Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.05K photos
1.61K videos
1 file
275 links
Download Telegram
😍Бындай ҡупшы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡайҙа көтә тиһегеҙме? 😍
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында!

Театр директоры Иршат Фәйзуллин хәбәр итеүенсә, 21 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем Яңы йылға арналған спектаклдәр осоро башланған.

Бында В. Коростылев әҫәре буйынса балалар өсөн башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡуйылған "Әкиәт илендә мажаралар" спектакле көнөнә 2-3 тапҡыр уйнала.

"Быйыл Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуға яңы кейемдәр тектерҙек. Кейемдәр айырыуса зауыҡлы килеп сыҡты - башҡорт милли колориты менән. Барығыҙҙы ла театрға саҡырабыҙ!"
- тип яҙған шәхси сәхифәһендә Иршат Фәйзуллин.

Ә һеҙ балалар менән театрҙарға йөрөйһөгөҙмө?
4🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
24 декабрь сәғәт 20:30-ҙа БСТ телеканалында "БЕТЕY" фильмы күрһәтелә.
5👍2
МУСА ГӘРӘЕВҠА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ

Бөгөн Илеш районында легендар осоусы-штурмалаусы, республикабыҙҙа берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды.

Һәйкәл М12 “Көнсығыш” федераль трассаһының Иләкшиҙе ауылы эргәһенән үткән яңы участкаһы буйында ҡуйылды. Геройҙың улы Евгений Гәрәев Башҡортостан Башлығына, автомобиль юлы эшсәндәренә һәм скульпторға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, был һәйкәл уның атаһына ғына түгел, барлыҡ батыр летчиктар иҫтәлегенә булыуын билдәләп үтте.

Һәйкәл авторы – Рәсәй скульпторы Андрей Молчановский. Уның билдәле эштәре араһында Балтийск ҡалаһында батшабикә Елизавета Петровна, Мәскәүҙә маршал Сухоруков, Ҡырым Республикаһында МХО геройҙарына арналғандары бар.

4 метрлыҡ фигураны һындандырыу өсөн скульптор бронзаны ҡулланған, ә 11 метрлыҡ стеланың йөҙлөгө тутыҡмай торған тимерҙән, уның осонда баҡырҙан ИЛ-2 самолетының күсермәһе - ҡанаттары 3,6 метрлыҡ.

“Муса Ғайса улы 23 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы була. Ул һуғыштан һуң да республикабыҙға, патриотик тәрбиә биреүгә күп көс һалды. Халҡыбыҙ уны бик ярата һәм хөрмәт итә. Уның турала хәтирәләрҙе лә һаҡлайҙыр. Ә һәйкәл бик матур килеп сыҡҡан һәм урыны ла яҡшы һайланған. Был бит, асылда, Башҡортостанға ингән урын. Барыһы ла Башҡортостан – геройҙарҙың тыуған ере икәнен аңлаясаҡ. Бик ҡәнәғәтмен. Бөгөн тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға – беҙ 65 километрлыҡ яңы урау юлды асабыҙ. Бөгөн буранлап торһа ла, кәйеф күтәренке”

, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантана барышында сығыш яһап.

Әйткәндәй, яңы юл Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтә.
Фото: Башинформ.
👍93🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡарыуында Чайковский әҫәре.

Әйткәндәй, алғараҡ баҫып, ҡурайҙа моңло уйнаған йәш кеше - Морат Йәноҙаҡов БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.
👍9
БЕҘҘЕКЕЛӘРГӘ ЕТЕҮСЕ БУЛМАҒАН!
Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Бейеүсе баш ҡала" Бөт Рәсәй Яңы йыл конкурсында еңеү яулаған.

Коллектив Санкт-Петербург ҡалаһында үткән конкурстың "Милли традицияларҙы һаҡлау" номинацияһында Гран-при алған.

"Афарин, йәштәр, һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ! Факультеттың "Йәшлек" бейеү ансамбленә (етәкселәре - Илнар Байбулов, Наҙгөл Исхаҡова) артабан да уңыштар юлдаш булһын!"
- тип яҙған факультеттың деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина.

ҠОТЛАЙБЫҘ!🌹
3🔥2👏2
🍃Ғүмер аҙағында ғына күптәр уның ҡәҙерен аңлай. Аңлай, ләкин ҡәҙерен күрергә һәм ҡәҙерләргә ваҡыты аҙ ҡала.
🍂Ғүмер ҡыҫҡарған һайын, эшләнмәгән эштәрең арта, пландар күбәйә.
🍃Әҙәмсә йәшәй башлағайным, саҡ йәшәү мәғәнәһен һәм йәмен тапҡайным, ғүмер аҙағы ла килеп еткән, имеш, тигән ти бер дәрүиш.
🍂Гел иртәгә тип йәшәп, иртәгәнән мәхрүм ҡалма. Иртәгәһен өмөт итеп, бөгөнгөһөнән буш ҡалма.
🍃Үткәндән һабаҡ алмай, хәҙергенең ҡәҙерен, киләсәктең маҡсатын белеп булмай.

"Рухиәт, доғалар" төркөмөнән.
6👏1😇1
ТУҠТА МӘЛ! Тирә-яғыбыҙҙағы матурлыҡты күрә белергә генә кәрәк.

Еләкташ тауы. Белорет районы.

Фото: Алексей Клековкин.
4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🏃‍♂️🏃‍♀️🏋 Көрәш һарайында халыҡ-ара кимәлдәге тәүге ярыш уҙғарыла!

Бөгөн Халыҡ-ара билбау көрәше федерацияһының беренсе президенты Р. Ф. Ғайнанов иҫтәлегенә арналған халыҡ-ара ярыш башланды.

Ә 24 декабрҙә Көрәш һарайы келәмдәренә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Донъя кубогында ҡатнашыусылар команда ярыштарына сығасаҡ.
Билбау көрәше буйынса бөтәһе 14 илдән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.🌍

🎟Бөтә ярыштарға ла инеү бушлай.
🔥6🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Лаҡлы мәмерйәһе, Салауат районы, Башҡортостан Республикаһы

📌 Мәмерйә карбон дәүеренең һуңғы ултырмаларында барлыҡҡа килгән.

Тәүге тапҡыр уның тураһында билдәле сәйәхәтсе Петер Симон Паллас 1770 йылда яҙа. 1889 йылда академик Ф.Н. Чернышев мәмерйәне ентекле тасуирлап яҙа, ә 1914 йылда уны археолог С.И. Руденко өйрәнә.

Лаҡлы мәмерйәһе горизонталь залдар һәм 321 метр оҙонлоҡтағы, уртаса 19,5 метр киңлектәге, 5 метр бейеклектәге галереяларҙан тора.

Мәмерйәгә инеү урыны Лаҡлы йылғаһы кимәленән 34 метрға өҫтәрәк урынлашҡан. Мәмерйәлә ярғанаттар күпләп йәшәй.

📍 Координаттары - 55.192988, 58.523594

Видео: "Красивые места Урала" төркөмөнән.
🥰5👍4🔥21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә, дуҫтар!

Халҡыбыҙҙың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыйып йәшәйек! 💕

Видеола: Әбйәлил йәштәре.
9👍5