Башҡорт донъяһы
669 subscribers
3.04K photos
1.61K videos
1 file
274 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәмзин Әбсәләмов. "Уфтанма".
👍11🔥3
🎉Һөйөнсө! 🎉

БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алып сыҡҡандарҙы матур осрашыуға саҡыралар!


Сара 2025 йылда Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты ойошторолоуға 35 йыл, университетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы булдырылыуға 95 йыл тулыуға арнала.

11 февраль көндө “Торатау” конгресс-холл бинаһында осрашыу ойошторола.

Унда ҡатнашыу өсөн алдан уҡ йә махсус һылтанма ( https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQ… ), йә афишалағы куар-код аша мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк.

"Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер. Республиканың мәғариф, фән, дәүләт, мәҙәниәт ойошмалары, тел, әҙәбиәт, фольклор, журналистика өлкәләре өсөн милли кадрҙар әҙерләү үҙәге булараҡ танылған башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының байрамында осрашҡанға тиклем!"

- тип хәбәр ебәрәләр ойоштороусылар.

📌Тулыраҡ мәғлүмәт факультеттың ВК төркөмөндә һәм сайтында.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8-965 945-74-44
👍51
🎉“ТЕРРА ҠЫШ” Яңы йыл фестивале быйыл да үтә🎄

🎄31 декабрь һәм 1 ғинуарҙа Өфөләге Совет майҙанында йәнә “Терра Ҡыш” фестивале уҙғарыласаҡ.

🎄31 декабрҙә байрам саралары киске сәғәт 9-ҙа башланасаҡ. Совет майҙанында усаҡта былау бешереләсәк, милли аш-һыуҙар, эҫе эсемлектәр тәҡдим ителәсәк.

Ҡышҡы һабантуй, концерт ойошторола һәм күмәкләшеп Яңы йылды ҡаршылаясаҡтар.
Уйын-көлкө төнгө сәғәт 3-кә тиклем дауам итәсәк, халыҡ өсөн яратҡан артистар концерт ҡуя, төп ҡунаҡ – “Мираж” төркөмөнөң элекке солисы Наталья Гулькина.

🎄1 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә иһә, Совет майҙанында карнавал костюмдарында конкурс-парад башлана.
Ул бер сәғәт тирәһе дауам итә, аҙағынан халыҡ арҡан тартыш, һепертке менән сәкән һуғыу, тоҡ менән һуғышыу, “бүләкте ҡырҡып ал” конкурстарында ҡатнаша ала.

Бында ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йыр-моң, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән күңелле аралашыу, күтәренке кәйеф көтә.
3👏2👍1🔥1
☎️"ӘСӘЙ-ӘСӘЙ, МИН ИНЙӘРҘӘ" тиҙҙән актуаль булмаясаҡ

Сөнки Белорет трассаһында мобиль элемтә булдырыла.

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, ошо айҙа Архангел һәм Ҡолмас ауылдары араһында 6 станция урынлаштырыла.

Киләһе йылда Инйәргә тиклем тағы 5-әү файҙаланыуға тапшырыла.

"Беҙҙең таулы район өсөн был үтә әһәмиәтле", -

ти Андрей Иванюта.
👍4🔥31
Ысын башҡорт ир-егетен танынығыҙмы?
3👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ,
Ҡайтhам илгә, берһе юҡ".

Видео: «Гүзәл dance» бейеүселәре.
👍87
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
11 көндән Яңы йыл да килеп етә, байрам кәйефе бармы?🎄

Видео: Лиана Ниғәмәтйәнова.
2
📌Иртәгә, 21 декабрҙә, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында "Ат баҙары" башҡорт тоҡомло аттар йәрминкәһе уҙғарыла.
Бында теләгән һәр кем башҡорт атын алып килә ала.

Сараны йыр-моң, тай-тулаҡ үтәсәк, башҡорт тоҡомло айғырҙар күргәҙмәгә сығарыла. Йәрминкәне "Ирәндек" мәрхәмәтлек фонды ойоштора.
👏4🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һай, ҡурай, ҡурай, ҡурай,
Ҡурайыңды тарт шулай.
Өҙә баҫып бейемәйсә
Күңелдәребеҙ булмай.


Видео: интернеттан.
🔥17🥰1
ИМЕНЛЕК ҺӘМ ҠЫУАНЫСТАР МЕНӘН ҮТҺЕН ЯЛ КӨНДӘРЕ!
👍32
📌1812 йылғы Ватан һуғышы осорона арналған күргәҙмә – Өфөлә!

🎨БР Милли музейында Силәбе ҡалаһында йәшәүсе ижадсы Михаил Воронов-Кушаковскийҙың “Юҡҡа ғына хәтерләмәй бөтә Рәсәй” тип аталған күргәҙмәһе асылды.

🎨Рәссам 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1813-1814 йылғы сит илдәргә походтарҙа ҡатнашҡан Көньяҡ Урал халыҡтарының, бигерәк тә башҡорттарҙың, ҡаһарманлығын һүрәтләй.

🖼Күргәҙмә 2025 йылдың 19 ғинуарына тиклем эшләй.
📌Әйткәндәй, рәссам тураһында тулыраҡ мәғлүмәт белгегеҙ килһә, уның менән ҡыҙыҡлы әңгәмәне
"Киске Өфө" гәзитендә уҡый алаһығыҙ.
🔥7