Башҡортостан ҡыҙы
463 subscribers
2.02K photos
436 videos
1.15K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
🐣 Элалия, Аиля, Ильян, Хәсәнбай...

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 27 октябренә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәре билдәле булды.
Ә һеҙгә ниндәй исем оҡшай? Балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең исемдәре нисек?

Дауамы.
🌦 Республикала октябрҙең һуңғы көндәрендә һалҡын һәм ямғырлы була

Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 29 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуа.
💞 Тәүге һөйөү, тәүге осрашыу…

Өйләнеүҙең мотлаҡлығы, тәртип-низамы мәҡәлдәрҙә ифрат тос әйтелгән:

Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.
Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр, яман егет билгеһе –ҡатын алмаҫ, мал йыйыр.
Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла, иле булмаҫ.
Өйләнеү – көйләнеү.
Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк.
Донъя күрке – йәр менән.
Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.

Күреүебеҙсә, бер мәҡәл икенсеһен тулыландыра, көсәйтә, һәр кемгә «асҡыс» табырға мөмкинлек бирә, ә өйләнеү-өйләнмәү аҡыл бизмәне лә булып тора икән бит.

Дауамы.
Мәфрүзәһен күреү менән ауыҙы йырыла Булаттың:
– Ал булайыммы һиңә лә
Көл булайыммы һиңә?
– Әй, булмаһаң кәрәк тә! Йырҙы боҙмай йырла, тип тораһың. Улайтып йырлағансы, йырлама. Мыҫҡыл итеп ни... Көлкө түгел инде һаман-һаман...
Мәфрүзә турһайып, башын ситкә борһа, шаяртып, танауынан тартып үҙенә ҡарата ла күҙҙәренә төбәлеп йырлап бөтөрөп ҡуя Булат:
– Ебәк сәсеңде наҙлаған
Ел булайыммы һиңә?

Дауамы.
Пенсионерҙарыбыҙға Үзбәкстанға сәфәр ойошторола

Башҡортостандан «көмөш» йәштәгеләр Үзбәкстанға сәйәхәткә юллана.

Башҡортостандан «көмөш» йәштәгеләр Үзбәкстанға сәйәхәткә юллана, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, пилот сәфәрҙәре ведомство менән «ТТ-Трэвел» туроператоры араһында ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы бойомға ашырыла.

Билдәле булыуынаса, республика пенсионерҙары яҡын арала юлға сығырға тейеш. Шулай уҡ төбәккә Рәсәй һәм сит ил туристарын йәлеп итеү өсөн яңы төбәк-ара һәм халыҡ-ара маршруттар ойоштороу планлаштырыла.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Ноябрҙең беренсе көнөндә епшек ҡар, боҙлауыҡ көтөлә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, йома, 1 ноябрҙә, ваҡыты менән ямғыр ҡатыш епшек ҡар яуыуы көтөлә.
«Яңынан йүгерергә өйрәндем...»
Баймаҡ районының Һәмән ауылынан Илгиз Асҡаров ил һағына мобилизация ваҡытында саҡырыла. 2023 йылдың авгусында ҡаты алышта яугир «лепесток» минаһына баҫып ҡаты яралана — аяғын юғалта. «Яңынан йүгерергә өйрәндем», — тип үҙе хаҡында һөйләй МХО ветераны.
Йырсы, радио ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яратҡан Нурия апайыбыҙ вафат... Барыбыҙ өсөн дә ауыр юғалтыу...

Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай. Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай.

1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй. 1996 йылда "Башҡортостан" телерадиокомпанияһына ҡабул ителә. Радиола бик күп уңышлы проекттар алып бара. "Ҡунағөй" тапшырыуы эфирҙа бик күп йылдар уңыш менән барған программаларҙың береһе булды. "Ҡунағөй"ҙә Нурия Абдуллина башлаған "Һөйөнсө, бәпес тыуған" рубрикаһы - "Юлдаш"та иң оҙон ғүмерлеһе. Ул әле лә эфирға сыға, тыңлаусылар яратып ҡатнашҡан сығарылыштарҙың береһе булып ҡала.

Нурия Абдуллина йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Ул ижад иткән йырҙар бик күп сәнғәт һөйөүселәрҙең күңелен яулаған. "Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?", "Иҫән йөрөгөҙ, балам", "Ризыҡтарың өҙөлмәгән" йырҙары эфир тулҡындарынан һәм йырсыларҙың репертуарынан төшмәй.

Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
🤲 Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм хәҙрәти Ғәлигә васыят итеп: «Кем дә кем өйөнән «Аятел-Көрси»ҙе уҡып сыға, өйөнә ҡайтып еткәнсе Аллаһ Тәғәләнең яҡлауында булыр. «Аятел-Көрси» уҡылған йортҡа утыҙ көн буйы шайтандар яҡын да килмәҫ, ҡырҡ көн буйына сихырсы ир һәм ҡатындар инә алмаҫ. И, Ғәли! «Аятел-Көрси»ҙе балаларыңа, ҡатыныңа, күршеләреңә өйрәт! Бынан да бөйөгөрәк аят инмәне әле. Һүҙҙәрҙең әфәндеһе – Ҡөрьән-дер, Ҡөрьәндең әфәндеһе – «Әл- Бәҡарә» сүрәһелер, уның әфәндеһе иһә – «Аятел-Көрси»ҙер», – тигән.

Дауамы.
💢 Бөрйәндә – бәлеш байрамы

Аралашыу, сәмләнеп йәшәү, көндәлек тормошто йәмләү өсөн элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһен сәйгә әйткән. Бер ваҡыт Бөрйәндә сәскә байрамына тап булғайным. Мәҙәниәт йорто алды шау гөлгә күмелгәйне. Баҡсасылар һәр береһе үҙенең күргәҙмәһен ҡуйғайны. Аллы-гөллө нәфислектән күҙҙәр ҡамашты. Асыҡ һауала дыу килтереп бейеп таралыш-ҡайнылар. Был юлы Бөрйәнгә сәфәрем «Бәлеш байрамы»на тура килде. Апайҙар өсөн генә үткәрәбеҙ, республика кимәленә сығарырлыҡ сара ла түгел, тип индермәҫкә лә маташтылар әле. Бөрйән бәлешенән ауыҙ итмәйенсә китмәйем, тип ныҡышҡас, ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡабул иттеләр.
Гөлназ Ҡотоева.

Дауамы.
Нурислам ағай менән осраҡлы рәүештә таныштыҡ. Редакцияла. Эшем шулай: көнөнә әллә нисәмә кеше инеп сыға. Берәүҙәре әйтәһе һүҙен әйтеп, йомошон тиҙ генә йомошлау яғын ҡарай, һүҙгә әүәҫерәктәре, хәл-әхүәлен һөйләп, оҙағыраҡҡа туҡтала. Һәр ҡайһыһын иғтибар менән тыңлайым, хат-хәбәрҙәрен теркәйем. Нурислам ағай шиғырҙар алып килгән ине. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Өфөлә ҙур урында эшләгән икән, әле олоғайғас, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнеп йөрөүе. Шиғырҙары баҫылып сыҡҡас, ныҡ ҡыуанды, ихлас рәхмәтен белдерҙе. Ошонан һуң йыш ҡына эш урыныма килер булып китте.

Дауамы.
Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын ҙурланы

30 октябрҙә Бөрйән район мәҙәниәт һарайында күренекле шағирә, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Языусылар союзы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның 60 йәшлек юбилейы уңайынан “Мин Бөрйәндән булған өсөн генә шиғыр яҙа алам, яҡташтар!” тип исемләнгән бай йөкмәткеле ижад кисәһе үтте. Күп ҡырлы ижади шәхесте хөрмәтләргә Өфөнән ҡәләмдәштәре, тыуған ауылы Иҫке Монасиптан ауылдаштары, яҡындары, туғандары, “Баҙал” әҙәби ойошмаһы ағзалары, әҙәбиәт һөйөүселәр килде.

Дауамы.
Как действовать при обнаружении БПЛА?

Если вы увидели беспилотный летательный аппарат, немедленно сообщите о нём по номеру «112». Назовите оператору ФИО и местоположение БПЛА. Ни в коем случае не трогайте его! Следуйте инструкции – в карточках, и делитесь этой информацией с близкими!

Глава Башкортостана Радий Хабиров сообщил о ситуации на предприятиях ТЭК, которые 31 октября подверглись атаке вражеских БПЛА. Серьёзных последствий удалось избежать. Предприятия функционируют в штатном режиме. На месте работают следственная группа, подразделения МЧС, оперативные службы. Ситуация под контролем.

Будьте бдительны и берегите себя!

#Башкирия #МЧСРБ