Башҡорт донъяһы
669 subscribers
3.03K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
V Ҡоролтайҙан VI Ҡоролтайға тиклем үткән юл.
🔥6👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Бында килдек, икенсе көн хәҙер, телем яйлап асыла башланы. Атыу ағас телгә әйләнгәйне"

, - ти Тажикстандан килгән яҡташыбыҙ Салауат Ғәбделхәй улы Мостафин.

Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында беренсе тапҡыр ҡатнашты. Йәштәргә туған телде өйрәтеү кәрәклеге тураһында һөйләне.
👍7🔥1
📌"Урал батыр уҡыуҙары" үтә

"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алыуға киләһе йылда 115 йыл тула. Ошо айҡанлы быйыл 20 декабрҙә "Урал батыр уҡыуҙары" беренсе ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәле ойошторола.

Ҡорҙоң маҡсаты - башҡорт халыҡ эпосын мәңгелләштереү һәм популярлаштырыу буйынса фекер алышыуға булышлыҡ итеү.
Бында ғалимдар, тел белгестәре, этнографтар, тарихсылар, фәйләсуфтар, рәссамдар һәм скульпторҙар ҡатнашасаҡ.

📍Сара 20 декабрҙә БР Милли музейы бинаһында иртәнге сәғәт 10-да башлана.
🥰7👍31🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Замана Ҡыш бабайҙары🏇🏇🏇
🔥10😁62
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🍎"Алма алырбыҙ, саҡырып алырбыҙ -
Китһен даныбыҙ, китһен даныбыҙ!"
- башҡорт халыҡ йыры "Һөйгән йәр".

🍏Быйыл Алматыла үткән "Наурыҙ" халыҡ-ара фестивалендә "Йатаған" этно-төркөмө һәм Зилиә Бәхтиева сығыш яһаған.
10🔥3👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәшәйһе лә әле йәшәйһе! Сәғиҙулла Байегеттең дәртле йыры бөгөн көс-ҡеүәт биреп торһон һеҙгә! Уңышлы көн!💃🕺
5👍5🔥3
Был көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡағылышлы хәтирәләрҙе яңыртыу дауам итә.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев алыҫ 1995 йылда беренсе тапҡыр ойошторолған йыйын тураһында иҫтәлекле фотолары менән бүлешкән.

"Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1—2 июнендә Өфө ҡалаһында үтте.
Башҡортостан Республикаһының һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит ил дәүләтенән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнашты.
Тансулпан Даһи ҡыҙы Бабичева менән икәүләп алып барғайныҡ беренсе Ҡоролтай концертын",
- тип яҙған Хөрмәтулла Ғаззали улы.

Ә һеҙҙә шул ваҡиғанан иҫтәлектәр ҡалғанмы? Булһа, беҙгә яҙып ебәрегеҙ!
👍52🔥2
#тел_тере_шишмә
🤯Күптән түгел йәштәр йыйылған бер сарала ҡатнашырға тура килде. Шунда йәш кешенең аҡҡан һыу һүрәтенә ҡарап: "Һыу ҡолай", - тип әйтеүен ишетеп, күҙ алдары ҡараңғыланып китте.

Ни өсөн һыу аға тимәне инде, тип аптырашта ҡалғандарға сәбәбе тиҙ асыҡланды: уйын шарттары буйынса "шарлауыҡ" һүҙе йәшерелгән булған икән.

"Водопад" - һыу ҡолай инде.

Ә бит һыу башҡортарҙа "аға", "түгелә", "ҡойола" ала. Күктән - "төшә", "яуа".

Һыу шулай уҡ күтәрелә, таша, түгелә, сайпыла, һарҡа һ.б.

Әммә ул ҡоламай, йүгермәй, килмәй һ.б.

Был рәүешле туған телебеҙҙе "боҙған" осраҡтар күп. Йәштәр генә түгел, ололар ҙа ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тура тәржемә итә лә ҡуя.

💯"Тел - тере шишмә" тигән яҙмаларыбыҙҙы телмәребеҙҙә йыш осраған хаталарға арнарға булдыҡ.

Төркөмдәштәр, һеҙ ҙә үҙегеҙ белгән хаталар тураһындамы, йәки берәй һүҙҙең дөрөҫ ҡулланылышын, яҙылышын, әйтелешен белмәһәгеҙ, беҙгә яҙып ебәрегеҙ!
Аноним булып ҡалырға теләүселәрҙең серен һаҡларға вәғәҙә итәбеҙ.

Хаттар көтөп ҡалабыҙ!

💥Әйҙәгеҙ, туған телебеҙ - тере шишмәне бергәләп таҙартайыҡ!
8👍4🔥2
💯“Зәрҡүм өңөндә” - башҡорт риүәйәттәре буйынса квест!

Ә.-З. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһында “Зәрҡүм өңөндә” ("В логове Заркума") тип аталған Яңы йыл квесы үткәрелә башлаған.

Тәүге уйында Өфө медицина колледжы студенттары ҡатнашҡан.

📌Квестың төп маҡсаты – яуыз йылан Зәрҡүмде еңергә ярҙам иткән боронғо артефакт өлөштәрен табып, Яңы йыл байрамын ҡайтанан тергеҙеү.

"Йәштәр бик ихлас ҡатнашты, күтәренке кәйеф менән таралыштылар. Квеста класташтар йәки дуҫ-иштәр, хатта ғаилә менән дә килеп ҡатнашырға мөмкин. Яңы йыл байрамдарын ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеп үткәрергә теләүселәр өсөн был шәп сара”, -
тип хәбәр итте китапхана хеҙмәткәрҙәре.

Нисек: Уйында ҡатнашыу өсөн урындарҙы алдан алып ҡуйыу кәрәк, юғиһә, улар һанаулы ғына икән.

Билеттарҙы түбәндәге һылтанма буйынса алырға була.
Пушкин картаһы ҡабул ителә.

Ҡасан: Квиз 16 декабрҙән алып 10 ғинуарға тиклем бара.

Ҡайҙа: Ә.З. Вәлиди ис. БР Милли китапханаһы, Ленин урамы 4.

Нисә кеше: 5 кешенән дә кәм булмаған төркөм менән килергә. Үҙеңә уңайлы ваҡытҡа яҙылырға була.

Яҙылыу өсөн телефон һандары: 8-937-15-04-580
5🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иң беренсе мөғжизә

Яҙма: Нәфисә Әббәзова-Смакова.
🔥92👏2
Турахан кәшәнәһе.

Башҡортостан, Шишмә районы.
Фото: Maratti
👍6😇43🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының биш йыллыҡ эшмәкәрлеген нисек баһалайҙар?

Тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу һәм экологияға хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса БР Башлығы кәңәшсеһе, "Башнедра" фонды президенты, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Әғзәм улы Хәмитов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡатнашты.

Ул социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә арналған секцияла сығыш яһаны.
Шулай уҡ Ҡоролтай эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләне.

📍Тулыраҡ: видеола.
👍8👏4