Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
❤️Башҡорт теле көнө менән тәбрикләйбеҙ, дуҫтар!

ТУҒАН ТЕЛ
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә – үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!

Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.

Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы!

Ерҙә халыҡ йәшәй икән, –
Теле лә йәшәй!
Телен асҡанда, һәр бала
Әйтәсәк: «Әсәй!».

Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен!..


Баязит БИКБАЙ.
9👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына ниндәй уйҙар менән килгән?

Аҡһаҡалыбыҙҙың был туралағы фекерҙәрен һәм шулай уҡ киләсәк быуындарға һәйкәлдәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй эштәр атҡарырға кәрәклеге, башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш кимәле, берҙәмлек хаҡында әйткәндәре - видеола.
👍6🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҙыҡай Baby Ti (Арыҫлан Тимеров) менән бергә ҡушылып йырлай һәм бейей😍

Бөгөн Башҡорт теле көнө уңайынан Өфөләге "Мега" сауҙа үҙәгендә үткәрелгән байрам сараһынан бер күренеш.

Был сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үткәрҙе.

Унда ҡатнашыусылар төрлө оҫталыҡ дәрестәре, уйындарҙа ихлас ҡатнашты, ә һуңынан башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштарын ҡараны.
🥰9🔥6👍31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡорт теле көнөндә Талбазы район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлекте һаҡлау мөһимлеге тураһында тағы бер ҡат иҫкә төшөрә.

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен шулай матур итеп әйтеп, һаулығығыҙҙы һаҡларға ҡушҡан аҡ халатлыларға ❤️ ҡуйығыҙ!
7🥰4
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!

Кесе Ямантауҙа яңы тыуып килгән көндөң ҡояш нурҙарына мансылған сағыу фотолары. 💟

📍Белорет районы, Башҡортостан Республикаһы.
📸Автор: Павел Распопов
🔥8👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында үҙе индергән тәҡдимдәр һәм мәҙәниәт өлкәһендә атҡараһы эштәр тураһында. Тыңлайбыҙ, хаҡ әйтәме?
6👍4🔥2
Хәйерле иртә! ❄️ Йортоғоҙға ҡот, малығыҙға ырыҫ, ғаиләгеҙгә сәләмәтлек теләйбеҙ, яңы эш һәм уҡыу аҙнаһы уңышлы үтһен. 😇
🥰10👍43
📌Башҡортостандан МХО яугирҙарына ярҙамға йүнәлгән ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар ҡайтып төштө. Улар араһында БСТ каналының журналисы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова ла бар.

Ул ватаныбыҙға һүҙ менән генә түгел, эш менән дә ярҙам итергә кәрәк, тигән инаныуҙа МХО яугирҙарына ярҙамға юлланғайны.

"Аллаға шөкөр, һеҙҙең хәйер-фәтихала иҫән-һау ҡайтып еттек. Хәрби госпиталдә ирекмән булып эшләгән 16 көн күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Тормош юлымдағы иң файҙалы, иң мәғәнәле осор булды ул. Хәҙер бушҡа йәшәлмәне, тип әйтә алам. Мин Миәкәнән Фәриҙә апай менән хирургия бүлексәһенә эләктем. Яу яланынан килтерелгән яралыларҙы ҡабул итек, йыуындырҙыҡ, кейендерҙек, ашаттыҡ, инвалид коляскаһында, таяҡҡа таянып йөрөгәндәрҙе төрлө медицина тикшереүҙәренә, процедураларға алып барҙыҡ, операция үткәргәндәрҙе тәрбиәләнек. Һөйләштек, аралаштыҡ, йөрәк йылыбыҙ менән бүлештек. Яҡындарынан алыҫта булған, ауыр тән йәрәхәттәре алған яугирҙарыбыҙ өсөн әсәй ҙә, апай ҙа, һеңле лә булдыҡ. "Бәлки кәрәге тейер" тип машинка алып барған инем, 16 көн эсендә госпиталдә ятҡан 230 егеттең сәсен алырға, һаҡал-мыйыҡтарын ҡырырға, хатта тырнаҡтарын ҡырҡырға тура килде. Госпиталь тотош Рәсәйҙең сағылышы: Луганск, Донецк, Дағстан, Чечен республикалары, Ростов, Волгоград өлкәһе, Краснодар, Красноярск крайы егеттәре күп. Башҡортостандан 6 яугир булды, көтмәгәндә, Әбйәлил районынан яҡташымды осраттым. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөһәк тә, арып-талһаҡ та, ашап өлгөрмәһәк тә, күңелдә иҫ киткес ҡәнәғәтлек тойғоһо булды. Һәм мин бер ваҡытта ла шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәнем юҡ ине. Хәҙер илдең һәр мөйөшөндә герой дуҫтарым бар. Ә бөгөн сәфәр аҙағында мин үҙебеҙҙең шәп командаға- республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған оло йөрәкле, изге күңелле, миһырбанлы гүзәл заттарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерер инем. Беҙҙең «Ете ҡыҙ" төркөмө: Өфөнән Зөһрә Исмәғилева, Учалынан Илһөйәр Вәлиева, Миәкәнән Фәриҙә Ғәлимуллина һәм Луиза Әхмәтшина, Ҡырмыҫҡалынан Гөлнәриә Шаһиева, Архангелдән Русалина Жаворонкова- һеҙ СУПЕР!!!
Зөһрә Мәүлетбаевна Гордиенкоға, Гүзәл Флүровна Коваленкоға шул тиклем кәрәкле, әһәмиәтле "Беренсе тирмә" төбәк проекты өсөн рәхмәт!" -

тип яҙған сәхифәһендә Рафаэль ҡыҙы.

Шундай оло йөрәкле гүзәл заттарыбыҙ бар, быға һоҡланмау мөмкин түгел!
8👍8🔥4