📌📌📌Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле логотибын булдырыу маҡсатында иң шәп дизайнға конкурс иғлан ителде.
💥Конкурсты Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ойоштора.
✅Логотип башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы – ҡурайҙы популярлаштырырға, Дәүләт ансамблен танытырға һәм тамашасыларҙы йәлеп итергә тейеш.
✅Еңеүсенең эше рәсми эш ҡағыҙҙарында, рәсми сараларҙа, реклама материалдарында ҡулланыласаҡ.
✅Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең логотибы, Башҡортостандың милли символы булараҡ, коллективтың бай мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыуға ынтылышын сағылдырырға тейеш.
📌Тулыраҡ мәғлүмәтте БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алырға мөмкин.
🌿Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар reklama@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.
🌿Һәр ҡатнашыусы йәки команда ике төрлө эш тәҡдим итә ала.
🌿Ғаризаларҙы 2025 йылдың 31 ғинуары сәғәт киске 6-ға тиклем тапшырырға була. Ошо ваҡыттан һуң бирелгән ғаризалар ҡаралмаясаҡ.
🌿Иң яҡшы проектты эксперттар комиссияһы һайлай.
🌿Еңеүсе 30 мең һум күләмендәге аҡса менән бүләкләнә.
🌿Еңеүсене рәсми рәүештә 2025 йылдың 20 февраленән дә һуңға ҡалмай иғлан итәсәктәр.
🔥Еңгән дизайн БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең концертында күрһәтелә.

❤6👍2🤝2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан - заманса медиасәнғәт конкурсы призеры.
Өфө командаһының инсталляцияһы Санкт-Петербургта Һарай майҙанында күрһәтелде.
Видео: Яҡты-медиа.

🔥12👍3💯2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ сәтләүек ярыуҙың ниндәй ысулдарын беләһегеҙ? 😁
😁5🔥3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге 48-се Башҡорт лицейына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исеме бирелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Ниһайәт, белем усағының 25 йыллығына арналған тантаналы сарала был турала рәсми рәүештә белдереү яһалды.
Сара сиктәрендә мәктәптә яҙыусыға арналған яңы музей асылды һәм байрам концерты ҡуйылды.
Лицейҙың юбилей сараһы тураһында тулыраҡ "Вести. Башҡортостан" сюжетында ҡарағыҙ.

❤6👍3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Бында килдек, икенсе көн хәҙер, телем яйлап асыла башланы. Атыу ағас телгә әйләнгәйне"
, - ти Тажикстандан килгән яҡташыбыҙ Салауат Ғәбделхәй улы Мостафин.
Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында беренсе тапҡыр ҡатнашты. Йәштәргә туған телде өйрәтеү кәрәклеге тураһында һөйләне.
👍7🔥1
📌"Урал батыр уҡыуҙары" үтә
"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алыуға киләһе йылда 115 йыл тула. Ошо айҡанлы быйыл 20 декабрҙә "Урал батыр уҡыуҙары" беренсе ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәле ойошторола.
Ҡорҙоң маҡсаты - башҡорт халыҡ эпосын мәңгелләштереү һәм популярлаштырыу буйынса фекер алышыуға булышлыҡ итеү.
Бында ғалимдар, тел белгестәре, этнографтар, тарихсылар, фәйләсуфтар, рәссамдар һәм скульпторҙар ҡатнашасаҡ.
📍Сара 20 декабрҙә БР Милли музейы бинаһында иртәнге сәғәт 10-да башлана.

🥰7👍3❤1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🍎"Алма алырбыҙ, саҡырып алырбыҙ -
Китһен даныбыҙ, китһен даныбыҙ!" - башҡорт халыҡ йыры "Һөйгән йәр".
🍏Быйыл Алматыла үткән "Наурыҙ" халыҡ-ара фестивалендә "Йатаған" этно-төркөмө һәм Зилиә Бәхтиева сығыш яһаған.

❤10🔥3👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәшәйһе лә әле йәшәйһе! Сәғиҙулла Байегеттең дәртле йыры бөгөн көс-ҡеүәт биреп торһон һеҙгә! Уңышлы көн!💃🕺
❤5👍5🔥3
Был көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡағылышлы хәтирәләрҙе яңыртыу дауам итә.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев алыҫ 1995 йылда беренсе тапҡыр ойошторолған йыйын тураһында иҫтәлекле фотолары менән бүлешкән.
❓Ә һеҙҙә шул ваҡиғанан иҫтәлектәр ҡалғанмы? Булһа, беҙгә яҙып ебәрегеҙ!

"Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1—2 июнендә Өфө ҡалаһында үтте.- тип яҙған Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Башҡортостан Республикаһының һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит ил дәүләтенән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнашты.
Тансулпан Даһи ҡыҙы Бабичева менән икәүләп алып барғайныҡ беренсе Ҡоролтай концертын",
❓Ә һеҙҙә шул ваҡиғанан иҫтәлектәр ҡалғанмы? Булһа, беҙгә яҙып ебәрегеҙ!
👍5❤2🔥2
#тел_тере_шишмә
🤯Күптән түгел йәштәр йыйылған бер сарала ҡатнашырға тура килде. Шунда йәш кешенең аҡҡан һыу һүрәтенә ҡарап: "Һыу ҡолай", - тип әйтеүен ишетеп, күҙ алдары ҡараңғыланып китте.
Ни өсөн һыу аға тимәне инде, тип аптырашта ҡалғандарға сәбәбе тиҙ асыҡланды: уйын шарттары буйынса "шарлауыҡ" һүҙе йәшерелгән булған икән.
"Водопад" - һыу ҡолай инде.
✅Ә бит һыу башҡортарҙа "аға", "түгелә", "ҡойола" ала. Күктән - "төшә", "яуа".
Һыу шулай уҡ күтәрелә, таша, түгелә, сайпыла, һарҡа һ.б.
❗Әммә ул ҡоламай, йүгермәй, килмәй һ.б.
Был рәүешле туған телебеҙҙе "боҙған" осраҡтар күп. Йәштәр генә түгел, ололар ҙа ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тура тәржемә итә лә ҡуя.
💯"Тел - тере шишмә" тигән яҙмаларыбыҙҙы телмәребеҙҙә йыш осраған хаталарға арнарға булдыҡ.
❗Төркөмдәштәр, һеҙ ҙә үҙегеҙ белгән хаталар тураһындамы, йәки берәй һүҙҙең дөрөҫ ҡулланылышын, яҙылышын, әйтелешен белмәһәгеҙ, беҙгә яҙып ебәрегеҙ!
Аноним булып ҡалырға теләүселәрҙең серен һаҡларға вәғәҙә итәбеҙ.
Хаттар көтөп ҡалабыҙ!
💥Әйҙәгеҙ, туған телебеҙ - тере шишмәне бергәләп таҙартайыҡ!

❤8👍4🔥2
💯“Зәрҡүм өңөндә” - башҡорт риүәйәттәре буйынса квест!
Ә.-З. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһында “Зәрҡүм өңөндә” ("В логове Заркума") тип аталған Яңы йыл квесы үткәрелә башлаған.
Тәүге уйында Өфө медицина колледжы студенттары ҡатнашҡан.
📌Квестың төп маҡсаты – яуыз йылан Зәрҡүмде еңергә ярҙам иткән боронғо артефакт өлөштәрен табып, Яңы йыл байрамын ҡайтанан тергеҙеү.
❓Нисек: Уйында ҡатнашыу өсөн урындарҙы алдан алып ҡуйыу кәрәк, юғиһә, улар һанаулы ғына икән.
✅Билеттарҙы түбәндәге һылтанма буйынса алырға була.
Пушкин картаһы ҡабул ителә.
❓Ҡасан: Квиз 16 декабрҙән алып 10 ғинуарға тиклем бара.
❓Ҡайҙа: Ә.З. Вәлиди ис. БР Милли китапханаһы, Ленин урамы 4.
❓Нисә кеше: 5 кешенән дә кәм булмаған төркөм менән килергә. Үҙеңә уңайлы ваҡытҡа яҙылырға була.
Яҙылыу өсөн телефон һандары: 8-937-15-04-580

"Йәштәр бик ихлас ҡатнашты, күтәренке кәйеф менән таралыштылар. Квеста класташтар йәки дуҫ-иштәр, хатта ғаилә менән дә килеп ҡатнашырға мөмкин. Яңы йыл байрамдарын ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеп үткәрергә теләүселәр өсөн был шәп сара”, -тип хәбәр итте китапхана хеҙмәткәрҙәре.
❓Нисек: Уйында ҡатнашыу өсөн урындарҙы алдан алып ҡуйыу кәрәк, юғиһә, улар һанаулы ғына икән.
✅Билеттарҙы түбәндәге һылтанма буйынса алырға була.
Пушкин картаһы ҡабул ителә.
❓Ҡасан: Квиз 16 декабрҙән алып 10 ғинуарға тиклем бара.
❓Ҡайҙа: Ә.З. Вәлиди ис. БР Милли китапханаһы, Ленин урамы 4.
❓Нисә кеше: 5 кешенән дә кәм булмаған төркөм менән килергә. Үҙеңә уңайлы ваҡытҡа яҙылырға була.
Яҙылыу өсөн телефон һандары: 8-937-15-04-580
❤5🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иң беренсе мөғжизә
Яҙма: Нәфисә Әббәзова-Смакова.
Яҙма: Нәфисә Әббәзова-Смакова.
🔥9❤2👏2