Башҡортостан ҡыҙы
460 subscribers
2.09K photos
453 videos
1.17K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
📄 Хөкөм ителмәү тураһында белешмә кемгә кәрәк һәм уны нисек алырға – Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге белгестәре аңлата.

Күп функциялы үҙәктә хеҙмәт тулыһынса: «Хөкөм ителеү (ителмәү) һәм (йәки) енәйәти эҙәрлекләү фактының булыу-булмауы йәиһә енәйәти эҙәрлекләүҙең туҡтатылыуы тураһында белешмәләр биреү» тип атала. Бындай белешмә кешенең хөкөм ителеү-ителмәүен генә түгел, ә енәйәти эҙәрлекләүҙең нисек тамамланыуын, хөкөмдөң юҡҡа сығарылыуын-сығарылмауын да күрһәтә.

Ниндәй осраҡтарҙа белешмә кәрәк?

- Эшкә урынлашыу. Хөкөм ителгән осраҡта ҡайһы бер вазифаларға эшкә урынлашырға ярамай: мәҫәлән, медицина йәки социаль хеҙмәткәр, педагог, полиция һәм дәүләт хеҙмәткәре булып эшләүгә юл ҡуйылмай.

- Опека йәки попечителлек. Буласаҡ ата-әсә ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн үтәлмәгән хөкөмдәре һәм ҡайһы бер статьялар буйынса енәйәти эҙәрлекләүҙең булмауын раҫларға тейеш.

- Барасаҡ илдең ҡағиҙәләре талап иткән осраҡта сит илдә йәшәүгә йәки эшләүгә рөхсәт алыу, студент йәки эш визаһы алыу

- Һунар билеты йәки ҡорал йөрөтөүгә һәм һаҡлауға рөхсәт алыу.

Белешмәне ҡайҙан алырға?

- раҫланған иҫәп яҙмаһы булһа, «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә. Ғаризаны ҡарағандан һуң шәхси кабинетҡа электрон ҡултамға менән белешмә килә. Ул – ҡағыҙ документҡа тиң.

- Эске эштәр министрлығы бүлексәһендә. Ҡабул итеүгә яҙылыу кәрәкме-юҡмы икәнен урындағы бүлексә телефоны аша алдан белешегеҙ.

- Күп функциялы үҙәктә.

- Сит илдәрҙәге Рәсәй консуллығында йәки илселегендә.

Хеҙмәт бушлай күрһәтелә, әммә сит илдә күрһәтеү өсөн апостиль менән белешмә кәрәк булған осраҡта түләүле. Бының өсөн 2500 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләргә тура киләсәк.

📆 Ҡағыҙ һәм электрон белешмә әҙерләү ваҡыты — 30 көнгә тиклем. Апостиль ҡуйыу өсөн тағы ла 5 эш көнө кәрәк булыуы ихтимал.

📁 Ниндәй документтар кәрәк:

- Рәсәй паспорты йәки, онлайн ғариза биргәндә, фото, теркәлеү, хәрби бурыс һәм ғаилә хәле тураһындағы мәғлүмәттәр күрһәтелгән биттәренең скан күсермәһе.

Сит ил граждандары өсөн — ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт йәки даими йәшәүгә рөхсәт биргән документ, кәрәк булғанда — нотариус раҫлаған документтарҙың сит телдә тәржемәһе — йәки ошо документтарҙың скан күсермәһе.

- Икенсе кеше өсөн белешмә юллаһағыҙ — үҙегеҙҙең исемгә нотариаль йәки ябай яҙма ышаныс ҡағыҙы, йәки уның электрон версияһы.

Белешмә ниндәй ваҡытта ғәмәлдә була?

Белешмә мөҙҙәтһеҙ, әммә ойошмалар йыш ҡына һуңғы 3 ай эсендә бирелгән белешмә һорай.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
October 9, 2024
October 9, 2024
Ҡар яуыуы ихтимал

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 11 октябрҙә республикала урыны менән епшек ҡар һәм ҡар яуыуы, көнсығышта уртаса, көнсығыш райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы фаразлана.
October 10, 2024
October 10, 2024
October 10, 2024
October 10, 2024
Forwarded from Урал аръяғы яңылыҡтары «Атайсал» гәзите (Атайсал гәзите Наш сайт https://ataisal.com/)
October 11, 2024
Радий Хәбиров Башҡортостанда Ҡурай көнөн булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 10 октябрҙә республикала йыл һайын Ҡурай көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
October 11, 2024
October 11, 2024
October 11, 2024
October 14, 2024
October 14, 2024
October 15, 2024
🐣 Әсәлек капиталы арта

Был хаҡта Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры хәбәр итте.
October 15, 2024
💢 Яу яланында ир-ҡатын юҡ, яугир генә бар. «Колибри»

Теүәл бер йыл элек булғайным махсус операция биләмәһендә. Унда үҙ күҙем менән нимәләр күрҙем – шуны түкмәй-сәсмәй тигәндәй уҡыусыма еткерергә тырыштым, бурысым шул ине. Гәзит-журналдарҙа баҫылды, китап булып та сыҡты был яҙмалар. Аңлап, яратып ҡабул итте уҡыусы уны. Быйыл июнь айында тағы ла булып ҡайттым был ҡан-ҡойошло яҡтарҙа.
Мөнир Ҡунафин.

Дауамы.
October 15, 2024
October 16, 2024
Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр
Бөгөн Өфө XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә уникаль спорт объекттары асыла.
October 17, 2024
October 17, 2024