буйы, Пугачев ур. 49, Сөләймәнов ур. 10, Әй ур. 16 йорттары тапҡырында;
🎉Ленин районында “8 март” торлаҡ комплексында урынлашҡан Ә. Мирзаһитов урамы, 8-се йорт эргәһендәге һәм “Водник” стадионы эргәһендәге майҙанда;
🎉Октябрьский районында – Рыльский һәм Өфө йылғаһының яр буйы киҫелешендә, “Башкирия” сауҙа үҙәге менән СССР-ҙың 50 йыллығы араһындағы аллеяла “Каруан” сауҙа үҙәге тапҡырында;
🎉Орджоникидзе районында – “Биатлон”ға төшкән ерҙә парковкала, Ладыгин һәм Российская урамдары араһында Руставелиҙағы майҙанда, “Бейегән торналар” фонтаны эргәһендә;
🎉Совет районында Владивосток урамы, 12-се йорт тапҡырында.
🚫Торлаҡ йорттарҙың ихатаһында салют аттырыу тыйылған!
❗Республикала пожарға ҡаршы махсус режим индерелде.
Һүрәт: Өфө ҡалаһы Янғын һағы идаралығы сайтынан.