Ииий, инде шул малҡайҙарҙы! ❤️❤️❤️
Йәтештәр ивет?
Баймаҡ районында башҡорт аты йәрминкәһе гөрләй. Был саранан күренештәр менән "Һаҡмар" район гәзите бүлешә.

❤6👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт Аты йәнһүрәттәренең 3-сө серияһы ат көсөнә бағышланған. Бәләкәстәргә күрһәтегеҙ 😉
❤2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Видео:Рәмзилә Арғынбаева-Ишбулатова
👍5❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
МХО яугиры Салауат Юлдыбаев юғары исемгә лайыҡ булды
Йырсы, фольклорсы, республика һәм Рәсәй конкурстары лауреаты Салауат Юлдыбаев «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» званиеһы менән бүләкләнде. Награданы республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы.
Салауат Ейәнсура районының Ағурҙа ауылынан.
Видео: "Йыры булһын бүләгем" төркөмөнән.

🔥15❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шәһит Хамматов менән «Тел биҫтәһе» проекты дауам итә
Беренсе сығарылыш «Аҡса» темаһына арналған. Рәхим итеп ҡарағыҙ!
Проект Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грантына тормошҡа ашырыла.

🔥7❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Офоҡтарҙа ни күренә?
Видео: Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова
Видео: Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова
❤3🔥1
😍Бындай ҡупшы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡайҙа көтә тиһегеҙме? 😍
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында!
Театр директоры Иршат Фәйзуллин хәбәр итеүенсә, 21 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем Яңы йылға арналған спектаклдәр осоро башланған.
Бында В. Коростылев әҫәре буйынса балалар өсөн башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡуйылған "Әкиәт илендә мажаралар" спектакле көнөнә 2-3 тапҡыр уйнала.
❓ Ә һеҙ балалар менән театрҙарға йөрөйһөгөҙмө?

"Быйыл Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуға яңы кейемдәр тектерҙек. Кейемдәр айырыуса зауыҡлы килеп сыҡты - башҡорт милли колориты менән. Барығыҙҙы ла театрға саҡырабыҙ!"- тип яҙған шәхси сәхифәһендә Иршат Фәйзуллин.
❓ Ә һеҙ балалар менән театрҙарға йөрөйһөгөҙмө?
❤4🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
24 декабрь сәғәт 20:30-ҙа БСТ телеканалында "БЕТЕY" фильмы күрһәтелә.
❤5👍2
⭐⭐МУСА ГӘРӘЕВҠА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ⭐⭐
Бөгөн Илеш районында легендар осоусы-штурмалаусы, республикабыҙҙа берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды.
⭐Һәйкәл М12 “Көнсығыш” федераль трассаһының Иләкшиҙе ауылы эргәһенән үткән яңы участкаһы буйында ҡуйылды. Геройҙың улы Евгений Гәрәев Башҡортостан Башлығына, автомобиль юлы эшсәндәренә һәм скульпторға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, был һәйкәл уның атаһына ғына түгел, барлыҡ батыр летчиктар иҫтәлегенә булыуын билдәләп үтте.
⭐Һәйкәл авторы – Рәсәй скульпторы Андрей Молчановский. Уның билдәле эштәре араһында Балтийск ҡалаһында батшабикә Елизавета Петровна, Мәскәүҙә маршал Сухоруков, Ҡырым Республикаһында МХО геройҙарына арналғандары бар.
⭐4 метрлыҡ фигураны һындандырыу өсөн скульптор бронзаны ҡулланған, ә 11 метрлыҡ стеланың йөҙлөгө тутыҡмай торған тимерҙән, уның осонда баҡырҙан ИЛ-2 самолетының күсермәһе - ҡанаттары 3,6 метрлыҡ.
, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантана барышында сығыш яһап.
⭐Әйткәндәй, яңы юл Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтә.
Фото: Башинформ.

“Муса Ғайса улы 23 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы була. Ул һуғыштан һуң да республикабыҙға, патриотик тәрбиә биреүгә күп көс һалды. Халҡыбыҙ уны бик ярата һәм хөрмәт итә. Уның турала хәтирәләрҙе лә һаҡлайҙыр. Ә һәйкәл бик матур килеп сыҡҡан һәм урыны ла яҡшы һайланған. Был бит, асылда, Башҡортостанға ингән урын. Барыһы ла Башҡортостан – геройҙарҙың тыуған ере икәнен аңлаясаҡ. Бик ҡәнәғәтмен. Бөгөн тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға – беҙ 65 километрлыҡ яңы урау юлды асабыҙ. Бөгөн буранлап торһа ла, кәйеф күтәренке”
, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантана барышында сығыш яһап.
⭐Әйткәндәй, яңы юл Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтә.
Фото: Башинформ.
👍9❤3🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡарыуында Чайковский әҫәре.
Әйткәндәй, алғараҡ баҫып, ҡурайҙа моңло уйнаған йәш кеше - Морат Йәноҙаҡов БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

👍9
БЕҘҘЕКЕЛӘРГӘ ЕТЕҮСЕ БУЛМАҒАН!
Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Бейеүсе баш ҡала" Бөт Рәсәй Яңы йыл конкурсында еңеү яулаған.
Коллектив Санкт-Петербург ҡалаһында үткән конкурстың "Милли традицияларҙы һаҡлау" номинацияһында Гран-при алған.
ҠОТЛАЙБЫҘ!🌹

"Афарин, йәштәр, һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ! Факультеттың "Йәшлек" бейеү ансамбленә (етәкселәре - Илнар Байбулов, Наҙгөл Исхаҡова) артабан да уңыштар юлдаш булһын!"- тип яҙған факультеттың деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина.
ҠОТЛАЙБЫҘ!🌹
❤3🔥2👏2
🍃Ғүмер аҙағында ғына күптәр уның ҡәҙерен аңлай. Аңлай, ләкин ҡәҙерен күрергә һәм ҡәҙерләргә ваҡыты аҙ ҡала.
🍂Ғүмер ҡыҫҡарған һайын, эшләнмәгән эштәрең арта, пландар күбәйә.
🍃Әҙәмсә йәшәй башлағайным, саҡ йәшәү мәғәнәһен һәм йәмен тапҡайным, ғүмер аҙағы ла килеп еткән, имеш, тигән ти бер дәрүиш.
🍂Гел иртәгә тип йәшәп, иртәгәнән мәхрүм ҡалма. Иртәгәһен өмөт итеп, бөгөнгөһөнән буш ҡалма.
🍃Үткәндән һабаҡ алмай, хәҙергенең ҡәҙерен, киләсәктең маҡсатын белеп булмай.
"Рухиәт, доғалар" төркөмөнән.

❤6👏1😇1