Башҡорт донъяһы
671 subscribers
3.03K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
Турахан кәшәнәһе.

Башҡортостан, Шишмә районы.
Фото: Maratti
👍6😇43🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының биш йыллыҡ эшмәкәрлеген нисек баһалайҙар?

Тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу һәм экологияға хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса БР Башлығы кәңәшсеһе, "Башнедра" фонды президенты, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Әғзәм улы Хәмитов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡатнашты.

Ул социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә арналған секцияла сығыш яһаны.
Шулай уҡ Ҡоролтай эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләне.

📍Тулыраҡ: видеола.
👍8👏4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иң ҡурҡыныс әкиәт😱
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
😁14👻2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Бөрйән районы Ҡотан ауылына һеләүһен килгән. "Башҡортостан" милли паркы биләмәһендә был ауыл. Шулай ҙа һеләүһендәр бында һирәк осрай икән.

Хәлһеҙләнгән һеләүҙен бик матур күренә, әммә уның хәүефле йыртҡыс булыуын оноторға ярамай.

Белгестәр уяу булырға саҡыра, бигерәк тә ҡараңғы осорҙа һаҡ булырға кәрәк.
7🔥2👍1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яраланған яугирҙарҙы ҡотҡарыу өсөн республикабыҙҙа үҙйөрөшлө арбалар эшләп сығарғандар.

Был үҙенсәлекле әйберҙе Иглин үлсәү заводында етештергәндәр. Үҙйөрөшлө арбаны кешеләр ҙә, әйбер ташырға ла тотонорға була.

Тулыраҡ: Гөлшат Вәлиева сюжетында ҡарағыҙ.
👍5😎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тирмә эсендә кем йәшәй? 😻

Видео: Әсәй-бесәй
6😍4👍1
Торатауға Ҡыш бабай килгән, тиҙәр😉

21 декабрҙә сәғәт төшкө 1-ҙә Торатау буйындағы этнокомплекста Ҡыш бабай тирмәһен асыу тантанаһы була.
Бында башҡорт Ҡыш бабайы ҡунаҡтарҙы 12 ғинуарға тиклм көн дә ҡаршы алып торасаҡ.

Шулай уҡ балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен бында саф һауала шыршы тирәләй матур Яңы йыл байрам саралары, ҡышҡы һабантуй, оҫталыҡ дәрестәре, уҡ атыу, милли стилдәге кафе, шешлек һәм үләнле ысын башҡорт сәйе көтә.

Тағы ла ҡаргиҙәрҙә, бананда, аттарҙа, санала йөрөргә була.

🎅Ҡыш бабай тирмәһе иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 10-ға тиклем эшләйәсәк.
Ҡыш бабай тирмәһенә инеү хаҡы – бер кешенән 350 һум.
6👍2🎅1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Һин киткәс янымдан
Ямғырҙар иларҙар.
Ә күңел түрендә
Йырҙарың ҡалырҙар"...
💔

Учалынан "Черный" ҡушаматлы яугир туғаны Таһир Мирсәйетов менән бик моңло йыр башҡара.
👍93🔥3
📌Әле Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Тура эфир бара.

Ил етәксеһе Донбасстағы объекттарҙы тергеҙеүҙә ярҙам иткән өсөн төбәктәргә рәхмәтен белдерҙе.

Белеүегеҙсә, Башҡортостан Красный Луч ҡалаһын шефлыҡҡа алған. Бында республика социаль объекттарҙы, шул иҫәптән мәктәптәрҙе, балалар баҡсаһын тергеҙергә, юлдарҙы төҙөкләндерергә ярҙам итә. Бынан тыш, был төбәккә табиптарыбыҙ, юл хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, төҙөүселәр барып эшләй.
4👍2
📌Торлаҡ һатып алыу мәсьәләһе ауырлашҡан мәл, ҡайһы бер банктар льготалы ипотекаға лимит ҡуя. Был хәлде ил Президенты Владимир Путин "тәртипһеҙлек" тип атаны һәм Хөкүмәт менән күптән бер ниндәй ҙә лимиттар булырға тейеш түгел, тип һөйләшкәйнек тине.

Ил етәксеһе:
"Бер ниндәй ҙә лимиттар булмаясаҡ. Ғаилә ипотекаһы, Ауыл хужалығы ипотекаһында ла бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булырға тейеш түгел, сөнки был бик мөһим тармаҡ... Ошо уҡ ИТ-ипотекаға ла ҡағыла",

- тине.
4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәмзин Әбсәләмов. "Уфтанма".
👍11🔥3
🎉Һөйөнсө! 🎉

БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алып сыҡҡандарҙы матур осрашыуға саҡыралар!


Сара 2025 йылда Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты ойошторолоуға 35 йыл, университетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы булдырылыуға 95 йыл тулыуға арнала.

11 февраль көндө “Торатау” конгресс-холл бинаһында осрашыу ойошторола.

Унда ҡатнашыу өсөн алдан уҡ йә махсус һылтанма ( https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQ… ), йә афишалағы куар-код аша мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк.

"Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер. Республиканың мәғариф, фән, дәүләт, мәҙәниәт ойошмалары, тел, әҙәбиәт, фольклор, журналистика өлкәләре өсөн милли кадрҙар әҙерләү үҙәге булараҡ танылған башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының байрамында осрашҡанға тиклем!"

- тип хәбәр ебәрәләр ойоштороусылар.

📌Тулыраҡ мәғлүмәт факультеттың ВК төркөмөндә һәм сайтында.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8-965 945-74-44
👍51
🎉“ТЕРРА ҠЫШ” Яңы йыл фестивале быйыл да үтә🎄

🎄31 декабрь һәм 1 ғинуарҙа Өфөләге Совет майҙанында йәнә “Терра Ҡыш” фестивале уҙғарыласаҡ.

🎄31 декабрҙә байрам саралары киске сәғәт 9-ҙа башланасаҡ. Совет майҙанында усаҡта былау бешереләсәк, милли аш-һыуҙар, эҫе эсемлектәр тәҡдим ителәсәк.

Ҡышҡы һабантуй, концерт ойошторола һәм күмәкләшеп Яңы йылды ҡаршылаясаҡтар.
Уйын-көлкө төнгө сәғәт 3-кә тиклем дауам итәсәк, халыҡ өсөн яратҡан артистар концерт ҡуя, төп ҡунаҡ – “Мираж” төркөмөнөң элекке солисы Наталья Гулькина.

🎄1 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә иһә, Совет майҙанында карнавал костюмдарында конкурс-парад башлана.
Ул бер сәғәт тирәһе дауам итә, аҙағынан халыҡ арҡан тартыш, һепертке менән сәкән һуғыу, тоҡ менән һуғышыу, “бүләкте ҡырҡып ал” конкурстарында ҡатнаша ала.

Бында ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йыр-моң, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән күңелле аралашыу, күтәренке кәйеф көтә.
3👏2👍1🔥1
☎️"ӘСӘЙ-ӘСӘЙ, МИН ИНЙӘРҘӘ" тиҙҙән актуаль булмаясаҡ

Сөнки Белорет трассаһында мобиль элемтә булдырыла.

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, ошо айҙа Архангел һәм Ҡолмас ауылдары араһында 6 станция урынлаштырыла.

Киләһе йылда Инйәргә тиклем тағы 5-әү файҙаланыуға тапшырыла.

"Беҙҙең таулы район өсөн был үтә әһәмиәтле", -

ти Андрей Иванюта.
👍4🔥31
Ысын башҡорт ир-егетен танынығыҙмы?
3👍1🔥1