Яңы йыл алды мәшәҡәттәрен яратам...
Яңы йыл алды мәшәҡәттәрен яратам... Ҡала тылсымлы әкиәт һарайына әйләнә... Майҙандарҙы шыршы-ҡупшыҡайҙар биҙәй... Мең төҫлө уттарға күҙҙәр ҡамаша... Кешеләр бәхетле йылмайып, мөғжизә көтә...

bashkizi.ru

🤩3
💞 Бәхет утрауында
Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина:
«Ҡайҙа барһам да, иң тәүҙә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күҙҙәренә иғтибар итәм. Ишектән инеүебеҙгә ауыҙ тултырып «Һаумыһығыҙ!» – тип ҡаршылаған балаларҙың балҡыулы ҡарашын, уҡытыусыларҙың ҡурсалаусан мөғәмәләһен күреү менән башыма: «Ҡалай ҡәҙерләп үҫтергән балалар», – тигән уй килде. Кешенең «иң бәхетле сағым», тип ғүмер буйы иҫләп, көс алып йәшәр йылдарын үҙенең ауылындағы мәктәптә, туғандарса мөхиттә үткәреүҙең ни тиклем мөһим икәнен, нишләптер, тап Сурайҙа уйланым.
Тулыраҡ.

👏4
🎄 Зауыҡ һәм егәрлелек тәрбиәләй
Зөлфиә БИКБУЛАТОВА – Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылынан. «Беҙ үҫкәндә барыһы ла балаҫ һуға ине. Был шөғөл ғаиләбеҙҙә ашарға бешереү, кер йыуыу, өй йыйыштырыу кеүек үк ғәҙәти булды. Өләсәйем дә, инәйем дә, туғандарыбыҙ ҙа һуҡты. Беҙ, дүрт ҡыҙ ҙа, ошо шөғөлдөң нескәлектәрен һеңдереп йөрөнөк. Ни тиклем мөғжизәүи мөхиттә үҫкәнебеҙҙе әле генә аңлайым. Әсәйебеҙ Нәсимә Мырҙагәрәй ҡыҙы – танылған балаҫсы, туҡһан алты йәшендә республика фестивалендә ҡатнашып, балаҫ һуҡты. Ҡәҙерлем бар яҡлап өлгөр булды, хатта тире эшкәртеп, беҙгә бүректәр тегеп кейҙерҙе», – ти оҫтабикә.

👍5❤1
Кеше күңеленә юл
Башҡортостандың мәғариф отличнигы Илсиә Атауллина балаларға белем биреү өлкәһендә 36 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның уҡыусылары бөгөнгө көндә, яҡшы табиптар, фармацевтар, ауыл хужалығы белгестәре, инженерҙар, уҡытыусылар булып, тыуған илебеҙҙең төрлө тарафтарына һибелеп хеҙмәт итә. Химия-биология фәненә һөйөү уятыу, киләсәк быуынға төплө белем биреү – уның маҡсаты ла, үҙ мөхәббәтен башҡаларға өләшеүе лә. Һөйөклө ҡатын, өс бала әсәһе, наҙлы өләсәй ул. Мөғәллимлек – уның ҡанында, булмышында. Оҫталығын, бала күңеленә асҡыс яратыуын белгәндәр әле лә уға өҫтәмә дәрестәр һорап мөрәжәғәт итә. Киләсәк быуынға яҡшы белем, матур тәрбиә биреүҙә илһөйәрлеге сағыла уның. Илсиә Ишбулат ҡыҙының үҙ ерен, тәбиғәтен, кешеләрҙе яратыуы тынғыһыҙ эшмәкәрлегендә асыҡ күренә.

👍4
🎉 Еңеүселәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ!
Башҡорт халҡында сабый тыуыу менән өй түренән урын алған сәңгелдәк, изге ҡомартҡы һаналып, быуындан-быуынға тапшырыла килгән. «Моңло сәңгелдәк» конкурсында ҡатнашыусылар уға бәйле иң ҡәҙерле иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, йәнле бишек образы аша ғаиләһенең, нәҫеленең яҙмышын һүрәтләй. Ил тарихы ла, шул дәүер кешеләренең кисерештәре лә, бөгөнгөнөң, үткәндәрҙең ҡайнар һулышы ла сағыла был яҙмаларҙа.

Кис ултырҙы Мәскәү һылыуҙары
Башҡорт халҡының матур бер йолаһы бар – кис ултырыу. Көндәр ҡыҫҡарған, ә төндәр, киреһенсә, оҙонайған осорҙа, иртәнән алып кискә тиклем һуҙылған йәйге эштәр тамамланғас, ҡыҙҙар, йәш ҡатындар бергә йыйылған. Күңелле ваҡиғаларға бай булмаған ауыл тормошо өсөн был үҙенә күрә байрам кәйефе биргән.

👏3
🎄🎄🎄 Төклө аяғың менән, Яңы йыл!
🤲🏻 ЯҢЫ ЙЫЛҒА АЛҒЫШ
Иман булһын юлдаш,
Һөйөү – моңдаш,
Илһам менән йәнәш сабырлыҡ.
Күрсе! Ҡанаттарың һинең,
Нурҙар сәсеп,
Киң күктәрҙе иңләп ҡағырлыҡ!
Яңы йырҙар тыуһын күңелдәрҙә,
Яңы юлдар беҙҙе әйҙәһен.
Ҡот, бәрәкәт тулы Яңы йылым,
Түребеҙгә уҙсы, әйҙә, һин!
Тамара Искәндәриә.
https://bashkizi.ru/
🤲🏻 ЯҢЫ ЙЫЛҒА АЛҒЫШ
Иман булһын юлдаш,
Һөйөү – моңдаш,
Илһам менән йәнәш сабырлыҡ.
Күрсе! Ҡанаттарың һинең,
Нурҙар сәсеп,
Киң күктәрҙе иңләп ҡағырлыҡ!
Яңы йырҙар тыуһын күңелдәрҙә,
Яңы юлдар беҙҙе әйҙәһен.
Ҡот, бәрәкәт тулы Яңы йылым,
Түребеҙгә уҙсы, әйҙә, һин!
Тамара Искәндәриә.
https://bashkizi.ru/
👍4
💞 Илаһи ҡөҙрәт
Төрлө сүрәткә инә һәм шул уҡ ваҡытта үҙе булып ҡала белә ул. Һөйкөмлөлөк, талант, көслө холоҡ, нескә харизма был актрисаның үҙен дә, героиняларын да ниндәйҙер ҡабатланмаҫ үҙенсәлек менән балҡыта. Сәхнәлә лә, тормошта ла, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә өлгө алырҙай һоҡланғыс шәхес ул. Заманыбыҙҙың күренекле актрисаларының береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Рәхимова-Ғәлина яңы йылда күркәм юбилейын ҡаршылай. Уның Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә ижад иткән ялҡынлы ролдәре һәм «Күңелле йәшәйбеҙ», «Сируси» кеүек популяр сериалдарҙағы мауыҡтырғыс образдары халыҡ һөйөүен яулаған.

👍3
Сәскәйҙәрең толом-толом...
Гөлнар Юлдашбаева – Башҡортостанда иң оҙон сәсле һылыу, уның толомо ике метрҙан ашып китә. 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған абруйлы уҡытыусы оҫта бейей ҙә. Ғаиләһендә иһә, Оло инәйҙәй, барыһын бергә туплап, кәңәштәрен биреп тороусы хәстәрлекле әсәй, өләсәй, республикала билдәле шәхестең хәләл ефете ул.

🎄 Мажаралы Яңы йыл
Тилбер ҡәләмле журналист, нескә юморлы прозаик-сатирик Марат Әминев – егәрле яҙыусыларыбыҙҙың береһе. Көлкөлө жанрға өҫтөнлөк биргән авторҙың тетрәндерерлек, тормошсан әҫәрҙәре лә бик күп. Бигерәк тә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған тәрән фәлсәфәле әҫәрҙәре йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Бар ғүмерен милли матбуғатыбыҙға арнаған Ғафури районы Һабай ауылы уҙаманы әлеге көндә «Һәнәк» журналында яуаплы сәркәтип булып эшләй. Ул – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Марат Әминев үҫмерҙәр һәм балалар өсөн сит ил әҫәрҙәрен руссанан башҡортсаға тәржемә итеүсе булараҡ та билдәле. Яҙыусы тәржемә иткән Вальтер Скоттың «Айвенго», Роберт Стивенсондың «Хазиналар утрауы» әҫәрҙәрен уҡыусылар яратып ҡабул итте.

«Айырылышыуҙар төрлө-төрлө лә ул, Осрашыуы бер үк – үтә танһыҡ...»
Айгөл Йәмилева – шағирә, журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1994 йылдың 9 февралендә Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында донъяға килә, Бәләбәй башҡорт гимназияһын тамамлай, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан» гәзитендә хәбәрсе булып башлай, «Аҡбуҙат» журналында бүлек мөхәррире була. Әлеге ваҡытта ул – Ә. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһының үҫеш бүлеге мөхәррире. «Был шиғри шәлкемде һөйгәндәрен ут эсенән көткән сабыр ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ил һағында торған тормош иптәшемә бағышлайым», – ти шағирә.

Төшөнкөлөк касафаты
Беҙ хәҙер заман ахырында, донъя буталсыҡ саҡта йәшәйбеҙ. Шуғалыр ҙа инде интернет, гәзит биттәренән, таныштарыбыҙҙан көн дә тиерлек «стресс», «депрессия», «паникалы атака» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Айырыуса йәштәр һәм урта йәштәгеләр шундай хәлдәргә тарый. Ниңә кешеләр төшөнкөлөккә, өмөтһөҙлөккә бирелеп, күңел ғазаптары кисерә һуң?

Бишек үрҙем изге доға ҡушып
«Борон миләш, ҡайын, тал һәм башҡа төрлө ағастарҙан, туҙҙан эшләгән бишектәрҙән тыш, тал сыбығынан үрелгәне лә булған бит. Бөтә яңы әйбер – ҡасандыр онотолған иҫке нәмә», – макраме алымы менән сәңгелдәк үрергә дәрт иткәндә шулай тип уйланым. Сихри биҙәкле сәңгелдәктә бәүеләсәк бала тик бәхеткә сорналып үҫер, тип юраным. Был бишекте тирбәтер әсә иһә наҙ һәм һөйөүҙең үҙе булып күҙ алдыма баҫты.

👍8
Гөлнисаның ғүмер баҫҡыстары
Ҡойоп ҡуйған гүзәл һыны, мөләйемлеге, эске итәғәтлеге, кешеләргә ихлас ярҙамсыллығы менән ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған Гөлниса Низам ҡыҙы Ниғмәтуллина. Тыуған илебеҙгә ғәййәр яугир, батыр ул, һылыу, матур ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән ханым, тирә-яҡҡа тик яҡшылыҡ сәсеп, һәр көндән йәм, тәм табып, ғүмер баҫҡыстарынан ғорур атлай. Вазифа бурыстары буйынса уға бик күп хеҙмәттәштәре менән аралашырға, уларҙың мөһим мәсьәләләрен хәл итергә тура килә, әммә ғәйәт ҙур эш күләменә ҡарамаҫтан, Гөлниса Низам ҡыҙы һәр саҡ тыныс, изгелекле һәм һөйкөмлө булып ҡала белә.

👍6
10 правил для школьника на случай пожара
Представители МЧС предлагают ребятам запомнить 10 простейших правил поведения при возникновении пожара.

🍌 Бананлы торт
🔸 Ҡамырға 3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан он кәрәк.
🔸 Крем өсөн 1 банка ҡуйыртылған һөт, 1 ҡалаҡ аҡ май, 3-4 банан алабыҙ.
Эшләү тәртибе сайтта.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гололед
Одевайтесь по погоде и соблюдайте правила безопасности на улице.

Башҡортостандан әсәле-ҡыҙлы 35 йыл күрешмәгәндән һуң осрашты
18 йәшлек сағында уға әсәһе бала табыу йортонан алып ҡайтыуы, ә уның исеме Анна түгел, ә Гүзәл булыуы хаҡында һөйләп бирә... НТВ каналындағы «ДНК» программаһында Анна-Гүзәл 35 йыл элек бала табыу йортонда ташлап киткән әсәһе менән осрашты.

😢4
Баланың донъяны танып-белеүе уйындар аша башлана. Һәм быны яҡшы аңлаған алдынғы ҡарашлы, вайымлы замандаштарыбыҙ башҡорт уйындары һәм уйынсыҡтарын үҙ ҡулдары менән булдыра. Был турала Вәлитов ТV сығарылышында.
https://vk.com/video70810928_456239092
https://vk.com/video70810928_456239092
VK Видео
Video by Timur Valitov
Watch Video by Timur Valitov 16 min 40 s from 10 January 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 27. Likes: 4.