☀ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! ☀
Кесе Ямантауҙа яңы тыуып килгән көндөң ҡояш нурҙарына мансылған сағыу фотолары. 💟
📍Белорет районы, Башҡортостан Республикаһы.
📸Автор: Павел Распопов
Кесе Ямантауҙа яңы тыуып килгән көндөң ҡояш нурҙарына мансылған сағыу фотолары. 💟
📍Белорет районы, Башҡортостан Республикаһы.
📸Автор: Павел Распопов
🔥8👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында үҙе индергән тәҡдимдәр һәм мәҙәниәт өлкәһендә атҡараһы эштәр тураһында. Тыңлайбыҙ, хаҡ әйтәме?
❤6👍4🔥2
📌Башҡортостандан МХО яугирҙарына ярҙамға йүнәлгән ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар ҡайтып төштө. Улар араһында БСТ каналының журналисы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова ла бар.
Ул ватаныбыҙға һүҙ менән генә түгел, эш менән дә ярҙам итергә кәрәк, тигән инаныуҙа МХО яугирҙарына ярҙамға юлланғайны.
тип яҙған сәхифәһендә Рафаэль ҡыҙы.
Шундай оло йөрәкле гүзәл заттарыбыҙ бар, быға һоҡланмау мөмкин түгел!
Ул ватаныбыҙға һүҙ менән генә түгел, эш менән дә ярҙам итергә кәрәк, тигән инаныуҙа МХО яугирҙарына ярҙамға юлланғайны.
"Аллаға шөкөр, һеҙҙең хәйер-фәтихала иҫән-һау ҡайтып еттек. Хәрби госпиталдә ирекмән булып эшләгән 16 көн күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Тормош юлымдағы иң файҙалы, иң мәғәнәле осор булды ул. Хәҙер бушҡа йәшәлмәне, тип әйтә алам. Мин Миәкәнән Фәриҙә апай менән хирургия бүлексәһенә эләктем. Яу яланынан килтерелгән яралыларҙы ҡабул итек, йыуындырҙыҡ, кейендерҙек, ашаттыҡ, инвалид коляскаһында, таяҡҡа таянып йөрөгәндәрҙе төрлө медицина тикшереүҙәренә, процедураларға алып барҙыҡ, операция үткәргәндәрҙе тәрбиәләнек. Һөйләштек, аралаштыҡ, йөрәк йылыбыҙ менән бүлештек. Яҡындарынан алыҫта булған, ауыр тән йәрәхәттәре алған яугирҙарыбыҙ өсөн әсәй ҙә, апай ҙа, һеңле лә булдыҡ. "Бәлки кәрәге тейер" тип машинка алып барған инем, 16 көн эсендә госпиталдә ятҡан 230 егеттең сәсен алырға, һаҡал-мыйыҡтарын ҡырырға, хатта тырнаҡтарын ҡырҡырға тура килде. Госпиталь тотош Рәсәйҙең сағылышы: Луганск, Донецк, Дағстан, Чечен республикалары, Ростов, Волгоград өлкәһе, Краснодар, Красноярск крайы егеттәре күп. Башҡортостандан 6 яугир булды, көтмәгәндә, Әбйәлил районынан яҡташымды осраттым. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөһәк тә, арып-талһаҡ та, ашап өлгөрмәһәк тә, күңелдә иҫ киткес ҡәнәғәтлек тойғоһо булды. Һәм мин бер ваҡытта ла шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәнем юҡ ине. Хәҙер илдең һәр мөйөшөндә герой дуҫтарым бар. Ә бөгөн сәфәр аҙағында мин үҙебеҙҙең шәп командаға- республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған оло йөрәкле, изге күңелле, миһырбанлы гүзәл заттарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерер инем. Беҙҙең «Ете ҡыҙ" төркөмө: Өфөнән Зөһрә Исмәғилева, Учалынан Илһөйәр Вәлиева, Миәкәнән Фәриҙә Ғәлимуллина һәм Луиза Әхмәтшина, Ҡырмыҫҡалынан Гөлнәриә Шаһиева, Архангелдән Русалина Жаворонкова- һеҙ СУПЕР!!!
Зөһрә Мәүлетбаевна Гордиенкоға, Гүзәл Флүровна Коваленкоға шул тиклем кәрәкле, әһәмиәтле "Беренсе тирмә" төбәк проекты өсөн рәхмәт!" -
тип яҙған сәхифәһендә Рафаэль ҡыҙы.
Шундай оло йөрәкле гүзәл заттарыбыҙ бар, быға һоҡланмау мөмкин түгел!
❤8👍8🔥4
💥27 сәғәт эсендә Мәскәүҙә: Өфөнән тиҙ йөрөшлө поезда
✅Яңы состав көн аша йөрөйәсәк.
✅Ул Өфөнән 09:20 сәғәттә ҡуҙғалып, Мәскәүгә икенсе көндө сәғәт 11:15-кә барып етә.
✅Ә бына Мәскәүҙән 15:25 сәғәттә ҡуҙғалып, икенсе көндө Өфөгә 22:09 сәғәттә буласаҡ.
✅Поезд Бөгөлмә, Нурлат, Димитровград, Ульяновск, Инза, Рузаевка һәм Рязань аша үтәсәк.

👍6🔥4🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған илдең ҡото - башҡорт аты 💕
Видео: Айтуган Фәттәхов.
Видео: Айтуган Фәттәхов.
🔥8❤7❤🔥4
📌📌📌Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле логотибын булдырыу маҡсатында иң шәп дизайнға конкурс иғлан ителде.
💥Конкурсты Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ойоштора.
✅Логотип башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы – ҡурайҙы популярлаштырырға, Дәүләт ансамблен танытырға һәм тамашасыларҙы йәлеп итергә тейеш.
✅Еңеүсенең эше рәсми эш ҡағыҙҙарында, рәсми сараларҙа, реклама материалдарында ҡулланыласаҡ.
✅Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең логотибы, Башҡортостандың милли символы булараҡ, коллективтың бай мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыуға ынтылышын сағылдырырға тейеш.
📌Тулыраҡ мәғлүмәтте БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алырға мөмкин.
🌿Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар reklama@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.
🌿Һәр ҡатнашыусы йәки команда ике төрлө эш тәҡдим итә ала.
🌿Ғаризаларҙы 2025 йылдың 31 ғинуары сәғәт киске 6-ға тиклем тапшырырға була. Ошо ваҡыттан һуң бирелгән ғаризалар ҡаралмаясаҡ.
🌿Иң яҡшы проектты эксперттар комиссияһы һайлай.
🌿Еңеүсе 30 мең һум күләмендәге аҡса менән бүләкләнә.
🌿Еңеүсене рәсми рәүештә 2025 йылдың 20 февраленән дә һуңға ҡалмай иғлан итәсәктәр.
🔥Еңгән дизайн БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең концертында күрһәтелә.

❤6👍2🤝2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан - заманса медиасәнғәт конкурсы призеры.
Өфө командаһының инсталляцияһы Санкт-Петербургта Һарай майҙанында күрһәтелде.
Видео: Яҡты-медиа.
Өфө командаһының инсталляцияһы Санкт-Петербургта Һарай майҙанында күрһәтелде.
Видео: Яҡты-медиа.
🔥12👍3💯2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ сәтләүек ярыуҙың ниндәй ысулдарын беләһегеҙ? 😁
😁5🔥3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге 48-се Башҡорт лицейына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исеме бирелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Ниһайәт, белем усағының 25 йыллығына арналған тантаналы сарала был турала рәсми рәүештә белдереү яһалды.
Сара сиктәрендә мәктәптә яҙыусыға арналған яңы музей асылды һәм байрам концерты ҡуйылды.
Лицейҙың юбилей сараһы тураһында тулыраҡ "Вести. Башҡортостан" сюжетында ҡарағыҙ.

❤6👍3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Бында килдек, икенсе көн хәҙер, телем яйлап асыла башланы. Атыу ағас телгә әйләнгәйне"
, - ти Тажикстандан килгән яҡташыбыҙ Салауат Ғәбделхәй улы Мостафин.
Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында беренсе тапҡыр ҡатнашты. Йәштәргә туған телде өйрәтеү кәрәклеге тураһында һөйләне.
👍7🔥1
📌"Урал батыр уҡыуҙары" үтә
"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алыуға киләһе йылда 115 йыл тула. Ошо айҡанлы быйыл 20 декабрҙә "Урал батыр уҡыуҙары" беренсе ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәле ойошторола.
Ҡорҙоң маҡсаты - башҡорт халыҡ эпосын мәңгелләштереү һәм популярлаштырыу буйынса фекер алышыуға булышлыҡ итеү.
Бында ғалимдар, тел белгестәре, этнографтар, тарихсылар, фәйләсуфтар, рәссамдар һәм скульпторҙар ҡатнашасаҡ.
📍Сара 20 декабрҙә БР Милли музейы бинаһында иртәнге сәғәт 10-да башлана.

🥰7👍3❤1🔥1