https://vk.com/wall-226019445_2067
📌Башҡорт теле көнөнә арналған конкурс тамамланырға тора, ҡатнашырға өлгөрөп ҡалығыҙ!
📌Башҡорт теле көнөнә арналған конкурс тамамланырға тора, ҡатнашырға өлгөрөп ҡалығыҙ!
VK
Башҡорт донъяһы. Запись со стены.
❗❗❗КОНКУРС❗❗❗
Бишенсе, һуңғы һорау. Башҡортсаһы нисек була был мәҡәлдең, кем белә?
📌Конку... Смотрите полностью ВКонтакте.
Бишенсе, һуңғы һорау. Башҡортсаһы нисек була был мәҡәлдең, кем белә?
📌Конку... Смотрите полностью ВКонтакте.
🔥3
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезынан күренештәр.
Бик йылы осрашыуҙар, эшлекле һөйләшеүҙәр, аныҡ тәҡдимдәр булды бөгөн. Киләһе посттарҙа барыһы тураһында ла ентекләберәк яҙырбыҙ, һөйләрбеҙ, күрһәтербеҙ 😉
Бик йылы осрашыуҙар, эшлекле һөйләшеүҙәр, аныҡ тәҡдимдәр булды бөгөн. Киләһе посттарҙа барыһы тураһында ла ентекләберәк яҙырбыҙ, һөйләрбеҙ, күрһәтербеҙ 😉
🔥7👍1
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына байҡау яһап, уның илебеҙ өсөн дә, халҡыбыҙ өсөн дә мөһим ваҡытта үткәрелеүен билдәләргә мөмкин. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та әйтеп китте, ҡорҙа ҡатнашҡан һәр кем телгә алды.
- тип яҙған республика етәксеһе сәхифәһендә.
https://t.me/radiyhabirov/9135
"Беҙ барлыҡ ил халҡы менән бергә Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин эргәһендә тупландыҡ. Беҙҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү, Башҡортостаныбыҙҙы үҫтереү, халҡыбыҙҙы һаҡлау, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихи хәтерҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалау теләге берләштерә.
Башҡорт халҡы бөгөн тәрән аҡылға таянып эш итеүен тағы ла бер иҫбатланы. Ҡоролтай мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙә, артабанғы үҫеш йүнәлештәрен барлауҙа ифрат мөһим йыйын булды. Алда беҙҙе яңы бурыстар, юғарыраҡ маҡсаттар көтә",
- тип яҙған республика етәксеһе сәхифәһендә.
https://t.me/radiyhabirov/9135
Telegram
Радий Хабиров
Беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезына Ватаныбыҙ ауыр һынауҙар аша үткән, асылда, тарих ағышы үҙгәргән мәлдә йыйылдыҡ. Шул уҡ ваҡытта был уйланыр, тәжрибә туплар, көслөрәк булыр һәм бар булмышыбыҙҙы тыуған еребеҙҙе, берҙәмлегебеҙҙе нығытыуға…
👍4🔥1
❤️Башҡорт теле көнө менән тәбрикләйбеҙ, дуҫтар!
ТУҒАН ТЕЛ
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә – үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы!
Ерҙә халыҡ йәшәй икән, –
Теле лә йәшәй!
Телен асҡанда, һәр бала
Әйтәсәк: «Әсәй!».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен!..
Баязит БИКБАЙ.
ТУҒАН ТЕЛ
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә – үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы!
Ерҙә халыҡ йәшәй икән, –
Теле лә йәшәй!
Телен асҡанда, һәр бала
Әйтәсәк: «Әсәй!».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен!..
Баязит БИКБАЙ.
❤9👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына ниндәй уйҙар менән килгән?
Аҡһаҡалыбыҙҙың был туралағы фекерҙәрен һәм шулай уҡ киләсәк быуындарға һәйкәлдәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй эштәр атҡарырға кәрәклеге, башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш кимәле, берҙәмлек хаҡында әйткәндәре - видеола.

👍6🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҙыҡай Baby Ti (Арыҫлан Тимеров) менән бергә ҡушылып йырлай һәм бейей😍
Бөгөн Башҡорт теле көнө уңайынан Өфөләге "Мега" сауҙа үҙәгендә үткәрелгән байрам сараһынан бер күренеш.
Был сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үткәрҙе.
Унда ҡатнашыусылар төрлө оҫталыҡ дәрестәре, уйындарҙа ихлас ҡатнашты, ә һуңынан башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштарын ҡараны.

🥰9🔥6👍3❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡорт теле көнөндә Талбазы район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлекте һаҡлау мөһимлеге тураһында тағы бер ҡат иҫкә төшөрә.
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен шулай матур итеп әйтеп, һаулығығыҙҙы һаҡларға ҡушҡан аҡ халатлыларға ❤️ ҡуйығыҙ!
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен шулай матур итеп әйтеп, һаулығығыҙҙы һаҡларға ҡушҡан аҡ халатлыларға ❤️ ҡуйығыҙ!
❤7🥰4
☀ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! ☀
Кесе Ямантауҙа яңы тыуып килгән көндөң ҡояш нурҙарына мансылған сағыу фотолары. 💟
📍Белорет районы, Башҡортостан Республикаһы.
📸Автор: Павел Распопов
Кесе Ямантауҙа яңы тыуып килгән көндөң ҡояш нурҙарына мансылған сағыу фотолары. 💟
📍Белорет районы, Башҡортостан Республикаһы.
📸Автор: Павел Распопов
🔥8👍2